+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
23 Ғинуар 2018, 12:23

Белем усағы яңы төҫ ала

25 йыл буйы капиталь ремонт үткәрелмәгән Бурлы урта мәктәбе, ниһайәт, үҙенең яңырыу осорон кисерә. Был маҡсатҡа респуб-ликала тормошҡа ашырылған “Мәктәптәрҙең базаһын нығытыу һәм энергия һаҡлау” программаһы буйынса 14 млн һум аҡса бүленгән.

25 йыл буйы капиталь ремонт үткәрелмәгән Бурлы урта мәктәбе, ниһайәт, үҙенең яңырыу осорон кисерә. Был маҡсатҡа респуб-ликала тормошҡа ашырылған “Мәктәптәрҙең базаһын нығытыу һәм энергия һаҡлау” программаһы буйынса 14 млн һум аҡса бүленгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Сәнәғәт граждан төҙөлөшө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үткәрелгән аукционда еңеп сығып, уҙған йылдың декабрь айында ремонт эштәрен башлап ебәргән. Төҙөүселәрҙең баш инженеры Антон Выров әйтеүенсә, 27 эшсенән, 2 шоферҙан торған төркөм көн һайын Стәрлетамаҡтан йөрөп эшләй. Ауылдағы 8 кешегә ваҡытлыса эш урыны булдырылған.

Проект-смета документтарына ярашлы, мәктәп тулыһынса яңы төҫ аласаҡ. Әлеге көнгә иҫке тәҙрәләр алынып, өр-яңы ике камералы 94 пластик тәҙрә ҡуйылған, тәҙрә тупһалары һәм яҡтары эшләнгән. Был тәҙрәләр йылылыҡты 2 тапҡырға яҡшыраҡ һаҡлай. Бер нисә ҡат буялған майлы буяулы стеналар, түшәмдәр ҙә ҡырылып, штукатурка менән яңынан тигеҙләнеп, САНпин талаптарына ярашлы водоэмульсия буяуы менән буяласаҡ. Иҙәндәрҙәге таҡталарҙы алып, коридорға керамогранит плиткалар, класс бүлмәләренә линолеум һәм шпунтланған ҡарағай таҡталар һалыу ҡаралған. Кластарҙағы һәм башҡа урындарҙағы бүленгән урындар яңынан гипсокартон менән бүленә. Биҙәү эштәре мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар менән кәңәшләшеп, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнә. Мәктәптең электр кабелдәре лә заманса сымдарға алмаштырыла. Кабинет һәм коридорҙарға диодлы 120 яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ. Улар 2,5 тапҡырға яҡтыраҡ яна, шул уҡ ваҡытта 2,5 тапҡырға әҙерәк энергия сарыф итә. Йылытыу системаһын да тулы яңырыу көтә – элекке суйын батареялар урынына иҫкеләренән 2 тапҡырға нығыраҡ йылытҡан, ҡулланыу ваҡыты 50 йылға иҫәпләнгән, эске яғы армирланған биметалл батареялар урынлаштырыла. Бинанан эвакуация сығыу урындарында янмай торған металдан 5 ишек буласаҡ.

Мәктәптең тышҡы күренеше лә күҙгә күренеп үҙгәрә – стеналар янмай торған материалдар менән йылытылып, профнастил менән ҡаплана. Бар эштәрҙә лә Рәсәйҙә етештерелгән һәм хәүефһеҙлек, һаулыҡҡа зарарһыҙ булыуы яғынан тейешле стандарттарға яуап биргән материалдарҙы ҡулланабыҙ, быға тиклем мәктәптә “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса эшләнгән уңайлыҡтарҙың да барыһы ла һаҡланасаҡ, тине баш инженер. Мәктәп бинаһынан тыш, ҡаҙанлыҡтың тәҙрәләре һәм ҡыйығы, урам яғынан тимер бағаналар ҡуйыла, ҡойма яңыртыла.

Уҡыу йортона заманса яңы төҫ, балаларға белем алыу өсөн йылы һәм яҡты, уңайлы шарттар булдырған капиталь ремонтты килешеүҙә ҡаралған 31 май урынына күпкә алдараҡ тамамларға уйлай төҙөүселәр.
Читайте нас: