+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
30 Декабрь 2016, 22:08

Яңы йыл ҡотло булһын!

Хөрмәтле райондаштар!Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Үтеп барған йыл районыбыҙ өсөн күп кенә тармаҡтарҙа уңышлы булды. Игенселектә, малсылыҡта ла һынатманыҡ. Бигерәк тә район тарихында беренсе тапҡыр хөкүмәткә 100 млн тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө тапшырып,

республикала алдынғы урынға күтәрелдек. Районда ауыл хужалығын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Бы-йыл ғына 100 млн һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы алынды. Республикабыҙ етәкселегенең дә ярҙамы ҙур булды. Бының өсөн Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ.

Районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ тармағы ла үҫеш кисерә. Республикала ауыл хужалығы буйынса «Йыл эшҡыуары”ның тап беҙҙең райондан булыуы ла ҡыуаныслы хәл.

Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе - социаль өлкәгә лә ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Уҙып барған йылда Красноусолда 63 фатирлы социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды. 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Район юлдарын төҙөкләндереүҙә лә быйыл ярайһы уҡ алға китеш бар.

Башҡа тармаҡтарҙа ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Киләһе йылдарҙа ла булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланып, халыҡ өсөн эшләргә яҡты өмөттәр бағлайбыҙ.

Хөрмәтле яҡташтар!

Бына тағы бер йыл тарихта ҡала. Ниндәй генә булһа ла, был йыл да һеҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырһын. Яңы йыл һеҙгә яңы уңыштар, шатлыҡтар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге теләйем. Яңы йыл ҡотло, бәрәкәтле булһын!

Рәмил БОХАРОВ,

Муниципаль район

хакимиәте башлығы.
Читайте нас: