-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шишмәнең моң-зарына ҡолаҡ һалайыҡ әле…

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар эшләп килә. "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы" бигерәк тә ауылда көн итеүселәр өсөн ҡулайлы – ауыл ерендә бик күп күләмле эштәрҙе башҡарып сығырға ҙур мөмкинлектәр бирә.

Үтәк ауылы халҡы уҙған йылда дөйөм йыйылышта балалар уйын майҙансығы булдырыуға тауыш биргәйне. Проект конкурста еңеп сыҡты һәм тап ауыл уртаһында майҙансыҡ эшләп ҡуйылды. Ауыл хакимиәте ерлегендә әле хәл итәһе эштәр бихисап. 25 октябрҙә "Урындағы башланғ
Үтәк ауылы халҡы уҙған йылда дөйөм йыйылышта балалар уйын майҙансығы булдырыуға тауыш биргәйне. Проект конкурста еңеп сыҡты һәм тап ауыл уртаһында майҙансыҡ эшләп ҡуйылды. Ауыл хакимиәте ерлегендә әле хәл итәһе эштәр бихисап. 25 октябрҙә "Урындағы башланғ
Үтәк ауылы халҡы уҙған йылда дөйөм йыйылышта балалар уйын майҙансығы булдырыуға тауыш биргәйне. Проект конкурста еңеп сыҡты һәм тап ауыл уртаһында майҙансыҡ эшләп ҡуйылды.
Ауыл хакимиәте ерлегендә әле хәл итәһе эштәр бихисап. 25 октябрҙә "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһына ярашлы, Үтәк ауы-лы мәҙәниәт йортонда йыйылыш уҙҙы. Көн тәртибендә ике мәсьәлә ҡаралды. Тәүгеһе - Тәңребәк ҡойоһон тергеҙеү булһа, икенсеһе - мәҙәниәт йортоноң түбәһен яңыртыу ине. Йыйылышта барлығы 79 ауылдашыбыҙ ҡатнашты. Халыҡ үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, ауыл уртаһында сығып ятҡан Тәңребәк шишмәһен төҙөкләндереү эшен хәл итергә, тигән ҡарар менән бер тауыштан килеште. Ауылыбыҙҙың эшҡыуары, рәссам-биҙәүсе Илдар Баймөхәмәтов йыйылышта Тәңребәк шишмәһен төҙөкләндереү буйынса үҙ проектын тәҡдим итте һәм халыҡ бер тауыштан уны раҫланы.
Һыу - бик боронғо замандарҙан уҡ иң изге урындарҙың береһе, барлыҡ йән эйәләренә рух өрөүсе булып һаналған. Бар халыҡ өмәгә йыйылып һыу ятҡылыҡтарын таҙартып, тәртиптә тотҡан, һәр саҡ һаҡсыл ҡараған.
Үтәктә шишмәләрҙе төҙөкләндереү беренсегә генә түгел. 2015 йылда ауыл башында урынлашҡан Шишмә, яңыраҡ Баҡалы ҡойоһо төҙөкләндерелде.
Ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы Үтәк бабай вариҫтарының береһе булған Тәңребәк Фәтҡуллин исемендәге шишмәбеҙ бөгөнгө көндә емерек хәлдә. Тәнгә һәм йәнгә сихәт биреүсе был саф һыуҙы кемдәр генә эсмәгән дә, кемдәр генә уға рәхмәт уҡымаған. Шишмәнән ҡышын да, йәйен дә кеше өҙөлмәй, сөнки уңайлы улағы булған берҙән-бер шишмәбеҙ ул. Тик шишмә тәрбиәләп торғанда ғына мул һәм таҙа һыулы була. Изге һыуыбыҙға вайымһыҙ ҡалһаҡ, беҙҙе шишмәбеҙ ғәфү итмәҫ. "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһына ярашлы, Тәңребәк ҡойоһон төҙөкләндереү проекты конкурста еңеп сығыр һәм шишмәләребеҙ яңы һулыш алыр, ауылдаштарыбыҙҙың теләге тормошҡа ашыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: