-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
1 Декабрь 2017, 13:45

Эшҡыуарлыҡҡа – етди аҙымдар менән

Уҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһының Эшҡы-уарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе В.А.Ғиләжетдинов эш сәфәре менән районыбыҙҙа булып китте.

Уҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһының Эшҡы-уарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе В.А.Ғиләжетдинов эш сәфәре менән районыбыҙҙа булып китте.

Вячеслав Африкович Ғиләжетдинов башта район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров менән осрашып аралашты. Ра-йон кимәлендәге эшлекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшергәндән һуң, Вячеслав Африкович район эшҡыуарҙары һәм бизнесты үҫтереү өлкәһендә яуаплылар ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡатнашты. Дәүләт комитеты рәйесе менән эшлекле осрашыуҙы район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс-тар буйынса урынбаҫары Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллина алып барҙы.

Ул шулай уҡ районыбыҙҙағы ҡайһы бер инстанцияларҙың, атап әйткәндә, Милеккә идара итеү комитеты, архитектура һәм башҡа компетентлы хеҙмәттәр, ойошмаларҙың эш үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Вячеслав Африкович административ хеҙмәттәрҙе оҙаҡҡа һуҙмай тиҙ арала күрһәтеү үҙ эшен асып, үҫтерергә теләүселәргә уғата ҙур йоғонто яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды (оҙайлы процедуралар йүнселлеккә тотоноусының дәртен һүндерергә мөмкин – ред.). Ә беҙҙә иһә асыҡланыуынса, эшҡыуар булып үҙ бизнесыңды асыу өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүгә һәм кәрәкле коммуникацияларға тоташыуға бер йыл тирәһе ваҡыт сарыф ителеүенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе Комитет рәйесе.

Артабан һүҙ бизнесты үҫтереү йәһәтенән субсидиялар, кредиттар, лизингтар алыу хаҡында барҙы. Вячеслав Ғиләжетдинов был тәңгәлдә йүнселдәргә рес-публиканан күрһәтелгән ярҙам, шул иҫәптән гарантия фонды, лизинг компаниялары һәм микрофинанс үҙәктәре аша мәсьәләне хәл итеү юлдарын аңлатып үтте. Комитет рәйесе шулай уҡ беҙҙең

районда был юҫыҡта урындағы власть яғынан ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Светлана Ғөбәйҙуллина район бюджетынан эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән аҡса бүленеүен һәм уның йыл һайын артыуын бәйән итте. Былтыр ул 1,7 миллион һум тәшкил итһә, быйыл 2,2 миллион һум булған. Был аҡсалар “стартап”тарға (үҙ эшен яңы асҡан эшҡыуарҙарға 200 мең һумғаса күләмдә грант) бүленә, шулай уҡ беҙҙәге йүнселдәрҙең лизинг түләүҙәрен ҡаплатыу иҫәбенә йүнәлтелә.

Вячеслав Африкович район етәкселегенең урындағы бизнесҡа финанс ярҙамы күләмен арттыра барыуын ыңғай яҡтан баһаланы. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә һәм инициативаларына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыу файҙаға ғына булыуын билдәләне. Шулай уҡ иң яҡшы эшҡыуарҙарҙы асыҡлау йәһәтенән ижади конкурстар уҙғарыу, улар хаҡында гәзит биттәрендә даими яҡтыртыу һәм башҡалар ыңғай роль уйнай. Ошондай ысулдар бизнесмендың йәмғиәттәге юғары кимәлен һәм дәрәжәһен күрһәтә. Был иһә башҡаларҙы ла үҙ эшен асырға этәрәсәк.

Кәңәшмә һуңында В.Ғиләжетдинов эшҡыуарлыҡ өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды, һорауҙарға яуап бирҙе.

БР Дәүләт комитеты рәйесе менән осрашыу ике яҡ өсөн дә емешле һәм фәһемле булды.
Читайте нас: