+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
8 Декабрь 2017, 13:34

Районыбыҙ хәҙер "алтын"лы

Ошо көндәрҙә республикабыҙ баш ҡалаһынан һөйөнөслө яңылыҡ алдыҡ. Ғафури районы Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса үҙәктәре ауыл биләмәләрендә урынлашҡан муниципаль ра-йондар араһында 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы тип танылды. I урын өсөн грант алыуға “алтын” сертификатты ошо көндәрҙә Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов тапшырҙы.

Ошо көндәрҙә республикабыҙ баш ҡалаһынан һөйөнөслө яңылыҡ алдыҡ. Ғафури районы Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса үҙәктәре ауыл биләмәләрендә урынлашҡан муниципаль ра-йондар араһында 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы тип танылды. I урын өсөн грант алыуға “алтын” сертификатты ошо көндәрҙә Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров районда башҡа өлкәләрҙә лә бындай уңыш өсөн мөмкинлектәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, беҙҙә ауыл хужалығында күрһәткестәр һәйбәт, шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре май-ҙанын һәм унан уңыш алыуҙы арттырыу, малсылыҡтағы үҫеш арҡаһында бында тулайым килемдең тотороҡло үҫеүе күҙәтелә. Халыҡтан һөт, ит йыйыу эшен көсәйтеү – ра-йон агросәнәғәт комплексының тула-

йым килемен үҫтереүҙең тағы бер сығанағы, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙың фи-

нанс именлеге нигеҙе була ала.

Артҡа китеп, районыбыҙҙың 2016 йылда нимә менән

айырылып торғанына күҙ һалайыҡ.

2016 йылда район предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан 5 млрд һумдан ашыулыҡ үҙ продукциябыҙ етештерелде һәм хеҙмәттәр күрһәтелде, шул иҫәптән ауыл хужалығында тулайым продукция етештереү 2,7 млрд һумлыҡ булып, ул 2015 йыл кимәленә ҡарата 107 процент тәшкил итте.

Сәнәғәт етештереүе индексы бынан алдағы йылдар кимәлен уҙып китеп, 2016 йыл һөҙөмтәләре

буйынса 100,3 процент тәшкил итте. Оҙатылған сәнәғәт тауарҙары күләме 500 млн һумдан ашыулыҡ булып, 2015 йылға ҡарата 118,7 процент тәшкил итте.

Район буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләменең төп өлөшө торлаҡ төҙөлөшөнә тура килә – 454,7 млн һум (2015 йылда – 334,2 млн һум). Ауыл хужалығы предприя-

тиеларына инвестиция 100 млн һумдан ашыу тәшкил итте – 2015 йылға ҡарата 126 процент (былар – фермаларҙы реконструкциялау, ауыл хужалығы техникаһы, мал һатып алыу һ.б.). Бәләкәй бизнес вәкилдәре төҙөлөш алып барыуҙы һәм үҙ эшен киңәйтеүҙе әүҙем дауам итә.

2016 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 9 ғаилә бөтәһе 9 млн һумлыҡ танытмалар һәм сертификаттар алды. 12 ғаилә 3,4 млн һумлыҡ йорт комплекты һатып алыуға льготалы кредит алды.

2016 йылда мәғариф учреждениеларын ремонтлау буйынса ла күп кенә эш башҡарылды. Красноусолда балалар баҡсаһы төҙөлөшө

дауам итте. Әйткәндәй, 2016 йылға 3 йәштән 7 йәшкәсә балалар мәктәпкәсә белем биреү менән 100 процент тәьмин ителергә тейешлеге тураһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указын-да билдәләнгән бурыс

беҙҙең районда 2015 йылға уҡ үтәлгәйне.

Урындағы башланғыс-тарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә биш проект бойомға ашырылды. Был маҡсатта Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 3 млн 900 мең һум аҡса йәлеп ителде.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам, ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль Программалары сиктәрендә эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеү дауам итте. 2016 йылда 9 эшҡыуар ярҙам алды. Ауыл хужалығы, эшкәртеү производствоһы, хеҙмәт-тәр күрһәтеү өлкәләрендә проекттарға ярҙам күрһәтелде.

Беҙҙең спортсылар,

уҡыусылар, артистар, эш-ҡыуарҙар төрлө кимәлдәге ярыш һәм конкурстарҙа еңеү яуланы.

Бөгөнгө һөйөнөслө яңы-лыҡ – бөтә өлгәшелгәндәргә дәлил һәм 23 миллион һумлаҡ тос аҡсалата сумма менән нығытылған лайыҡлы бүләк ул. Муниципаль влас-тар уны Красноусолда элекке быяла заводы идараһы эргәһендә Көгөш йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөүгә тотонорға планлаштыра. Был төҙөлөш күптән өлгөрөп еткәйне, әммә ра-йон бюджеты ярҙамында ғына уны хәл итеү мөмкин булманы. Яңы күпер төҙөү ҙур социаль әһәмиәткә эйә – ул автомобилдәр ағымын кәметеп кенә ҡалмаясаҡ, Һамар биҫтәһендә йәшәүсе тиҫтәләгән уҡыусылар мәктәпкә тура юлдан йөрөй аласаҡ. Хәйер, өлкәндәрҙең юлы ла еңеләйәсәк һәм ҡыҫҡарасаҡ.


Читайте нас: