+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Трактор һатып алыу хупланды

Республикабыҙҙа дүртенсе йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы хәл ителеп һәм ғәмәлгә ашырылып килә. Районыбыҙ биләмәләре был проектта әүҙем ҡатнашып үҙ биләмәләре өсөн байтаҡ ҡына файҙалы эш башҡарҙылар, техникалар һатып алдылар.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе лә ошо программала ҡатнашып, халыҡ мәнфәғәтенә эшләү өсөн үҙ тырышлығын һала.

30 ноябрҙә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, ауыл Советы депутаттары, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу һәм проектта еңеү мәсьәләһе ҡаралды.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин йыйылышты асып, көн тәртибе һәм был мөһим программа менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ул ошо программала ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән еңеп сығып, трактор һәм уға ҡорамалдар алып, әлеге көндә алған техникаларының изгелеген күргән Имәндәш, Красноусол ауыл биләмәләрен атап үтте.

-Беҙ ҙә ошо уңайлы мөмкинселекте файҙаланып, трактор алырға кәрәк тигән уй менән янабыҙ. Тик программа тормошҡа ашһын өсөн, бөтәбеҙҙең дә унда әүҙем ҡатнашыуы талап ителә. Шулай уҡ был проект биләмәлә айы-рыуса өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелергә те-йеш, - тип үҙенең фекерен әйтте биләмә башлығы А.Сәйфуллин һәм проект йүнәлештәре менән таныштырҙы.

“Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге” баш белгесе Р.И.Мәүлетҡолов сығыш яһап, хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙа икән, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уға ыңғай яуап бирергә тейешбеҙ, тип трактор алырға тигән тәҡдимде хупланы. Залда йыйылған халыҡ та үҙ тауышын белдереп, берҙәм тауыш менән яңы трактор алыуҙы яҡлап сыҡты.

“Программа буйынса трактор алырға теләйбеҙ”, тигән һөйләшеүҙәр балаларға ла ҙур тәьҫир итте буғай. Сөнки һәр көн иртән көрт йырып мәктәпкә барыу, ҡайтыу улар иңенә төшә бит. Йыйылышта балаларҙың ҡатнашыуының сәбәбе лә шунда: улар көрәлгән тигеҙ, матур юлдан рәхәтләнеп атлап мәктәпкә барып ҡайтҡылары килә. Ошо уйҙарын улар төшөргән һүрәттәрендә лә сағылдырған. Был эштәрҙе балалар мәктәптә рәсем дәрестәрендә һәм моделле китапханаға йөрөүселәр “Беҙ бала саҡ иленән” түңәрәгендә төшөргәндәр. Уларҙың тракторлы булыу теләге шул тиклем ҙур, ололар менән бер рәттән ихлас

тауыш бирҙеләр. Афариндар!

Шулай итеп, киләһе йылдағы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында” ҡатнашып, Сәйетбаба ауыл биләмәһе өсөн

1 миллион 450 мең һумлыҡ “МТЗ-82” тракторы һатып алырға ҡарар ителде. Республика бюджетынан 1 миллион һум грант бүленәсәк. Ҡалған сумманы: 150 мең һумды - урындағы бюджеттан, 150 мең һумын бағыусыларҙан һәм 150 мең һумын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде. Тракторҙан аҡса артып ҡалған осраҡта, уға өҫтәлмә ҡорамалдар йәки запчастар һатып алыу тәҡдиме лә халыҡтың күпселегендә яҡлау тапты. Сөнки тракторҙы ул ҡорамалдарҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының” эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн инициатив төркөм төҙөлдө. Ул төркөмдөң эше ошондай функцияларҙы алып бара: смета документтары менән эште ойоштороу, халыҡтан аҡса йыйыу буйынса эш, бағыусылар менән бәйләнеш һәм заявка әҙерләү, эштәрҙе башҡарыуға контроль һәм проекттың үтәлеше буйынса отчет менән шөғөлләнеү. Быға тиклем эшләгән Р.И.Мәүлетҡолов етәкселегендәге 7 кешенән торған инициатив төркөмдө ҡалдырыу тәҡдиме бер тауыштан хупланды.
Читайте нас: