+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
16 Март 2018, 12:51

Кооперативтар төҙөү – өлгөрөп еткән мәсьәлә

Бельский ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендәге делегация ҡатнашлығында үтте. Уҙған йылдағы эшмәкәрлектәре тураһында доклад менән ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров сығыш яһаны.

Бельский ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендәге делегация ҡатнашлығында үтте. Уҙған йылдағы эшмәкәрлектәре тураһында доклад менән ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров сығыш яһаны.

Бельский ауыл биләмәһенә ҡараған Игенйылға, Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш, Цапаловка, Краснодубровка ауылдарында бөтәһе 484 хужалыҡ иҫәпләнә, уларҙа 832 кеше йәшәй. Былтыр биләмә бюджетына 3 миллион 327 мең һум аҡса ингән. Уның 399 мең һумын физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымы, 366 мең һумын ер һалымы һәм 186 мең һумын башҡа килем тәшкил иткән. Халыҡты көндәлек тауарҙар менән 4 эшҡыуар – Ҡотлоғужала Рауил Бикҡолов, Эльмира Янбаева һәм Игенйылғала Рәмзиә Вәлиева, Фәнисә Нәзирова тәьмин итә. Ф.Нәзирова икмәкхана асып, ауылдаштарын тәмле икмәк менән һыйлай. Цапаловкала Л.Н.Монасипованың кафеһы эшләй. “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһы (генераль директоры Р.З.Бакиров) үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы (етәксеһе В.В.Смирнов) агротуризм һәм экскурсиялар ойоштороу өлкәһендә эшләй. “Маннанов А.Б.” КФХ-һы кәзәләр үрсетеп, ҡымыҙ, ҡаймаҡ, эремсек етештерә. Рифғәт Мөлөков ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Эшҡыуарҙар халыҡҡа эш урындары булдыра, төрлө саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

2017 йылда Бельский ауыл биләмәһендә дөйөм майҙаны 670 кв.м булған 9 йорт төҙөлгән. Йыл һуҙымында экологик өмәләр ойошторолған, ҡышын юлдар ҡар һәм боҙҙан таҙартыла. Краснодубровка ауылының юлдары, ауылға ингән урыны төҙөкләндерелгән, “МТЗ” тракторына яйланма һатып алынған, Ҡотлоғужала Ҙур урамдың, Үҙәк һәм Кооператив урамдары араһындағы тыҡрыҡ юлдары, Мәктәп урамындағы ҡойоноң япмаһы ремонтланған, Игенйылға ауыл зыяраты йортоноң ҡыйығы яңыртылған, урамдарҙы яҡтыртыу, баннерҙар, юл тамғалары, проект эштәре башҡарылған. 5 ауылдың 3-һенә газ үткән: Яңы Ҡарамышта - 30 йорт, Ҡотлоғужала - 88, Игенйылғала 97 йорт “зәңгәр яғыулыҡ” ҡуллана. 2017 йылда 23 йортҡа газ индерелгән. Биләмәлә санкцияланмаған 3 сүплек бар. Терегөмөшлө ҡалдыҡтар өсөн махсус контейнер һатып алынған, “Наптон” ЯСЙ-һе менән уларҙы утилләштереү буйынса килешеү төҙөлгән.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, 2016 йылда трактор һәм уға яйланмалар алынған. Бы-йыл ошо уҡ программала ҡатнашып, мәктәп биләмәһен кәртәләп алырға уйҙары. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә Игенйылға ауыл клубының ҡыйығы ремонтланған, ағымдағы йылда Ҡотлоғужа клубының ҡыйығын төҙөкләндереү планлаштырыла.

Бельский ауыл биләмәһендә 1995 га һөрөнтө ерҙәр, 343 га сабынлыҡтар, 894 га майҙанда көтөүлектәр бар. 484 кешегә пай ерҙәре бүленгән, әлеге көнгә уларҙың 336-һы рәсмиләштерелгән. 2015 йылда пай ерҙәре килешеү буйынса 15 йылға “Восход-СТ” ЯСЙ-һенә бирелгән. Килешеү шарттарына ярашлы, предприятие йыл һайын 1 пай еренә 3 ц иген культураһы менән иҫәпләшә. Биләмәләге сабынлыҡтар кадастр иҫәбенә ҡуйылған һәм теркәү таныҡлыҡтары алынған. Мал тотоусы һәр кешенең билдәле сабынлығы бар.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата биләмәлә шәхси хужалыҡтарҙа 466 һыйыр малы, 478 һарыҡ-кәзә, 19 ат, 56 сусҡа, 1820 ҡош-ҡорт, 312 баш бал ҡорто умартаһы иҫәпләнә. Күпләп мал тотҡан Марсель Рәхмәтуллин, Марат Кәримов, Рәмзис Иҫәнгилдин маҡтап телгә алынды.

Бельский ауыл биләмәһендә 832 кеше йәшәй. Уларҙың 217-һе 18 йәшкә тиклемге йәштәр, 193-ө – пенсионер, 447-һе – хеҙмәткә яраҡлы кеше. Былтыр 12 сабый тыуған, 12 кеше вафат булған. 16 күп балалы ғаиләлә 51 бала, 8 тулы булмаған ғаиләлә 13 бала, имен булмаған 7 ғаиләлә 14 бала тәрбиәләнә.

Бюджет өлкәһендә - 50, “Восход-СТ” предприятиеһында - 22, шәхси эшҡыуарҙарҙа - 26, вахта ысулы менән 45 кеше эшләй.

Игенйылғала дөйөм белем биреү мәктәбе һәм балалар баҡсаһы, Ҡотлоғужала уның филиалы - башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Бөтәһе мәктәптә 71 бала (Игенйылғала – 61, Ҡотлоғужала - 10) белем ала, 40 бала (Игенйылғала – 26, Ҡотлоғужала - 14) балалар баҡсаһына йөрөй. Биләмә халҡын 2 ФАП хеҙмәтләндерә. Икеһенең дә бинаһына ремонт талап ителә. Ауыл хакимиәте иғтибарынан мәҙәни, спорт саралары үткәреү ҙә ситтә ҡалмай – йыл да ауыл байрамдары үткәрелә. Бында клуб хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ҙур. Бар сараларҙы ойоштороу һәм уҙғарыуҙағы ярҙамдары өсөн “Әхирәттәр” коллективына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Йәмәғәт ойошмаларынан ветерандар (рәйесе Р.Ш.Ибраһимова) һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары (З.М.Мәүлетова) әүҙем эшләй. 5 ауылда ла старосталар һайланған. Бар эштәрҙе лә улар менән кәңәшләшеп башҡарабыҙ, тине биләмә башлығы. Шулай уҡ ағымдағы йылға бурыстар менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров үҙ сығышында Бельский ауыл биләмәһе эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы, ҡыҫҡаса райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Урындағы халыҡты үҙ эштәрен асырға, шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын арттырырға, булдыҡлы, инициативалы кешеләргә ҙур мөмкинлектәр асҡан ауыл хужалығы кооперативтарына берләшергә саҡырҙы. Сығыш яһаусы 6-сы округ депутаты Римза Кәлимуллина, мәктәп директоры Ринат Сәфәрғәлиев, “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы етәксеһе Виталий Смирнов, “Восход-СТ” предприятиеһының генераль директор урынбаҫары Рөстәм Фәйзуллин үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы.

Йыйылышта ҡатнашыусылар Игенйылғаға тиклем килгән 3 саҡрым юлға асфальт түшәү мәсьәләһен, халыҡҡа адреслы ярҙам, малдарҙы яһалма аталандырыу, йәшен ҡайтарғыстар һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Эшлек-ле тәҡдимдәр ҙә күп булды. Мәҫәлән, В.Смирнов фермаға килгән туристарға йәй көндәрендә шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән ит-һөт продукцияһы, йәшелсә, емеш-еләк, дарыу үләндәре, миндек һәм башҡаларҙы һатыуҙы ойошторорға тәҡдим индерҙе. Кооперация буйынса ла ауылдаштарын әүҙемерәк булырға саҡырҙы, үҙҙәрендә ит эшкәртеү, ыҫлау өсөн махсус йыһаздар һатып алып, сертификатлы продукция сығарыуҙы яйға һалыу мөмкинлеген әйтте. Р.Р.Фәйзуллин халыҡҡа “Восход-СТ” хужалығына кисекмәҫтән 5 механизатор кәрәклеген еткерҙе. Уларҙан һуң 74-се янғын часы начальнигы Вадим Отмахов янғындарға бәйле хәлгә байҡау яһаны, халыҡты үҙ йорттарына автономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын алып ҡуйырға саҡырҙы.

Бельский ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының сираттағы асыҡ ултырышы, ҡарар ҡабул иткәндән һуң, үҙ эшен тамамланы.
Читайте нас: