Табын ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырышында район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Табын ауыл мәҙәниәт йортона йыйылған халыҡ башта урындағы һәүәҫкәрҙәр әҙерләгән концертты ҡараны. Асыҡ ултырышта ауыл биләмәһе башлығы Андрей Аверьянов былтырғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны. Табын ауыл биләмәһе райондың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм халыҡ һаны буйынса Красноусол һәм Аҡкүл ауыл биләмәләренән генә ҡалыша. Ауыл биләмәһендәге 10 ауылда 3500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Биләмәлә ауыл хужалығы предприятиелары ла байтаҡ ҡына. “Урожай”, “Агролэнд”, “Восход-СТ”, “Тахтаров Г.М.”, “Солнышко”, “Агрохим” хужалыҡтары һәм бер нисә вағыраҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшләп килә. Киләсәктә был ауыл хужалығы предприятиеларын биләмә эшмәкәрлегенә әүҙемерәк йәлеп итеү талап ителә. Биләмәлә Яңы Бурлы ауылында ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнеүселәр бар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Әммә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, уны тейешле хаҡҡа һатыу буйынса башҡараһы эштәр байтаҡ. Сығыш яһаусы төҙөкләндереү эштәренә лә туҡталды. Родина ауылындағы клуб газ яғыулығына тоташтырылған, Архангелка ауыл клубына яңы ҡаҙанлыҡ алынған. Урындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә байтаҡ сығымдар ҡулланылған, ауыл урамдарына яҡтыртҡыс фонарҙар ҡуйылған. Биләмә башлығы район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәкселегенә юлдарҙы ремонтлауға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Төҙөкләндереү эштәре бы-йыл да дауам иттереләсәк, тип билдәләне сығыш яһаусы. Шулай уҡ биләмәлә балалар майҙансығы булдырыу, сүплектәрҙе тәртипкә килтереү буйынса эштәр башҡараһы бар. Былтыр ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып ҡараған, әммә еңеп сығыр өсөн бер нисә балл ғына етмәгән. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә йыйынмай улар. Быйыл да был программала ҡатнашып, биләмәгә трактор һатып алырға уйлашалар.
Ауыл биләмәһендә Табын урта мәктәбе, Табын коррекция мәктәбе, Родина, Архангелка, Березовка мәктәптәре эшләп килә. Әммә балалар һанының кәмеүе Табын ауыл биләмәһе өсөн дә хас күренеш. Демографик хәл дә маҡтанырлыҡ түгел. Былтыр 27 сабый тыуған, 37 кеше мәрхүм булған. Ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, спиртлы эсемлек ҡулланыусылар кәмерәк булған осраҡта үлеүселәр һаны ла күпкә аҙыраҡ булған булыр ине. Тимәк, ауыл биләмәһендә был тәңгәлдә профилактика эшен көсәйтеү талап ителә. Бындай эштәрҙе депутаттар корпусы, йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡтың туранан-тура ҡатнашлығында ғына башҡарып була, тине сығыш яһаусы.
Ауыл биләмәһе башлығы үҙ сығышында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, йәмәғәт советтарының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Уның сығышынан һуң ауыл Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Һуңынан ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Табын ауылына мәҙәниәт йорто төҙөү, халыҡтың ялын файҙалы үткәреү өсөн саралар ойоштороу, ауылда туйҙар, йыназа мәжлесе кеүек саралар уҙғарыуға кафе асыу, автотранс-порт автобустарының Табын ауы-лы аша үтеүен йә булмаһа айырым маршрут асыу, Табын казактары хорына сәхнә костюмдары һатып алыу кәрәклеге һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров Табын ауыл биләмәһе халҡының һуңғы йылдарҙа күтәрелеш кисереүен, ауыл старосталарының (Табын
ауылында - Евгений Лубин, Родинала – Фәүзиә Ҡотлогилдина, Яңы Бурлыла - Риф Мырҙағолов) был тәңгәлдә барлыҡ эштәрҙе халыҡ менән бер төптән башҡарыуын ыңғай яҡтан билдәләп үтте. Дөйөм алғанда, асыҡ ултырыш эшлекле шарттарҙа үтте. Сара һуңында ҡарар ҡабул ителде һәм асыҡ ултырыш ошоноң менән үҙ эшен тамамланы.