+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы маҡсаттар билдәләнек

Урындағы башланғыс-тарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуплап ҡаршы алынып, алтынсы йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы. Быйыл был программаға ярашлы, Ҡауарҙы һәм Толпар ауыл биләмәләре тәгәрмәсле трактор һатып алыуға ирешкәйне. Күптән түгел районға, атап әйткәндә, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә йәнә бер трактор ҡайтты. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға өҫтәп ауыл биләмәһе хакимиәтенең, халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамы менән тейешле сумма йыйылып, универсаль йыйылмалы “Бабочка” ҡар ырғытыу ҡоролмаһы һәм уның менән идара итеү джойстиклы “Беларусь 82.1” тәгәрмәсле тракторы һатып алдылар (дөйөм суммаһы 1 миллион 815 мең 026 һум). Был яңы техника биләмәне төҙөкләндереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ.

Урындағы башланғыс-тарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуплап ҡаршы алынып, алтынсы йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы. Быйыл был программаға ярашлы, Ҡауарҙы һәм Толпар ауыл биләмәләре тәгәрмәсле трактор һатып алыуға ирешкәйне. Күптән түгел районға, атап әйткәндә, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә йәнә бер трактор ҡайтты.
Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға өҫтәп ауыл биләмәһе хакимиәтенең, халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамы менән тейешле сумма йыйылып, универсаль йыйылмалы “Бабочка” ҡар ырғытыу ҡоролмаһы һәм уның менән идара итеү джойстиклы “Беларусь 82.1” тәгәрмәсле тракторы һатып алдылар (дөйөм суммаһы 1 миллион 815 мең 026 һум). Был яңы техника биләмәне төҙөкләндереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ.
- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” конкурсында ҡатнашыуҙа “Ҡайын” МУП-ы директоры Рим Шәрәфетдин улы Ғәлекәйев етәкселегендә ауыл биләмәһе, урындағы мәҙәниәт йорто, мәктәп хеҙмәткәрҙәренән торған инициатив төркөм ҙур эш башҡарҙы, - тине Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов. - Инициатив төркөмдөң емешле эше һөҙөмтәһендә ауылдың әүҙем халҡынан 130000 һум аҡса йыйыуға өлгәшелде. Даими бағыусыбыҙ Ленин исемендәге колхоз – 2017, 2018, 2019 йылғы Программаларҙың бағыусыһы булып торҙо, әммә быйылғы пандемия сәбәпле, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә алманы. Инициатив төркөмгә башҡа бағыусылар эҙләргә тура килде. “ШЭ Лоғоманов”, “ШЭ Полякова” шәхси предприятиелары бағыусы булды. “Стройресурс” ЯСЙ-е (директоры Петр Алексеевич Отмахов) 130 мең һум аҡса менән ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Уларға ауыл халҡы, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм шәхсән үҙемдең исемдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның быйылғы аҡсаһы үҙләштерелеп, трактор ҡайтыуы булды Яңғыҙҡайын ауылы инициатив төркөмө “ППМИ-2021” конкурсында ҡатнашыуға әҙерлек эштәрен башланы. Алдан коллективтарҙа йыйылыштар үтеп, был программа ярҙамында ауыл мәҙәниәт йорто бинаһының ҡыйығын һәм фасадын ремонтлау, Яңғыҙҡайын мәктәбенең алғы өлөшөн ремонтлау, “МТЗ-82” тракторына экскаватор ҡулайламаһы һатып алыу бурыстары билдәләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн был өҫтөнлөклө мәсьәләләр буйынса Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе хакимиәтенең йомғаҡлау йыйылышында ҡарар ҡабул ителәсәк. Йыйылыш 25 ноябрҙә мәҙәниәт йорто алдында йәки онлайн форматта үтәсәк (ватсапта “Яңғыҙҡайын” төркөмө буйынса), - тине Ғаян Заһретдин улы.

И.ӘЛИБАЕВА.

Читайте нас: