+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Декабрь 2016, 20:38

Яңы йылды байрам итеү тураһында

2017 йылды ҡаршылағанда Яңы йыл байрамдарын ойошҡан рәүештә уҙғарыу өсөн муниципаль район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.

Ҡарарға ярашлы, байрам саралары планы һәм ойоштороу комитеты сос-тавы раҫланды. Төрлө

ойошма, учреждениеларға аныҡ бурыстар йөкмәтелә. Атап әйткәндә, йәштәр менән эшләү, физик культура һәм спорт секторына (Л.П.Дәүләтшина), мәҙәниәт бүлегенә (Э.Н.Насирова), мәғариф бүлегенә (З.Р.Әхтәмова), Балалар ижады үҙәгенә (И.П.Шаульская), Красноусол ауыл биләмәһенә (Р.З.Мөхәмәҙиева):

уҡыусы балаларҙы 22 декабрҙә Өфөгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһына, ә 26 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк РФ Президенты шыршыһы байрамына алып барыу;

26 декабрҙә Красноусолда район хакимиәте алдындағы майҙанда Яңы йыл шыршыһын асыу;

28 декабрҙә етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, уҡыу алдынғылары, фән олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре өсөн Яңы йыл байрамы ойоштороу, 30 декабрҙә бал-маскарад, 2017 йылдың 7 ғинуарында Яңы йыл майҙанында Раштыуа байрамы айҡанлы балалар өсөн саралар ойоштороу йөкмәтелә.

74-се янғын часына (В.В.Отмахов), эске эштәр бүлегенә (И.А.Рәхмәтуллин) Яңы йыл байрамы саралары уҙғарылғанда янғын хәүефһеҙлеген, йәмәғәт тәртибен булдырырға, шулай уҡ байрамға барыусы балаларҙың хәүефһеҙ сәфәрен тәьмин итергә; Үҙәк район дауаханаһына (З.Ә.Ҡужина) район ауылдарында медицина персоналының дежурлыҡ итеүен ойошторорға, эске эштәр бүлегенә 20 декабрҙән 2017 йылдың 14 ғинуарына тиклем Яңы йыл ҡаласығында тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе ойошторорға, район хакимиәтенең финанс бүлегенә (С.Р.Ғөбәйҙуллина) финанс бүлеүҙе тәьмин итергә, предприятие, учреждение етәкселәренә үҙ ҡарамаҡтарындағы биналарҙы байрамса биҙәргә; Ғафури мәғлүмәт үҙәгенә (Т.Н.Пискун) байрам сараларын район гәзиттәрендә киң яҡтыртыуҙы ойошторорға.

Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатовҡа йөкмәтелә.
Читайте нас: