Район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән махсус комиссияның сираттағы Профилактика көнө Ҡауарҙы ауыл советы биләмәһендә үтте. Уның эшен комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов алып барҙы. Шулай уҡ ултырышта комиссия ағзалары, урындағы етәкселәр, уҡытыусылар, депутаттар ҡатнашты.
Ҡауарҙы ауылында социаль яҡтан хәүефлеләр исемлегендә 8 ғаилә бар. Комиссия алдына тәүге булып 4 бала әсәһе А. баҫты. Ире эштә саҡта балаларын ташлап эсеп йөрөүсе ҡатынға наркология кабинетына һәм район хакимиәтендә үтәсәк административ комиссия ултырышына килергә ҡушылды. Артабан комиссия алдына саҡырылған 3 бала әсәһе Г. ла шундай уҡ тормош алып бара. Уға ла шундай уҡ шарттар ҡуйылды.
Г. һәм И. Н.-дар үҙҙәренең 4 балаһынан тыш, һеңлеләренең етем ҡалған 3 балаһын ҡарай. Икенсе йыл инде 1-се класта ултырыусы опекалағы И.-ның насар тәртибе, уҡырға теләге булмауы тураһында башланғыс класс уҡытыусыһы һөйләне. Тиҫтерҙәре менән генә түгел, уҡытыусы менән дә тупаҫ аралашҡан, программаны үҙләштерә алмаған малайҙы махсус мәктәпкә ебәреүҙәрен үтенде ул. Өйҙә балаларға те-йешле тәрбиәнең булмауы, әсәй кешенең эсеүе, йыш ҡына балаларын ташлап сығып китеүе ошондай һөҙөмтәләргә килтерә лә инде. Комиссия ағзалары опекалағы балаларҙың яҙмышын хәл итер өсөн был ғаиләне Опека һәм попечителлек секторына саҡырҙы.
2 бала әсәһе Г.Й. ла эсә, ғаиләһен ҡалдырып айҙар буйы өйөнә ҡайтмай йөрөй тип зарланды ауылдаштары. Апаһының бер балаһын ҡалаға алып киткәнен дә белмәй эсеп йөрөгән, күп тапҡырҙар һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, әсә бурысын тейешенсә үтәмәгән, балаларын ҡарамаған ҡатынды әсәлек хоҡуғынан сикләүҙәрен һораны ауыл хакимиәте башлығы.
Бер нисә йыл инде имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған 2 бала әсәһе Р. А.-ны тәү ҡарашҡа эсеп йөрөүсе ҡатын тип әйтмәҫһең дә. Үҙе оҫта тегенсе, теген менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдары ла булған ҡатын ире Себергә эшкә китеү менән эсә башлай. Ауыл хакимиәтенә саҡырып, үҙ эшеңде ас, бер шөғөлөң булыр, буш ваҡытың да ҡалмаҫ эсеп йөрөргә, тип күпме генә өгөтләп ҡараһалар ҙа файҙаһы теймәй. Ауылдаштары әйтеүенсә, быға тиклем
эсмәгән ире лә хәҙер эсеүгә әүәҫләнгән. Иркен, күркәм йортта, мул-етеш йәшәгән ҡатындың ошондай тормош алып барыуына ҡарата “Әҙәм балаһы хөрлөккә түҙмәй, хурлыҡҡа түҙә” тигән халыҡ мәҡәле. Был ғаиләгә лә наркология кабинетына килергә ҡушылды.
4 бала әсәһе З.Ҡ. менән дә тәүге тапҡыр һөйләшмәй комиссия ағзалары. Эсеүгә әүәҫ ҡатын ире менән айырылышҡан. Атай кеше балаларын кейендерә, ҡараша, хужалыҡтағы бар эштәрҙә лә ярҙам итә. Тағы ла бер тапҡыр төҙәлергә мөмкинлек биреп, ҡатынды наркологҡа һәм административ комиссия ултырышына саҡырҙылар.
Был көндө комиссия ултырышында күршеләренең, туғандарының ялыуы буйынса законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр һатҡан, өйөнә йәштәрҙе йыйып эскелек ойоштороусы ҡатындың да тәртибе тикшерелде. Бер ҡайҙа ла эшләргә теләмәй, еңел табыш артынан ҡыуған, бәлиғ булмаған 3 балаһын йүнләп ҡарамаған әсә кеше ҡаты шелтәләнде, эске эштәр бүлегенә был ғаиләне иҫәпкә алырға ҡушылды.
Ире үлгәс 3 баланы яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатындың һирәкләп булһа ла эскеләүен дә тәнҡит утына тотто ауылдаштары һәм бынан кире ауыҙыма ла алмайым тигән һүҙен алып, бер юлға иҫкәртеү яһаны.
Ултырыштан һуң комиссия ағзалары Ҡауарҙы һәм Юлыҡ ауыл-
дарында иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙең өйҙәрендә булды. Был ауыл биләмәһендә лә ир-егеттәрҙең түгел, ә гүзәл зат булған йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскелек һаҙлығына батып, ғәзиз сабыйҙарын әсә наҙынан, хәстәрлегенән мәхрүм итеүе аяныс күренеш, әлбиттә. Ваҡытында тейешле тәрбиә, ата-әсә һөйөүе алып еткермәгән балаларҙан ҡартайған көндәрендә игелек күреүҙәре икеле. Аңдары араҡы ағыуы менән томаланған ғаиләләр генә был хәҡиҡәтте аңламай, күрәһең.