+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Декабрь 2016, 20:51

Мәғлүмәт белдереүе

15 декабрҙә дүртенсе саҡырылыш район Советы депутаттарының алтынсы ултырышы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡатнашты.

Көн тәртибендә Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны тапшырыу тураһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов бәйән итте. Муниципаль район бюджетының килемдәр һәм сығымдар өлөшөнә аныҡлыҡ индереү тураһында, Ғафури районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2030 йылға тик-лемге арауыҡҡа социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау тураһында, Ғафури районы муниципаль районының 2017 йылға һәм пландағы 2018-2019 йылдарға бюджеты тураһындағы мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығының финанс һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина, ра-йон хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү тураһында хакимиәттең кадрҙар буйынса инспекторы Олеся Кленова, муниципаль район Советының норматив-хоҡуҡи акттарын баҫтырып сығарыуҙа мәғлүмәт сараларын билдәләү тураһында район Советы секретары Римма Зверева сығыш яһанылар. Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул ителде.

Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙ эшен тамамланы.
Читайте нас: