“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” республикала дүртенсе йыл рәттән уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Районыбыҙ ҙа был проект-та әүҙем ҡатнашып, байтаҡ эштәр башҡарыуға һәм техникалар һатып алыуға өлгәште.
22 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Красноусол ауылы халҡы ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ла тап ошо программала ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Уның эшендә район, ауыл Советы депутаттары, ойошма-предприятиелар етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, өлкән класс уҡыусылары, ауыл халҡы – барлығы 690 кеше ҡатнашты.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева йыйылышты асып, көн тәртибе һәм был программа менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Район үҙәге халҡының “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” менән таныш булыуҙарын, 2016, 2017 йылдарҙа унда ҡатнашып, еңеп сығып миллион ярымышар грант алыуҙарын билдәләп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2018 йылда иһә заявкалары үтә алмауын, уның сәбәбе – заявка суммаһын 50 мең һумға кәметеүҙәре, тине ул. Ике йыл рәттән алынған гранттар, һәр кемгә билдәле булыуынса, “Йәшлек” паркын төҙөкләндереүгә файҙаланылған.
- Красноусол ауыл биләмәһе ауыл кешеләренә йәнә был программала ҡатнашырға тәҡдим итә. Был программа конкурс нигеҙендә республика бюджетынан биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға субсидия бүлеүҙе күҙаллай. Унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм проект биләмәлә
айырыуса өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелергә тейеш. Проекттың йүнәлештәрен һанап китергә кәрәк: объект-тар - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (электр, йылылыҡ, газ, һыу менән тәьмин итеү), төҙөкләндереүҙе ойоштороу ойошмалары, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, сүп-сар йыйыу, урындағы тәғәйенләнештәге автомобиль юлдары, янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү объекттары, уйын майҙансыҡтары, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, халыҡҡа китапхана хеҙмәттәре күрһәтеү, мәҙәни мираҫ, физик культура, спорт объекттары, халыҡтың ял итеү урындары, зыяраттар һәм башҡа объекттар – бына ошо йүнәлештәр бу-йынса беҙ заявка бирә алабыҙ. Өҫтөнлөклө йүнәлеш проекты иғлан ителгәс, субсидия алыуға конкурс заявкаһы әҙерләнәсәк. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, 26 ойошмала йыйылыштар үтте һәм унда яҙма рәүештә тәҡдимдәр ҡабул ителде, - тине Рәүилә Зөфәр ҡыҙы һәм 2019 йылда был проектта ҡатнашыу өсөн тауыш бирергә тәҡдим итте. Йыйылышта ҡатнашыусылар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу теләген бер тауыштан хупланы. Ауыл хакимиәте тарафынан төрлө предприятие-ойошмаларҙа үткәрелгән йыйылыштарҙа әйтелгән тәҡдимдәрҙән айырыуса урам яҡтыртҡыстарын модернизациялау һәм яңы трактор һатып алыу өҫтөнлөк менән файҙаланған, тәүгеһен – 596, һуңғыһын 2384 кеше хуплаған, тине биләмә башлығы һәм залдағыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынды. Йыйылған халыҡ араһынан бер нисә кеше бағаналарға фонарҙәр ҡуйырға, бәғзеләр автогрейдер алырға кәрәк, тиһә, тәгәрмәсле “МТЗ-82” тракторы һатып алыу тәҡдимен хуплап сығыш яһаусылар күберәк булды. Сығыш яһаусыларҙы тыңлағандан һуң, тауыш биреү булды. Йыйында ҡатнашыусылар бер тауыштан трактор алыуҙы яҡлап сыҡты. Шулай итеп, киләһе йылдағы программала ҡатнашып, Красноусол ауыл биләмәһе өсөн 1 миллион 840 мең һумлыҡ “МТЗ-82” тракторы һатып алырға ҡарар ителде. Республика бюджетынан 1 миллион һум грант бүленәсәк. Ҡалған сумманы - 340 мең һумын урындағы бюджеттан, 300 мең һумын бағыусыларҙан һәм 200 мең һумын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде. Тракторҙан аҡса артып ҡалған осраҡта уға өҫтәлмә ҡорамалдар һатып алыу тәҡдиме халыҡтың күпселегендә яҡлау тапты.
Һуңғы көн тәртибе буйынса инициатив төркөм һайлау мәсьәләһе ҡаралып, быға тиклем эшләгән А.С.Рудкевич (Красноусолдағы 3-сө мәктәп директоры) етәкселегендәге төркөмдө ҡалдырыу тәҡдиме әйтелде. Һәм был тәҡдим бер тауыштан хупланды, бары тик был исемлеккә Эдуард Марат улы Бохармәтовты өҫтәргә тигән ҡарарға килделәр.