+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
17 Ноябрь 2017, 13:45

Мәҙәниәт усағы гөрләп торһон

Һәр ауылдың күренекле шәхестәре, ысын ир-уҙамандары була. Был йәһәттән Баҡраҡ ауылы халҡы бәхетле. Ауылдаштары, “Газпром Өфө газ бүлеү” йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары - баш инженеры, техник фәндәр докторы Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин тыуған ауылы өсөн бик күп эштәр башҡарҙы һәм башҡара.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ололоҡлап ҡаршы алдылар.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ололоҡлап ҡаршы алдылар.
әр ауылдың күренекле шәхестәре, ысын ир-уҙамандары була. Был йәһәттән Баҡраҡ ауылы халҡы бәхетле. Ауылдаштары, “Газпром Өфө газ бүлеү” йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары - баш инженеры, техник фәндәр докторы Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин тыуған ауылы өсөн бик күп эштәр башҡарҙы һәм башҡара.

Бынан бер нисә йыл элек ошо ауылдан ирле-ҡатынлы Лилиә һәм Ғайса Күскилдиндар тырышлығы менән ауыл клубы бер ни тиклем ремонтланып, үҙ ишектәрен аса. Быйыл иһә улар ярҙам һорап Рәйес Әхмәтша улына мөрәжәғәт итәләр. Тыуған ауылының ысын патриоты булған Рәйес Күскилдин ауылдаштарының мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм ауыл клубында эш башлана. Һуңғараҡ был башланғысты район хакимиәте лә күтәреп ала һәм Баҡраҡ ауыл клубын ремонтлауға ҙур ярҙам күрһәтелә. Клубты ошо уҡ ауыл кешеләре ремонтлай. Ҡыйығын профнастил менән ябыуҙа һәм эске яҡтан ремонтлауҙа Илдар Шәйәхмәтов, Айрат Күскилдин, Раил Шәмсетдинов, Ғайса Күскилдин тырышып эшләйҙәр. Һылау-буяу эштәрен ҡатын-ҡыҙҙар – Рина Мәжитова, Альфира Күскилдина, Әлиә Туймуллина, Лилиә Күскилдиналар атҡара. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр, күмәкләп тотонғас, ошондай ҙур эште лә атҡарып сығалар.

11 ноябрҙә Баҡраҡ ауыл клубын тантаналы шарттарҙа асыу булды. Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, “Газпром Өфө газ бүлеү" йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары – баш инженеры Рәйес Күскилдин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, ауыл халҡы, ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ошо ауыл кешеләре, тирә-яҡ ауылдар халҡы ҡатнашты. Ауыл клубы алдында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ололоҡлап ҡаршы алдылар. Ал таҫманы киҫеүгә Рәмил Бохаров, Рәйес Күскилдин, Нурсилә Хәсәнова һәм Динислам Мозафаров саҡырылды. Ал таҫма киҫелгәндән һуң ҡунаҡтар һәм тантанаға йыйылған халыҡ клуб эсенә үтте. Ысынлап та, дан итеп ремонтланған ауыл клубы, танырлыҡ та түгел. Ра-йон хакимиәте ярҙамы менән залға йомшаҡ ултырғыстар (100 урынлыҡ) урынлаштырылған. Сәхнә ҡорғандары ла яңыртылған. Бейеү, дискотека ойоштороу өсөн айырым зал бар һәм бында ла бүлмә төҙөкләндерелеп, стенаһына ошо ауыл уҙаманы Мәғәфүр Юлдашев үҙ ҡулдары менән алғы планда Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән пейзаж төшөрөп ҡуйған. Ошо уҡ залға Рәйес Әхмәтша улы бүләк иткән өр-яңы, ҙур бильярд өҫтәле урынлаштырылған. Ауылдың ир-егеттәре өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк был. Бындай ҙур бильярд өҫтәле районда “Красноусол” шифаханаһында ғына бар, башҡа ерҙә ундайҙы осратҡан юҡ.

Тантаналы өлөш клуб эсендә дауам итте. Алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина тәүге һүҙҙе ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе.

-Күп урындарҙа оптимәлләштереү һөҙөмтәһендә мәҙәниәт йорттары ябылды йәки ябыла. Беҙ иһә, киреһенсә, буш торған биналарҙы яңынан төҙөкләндереп, асырға тырышабыҙ. Бындай эшкә районыбыҙ патриоттары булған Рәйес Әхмәтша улы һәм Динислам Баттал улы кеүек уҙамандар ярҙам итә. Улар икеһе лә райондың Почетлы граждандары. Динислам Баттал улы төҙөткән идара йортон реконструкциялауға һәм участка дауаханаһы итеүгә Рәйес Әхмәтша улы һәм “Красноусол” шифаханаһы ярҙам итте. Заманында Динислам Мозафаров төҙөткән Ибраһим ауыл клубы янғындан һуң бер нисә йыл етемһерәп ултырҙы. Ошо бинаның яҙмышын да Динислам Баттал улы хәл итте - БР Мәҙәниәт министрлығына үҙе барып, төҙөкләндереү өсөн 3 миллион һум аҡса бүлдереүгә өлгәште. Бөгөн Ибраһим ауыл клубы гөрләп эшләп тора. Бына, ниһайәт, Баҡраҡ ауыл клубы ла үҙенең икенсе йәшлеген кисерә, бының өсөн Рәйес Әхмәтша улына ҙур рәхмәтлебеҙ. Райондың һәм тыуған ауылының ысын патриоты булған яҡташыбыҙға артабан ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, - тип уға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Ошондай уҡ Маҡтау грамоталарына Ғайса Күскилдин менән Динислам Мозафаров та лайыҡ булды. Динислам Баттал улы үҙенең хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Ул Әхмәтша Күскилдиндың заманында Баҡраҡ ауылында “Берлек” колхозы рәйесе булыуын, бик ғәҙел һәм ныҡышмал, оҫта ойоштороу һәләтенә эйә кеше икәнлеген билдәләне.

- Беҙ йәш саҡта ағас клуб ауыл уртаһында ине. Мин әрме хеҙмәтенән ҡайтыуға Динислам Баттал улы ошо клубты төҙөтөп ҡуйған. Бөгөн клубыбыҙ икенсе тапҡырға асыла һәм уның ишектәре башҡаса ябылмаһын. Ауылда мәсет бар, йәштәр өй яңырта, ауылыбыҙ һүнмәһен, гөрләп торһон тигән маҡсатта клубты тергеҙергә булдыҡ, - тине Рәйес Әхмәтша улы һәм клубҡа бильярд өҫтәле бүләк итеүен белдерҙе. Ауыл клубын ремонтлауға тос өлөш индергәндәре өсөн һигеҙ кешегә үҙ бүләктәрен дә тапшырып үтте. Уның үҙен дә бүләкһеҙ ҡалдырманылар. Лилиә һәм Ғайса Күскилдиндар Рәйес Әхмәтша улының ҡулына йүгән тоттороп, йылҡы бүләк итеүҙәрен белдерҙеләр. Абруйлы ир-уҙаманына йылҡы бүләк итеү йолаһы башҡортта борон-борондан килә. Ысын мәғәнәһендә ил ағаһы булып етешкән Рәйес Күскилдин бындай бүләккә, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова Рәйес Әхмәтша улына һәм Рәмил Зәкәриә улына клубты ремонтлатыуға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм ауыл кешеләренә Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәх-мәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауыл старостаһы Марат Юлдашев, ауыл Советы депутаты Альбина Ибраһимова, ошо ауыл кешеләре Зөлфиә Таһирова, Юлиә Хәсәнова, Әлиә Туймуллина, Зифа Күскилдина ауыл биләмәһе башлығы ҡулынан Рәхмәт хаттары алыуға өлгәште. Ошо ауыл ағинәйе, ғүмер буйы Баҡраҡ һөтсөлөк фермаһында алдынғы һауынсы булып эшләгән Нурия Ҡолгилдина сәхнәгә күтәрелеп, ауылдаштары исеменән Рәйес Әхмәтша улына һәм район етәкселегенә, ошо эште башлап йөрөүсе Лилиә һәм Ғайса Күскилдиндарға ҙур рәхмәт белдерҙе, эштәрендә уңыштар теләне.

Тантаналы сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ошо ерлектә булдырылған, клуб булмаған саҡта ла район һабантуйҙарында һәм районда уҙғарылған башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашып килгән “Зәйлекүл” фольклор ансамбле (етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова) сығышы, Өфө ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан, тамырҙары менән ошо ауыл егете Илшат Ғайсаровтың “Баҡрағым” йыры (Рәмил Ғимрани һүҙҙәре һәм көйө), Хафиза Мөхәмәтғәлинаның Әй башҡорттарының “Кәбиғәт” бейеүен башҡарыуы, Мәғәфүр Юлдашевтың гармунға ҡушылып йырлауы алҡыштарға күмелде. Һуңынан район мәҙәниәт һарайы артистары – Рәмил Ҡотдосов, Рәзилә Хәбибуллина, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлин бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Был көн ауыл халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде. Ауыл клубының уттары балҡып янып, бында мәҙәни саралар даими уҙғарылып
Читайте нас: