+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
20 Март 2018, 16:54

Тотороҡло үҫеш юлында

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышында район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның урынбаҫарҙары Р.Й.Салауатов, Ф.З.Кейекбаев, Р.Р.Аҡбашев, район Советы рәйесе З.М.Хафизов, район Советы секретары Р.И.Зверева, Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Х.С.Сәфәрғолов, мәғариф бүлеге, янғын часы хеҙмәткәрҙәре, урындағы депутаттар ҡатнашты.

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышында район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның урынбаҫарҙары Р.Й.Салауатов, Ф.З.Кейекбаев, Р.Р.Аҡбашев, район Советы рәйесе З.М.Хафизов, район Советы секретары Р.И.Зверева, Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Х.С.Сәфәрғолов, мәғариф бүлеге, янғын часы хеҙмәткәрҙәре, урындағы депутаттар ҡатнашты.

Йыйылышҡа килгән халыҡ тәүҙә Яңғыҙҡайын ауылының һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт ҡараны. Биләмәнең уҙған йылғы эшмәкәрлеге һәм ағымдағы йылға бурыстар тураһында төп доклад менән ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов сығыш яһаны.

- Һәр йылдағыса былтыр ҙа беҙҙең алда халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, биләмәнең тотороҡло үҫеш юлын дауам итеү бурысы торҙо. Йыл һуҙымында ауыл хакимиәтендә 51 кеше ҡабул ителде. Улар күпселек осраҡта ер, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. 2017 йылда биләмәлә дөйөм майҙаны 1157 кв. м булған 13 йорт төҙөлгән, тағы ла 9-ында төҙөлөш эштәре бара. Ауыл биләмәһендә 10 депутат округы эшләй. Уҙған йылда урындағы Совет ҡараған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу булды. Уның буйынса “МТЗ-82” тракторы һәм “Универсал-800” тейәгесе алыуға өлгәштек. Быйыл да ошо программала ҡатнашып, тракторға һәм тейәгескә өҫтәлмә ҡоролмалар алырға иҫәп тотабыҙ.

Демографик хәл

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә Яңғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ауылдары инә. Яңғыҙҡайында 994 кеше, Ноябревкала – 4, Уралда 37 кеше йәшәй. Мәктәпкәсә йәштәге 69 бала, 7 йәштән 18-гә тиклемге - 135, 18-ҙән 60 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәк 831 кеше (шуларҙың 290-ы - пенсионерҙар) бар. Бюджет өлкәһендә - 37, ауыл хужалығы предприятиеларында – 41, шәхси эшҡыуарҙарҙа – 25, вахта ысулы менән 58 кеше эшләй, ҡалғандары үҙ хужалыҡтарында шөғөлләнә. Былтыр 11 кеше вафат булған, 9 сабый донъяға килгән.

Шәхси хужалыҡтар

Шәхси хужалыҡтарҙа бөтәһе 719 баш һыйыр малы, 356 баш һарыҡ-кәзә, 2830 ҡош-ҡорт, 34 сусҡа, 18 йылҡы малы, 255 баш бал ҡорто умартаһы иҫәпләнә. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Ишморатовтар, Ғафаровтар, Рамазановтар, Фәйзуллиндар 15-20-шәр баш һыйыр малы, Филүс Сабитовтың ғаиләһе 65 баш һарыҡ аҫрай.

Бюджет үтәлеше

Башҡарма властың иң мөһим бурыстарының береһе – бюджет аҡсаларын үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тотоноу. Былтыр физик шәхестәрҙән һалым 29770 һум, ауыл хужалығы һалымы 78800 һум, халыҡтан милек һалымы 34890 һум, ер һалымы 472870 һум, милекте ҡуртымға алыуҙан килгән һалым 109840 һум, дәүләт пошлинаһы 6130 һум, һөҙөмтәлә, үҙ килемебеҙ 732300 һум, бюджет дотацияһы 2427700 һум тәшкил итте. Сығымдарға килгәндә, 2136563 һум - эш хаҡына, 53476 һум – урамдарҙы яҡтыртыуға, 664800 һум – төҙөкләндереүгә, 497510 һум – янғын депоһын, 256745 һум – юлдарҙы тотоуға, 44523 һум коммуналь хужалыҡ эштәренә тотонолдо.

Социаль өлкә

Биләмәлә 21 күп балалы, 4 имен булмаған, 8 тулы булмаған ғаилә иҫәпләнә. Улар менән ауыл хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзалары әүҙем эшләй. Барығыҙҙы ла эргә-тирәләге күршеләрегеҙгә битараф булмаҫҡа, бала етәкләп китеп барған иҫерек әсә янынан үтеп китмәҫкә саҡырам. Бергә генә беҙ эскелекте еңә алабыҙ. Был йәһәттән иҫерткес эсемлектәр һатыусылар менән дә көрәш алып барабыҙ. Быға законһыҙ араҡы һатыусылар өсөн штрафтың 30 меңгә тиклем артыуы ла булышлыҡ итә.

Юлдар, яҡтылыҡ, һыу һәм газ менән тәьмин итеү

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе ҡарамағында 24,140 км юл бар. Ноябревкалағы Дуҫлыҡ урамы, Яңғыҙҡайында яңы барлыҡҡа килгән Ялан, Көнсығыш, Йәнбәков урамдарынан тыш, барыһына ла ҡырсынташ түшәлгән. Ҡышын юлдарҙы “Ҡайын” МУП-ы (етәксеһе - Р.Ш.Ғәликәйев) техникаһы таҙарта. Юлдарҙы тәртиптә тотҡан, һәр кемгә ярҙамға ашыҡҡан Алек Мостафин һәм Рәфис Хәсәновҡа ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм. Мәктәп эргәһендә “Балалар” һәм “Йәйәүлеләр өсөн юл” тигән юл билдәләре ҡуйылды. Киләһе йылда ауылдағы бөтә юл киҫелештәренә тейешле юл билдәләре ҡуйыу һәм яҡтыртыу планлаштырыла. Былтыр электр селтәрҙәренә һәм урам яҡтыртҡыстарына капиталь ремонт дауам итте. Һуңғы 3 йылда биләмә ауылдарына 128 яҡтыртҡыс ҡуйылды. Һыу селтәрҙәрен дә “Ҡайын” МУП-ы хеҙмәтләндерә. Уҙған йылда 17 ғаилә үҙ йорттарына һыу үткәрҙе. Бөтәһе 260 йортҡа һыу үткән. Урал һәм Ноябревка ауылдарында дөйөм ҡулланылышта һәм шәхси хужалыҡтарҙа ҡойолар бар. Халыҡтың 77,5 проценты “зәңгәр яғыулыҡ” ҡуллана. Былтыр 7 ғаилә үҙ йортона газ үткәргән.

Төҙөкләндереү

Биләмә халҡы йылдан-йыл шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә – йорттарына косметик һәм капиталь ремонт яһай, ҡоймаларын яңырта, пластик тәҙрәләр ҡуйҙыра. Иғлан ителгән өмәләрҙә ауылдағы ойошма-предприятиелар йыл һуҙымында үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙы, Егән йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса ла эш барҙы. Янғындарға ҡаршы көрәште лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған янғын һағы командаһында 5 кеше эшләй.

Социаль-иҡтисади үҫеш

Уға биләмәләге күп һанлы эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтар һәм Ленин исемендәге колхоз эшмәкәрлеге ҙур йоғонто яһай. ШЭ Мөьминов Р.В. КФХ-һы һәм Ленин исемендәге колхозды Риф Мөьминов етәкләй. Икеһендә лә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Ленин исемендәге колхозда 533 баш һыйыр малы, 80 баш йылҡы малы, фермер хужалығында 80 баш һыйыр малы аҫрала. “Ҡайын” МУП-ы һыу селтәрҙәре, урамдарҙағы яҡтылыҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын компостлау менән шөғөлләнә. ШЭ Ғафаров Р.Г. КФХ-һы малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм ағас быстырыу эштәрен башҡара. Унда 105 баш һыйыр малы бар, продукциялары (һөт, ҡаймаҡ, һыйыр итенән фарш, йылҡы ите, ҡаҙылыҡ) Яңғыҙҡайын ауылы магазиндарында һатыла. ШЭ Фәйезов М.З. – икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары бешерә, магазин, кафе астылар. ШЭ Садиҡова З.Р. кондитер ризыҡтары етештерә. ШЭ Ғөбәйҙуллин иҫке сусҡа фермаһында ауыл туризмы өсөн база төҙөй. Киләсәктә унда балыҡ, ҡош-ҡорт, һыйыр малдары һәм бал ҡорттары үрсетергә иҫәп тота. Әлеге көнгә унда быуа, малсылыҡ йорто, йәшелсә һаҡлау урыны, ҡош һәм сусҡа фермалары төҙөлгән дә инде. Шәхси эшҡыуарҙар А.С.Лоғоманова, З.Ш.Тимерова, Н.В.Полякова һатыу менән шөғөлләнә.

Биләмәлә 10 койка-урынға иҫәпләнгән амбулатория (табип И.И.Бохәрмәтов) эшләй. Унда 2 табип, 2 фельдшер, 6 шәфҡәт туташы, 1 лаборант, 1 санитар, 1 физик кабинет шәфҡәт туташы халыҡты хеҙмәтләндерә. Былтыр 7104 пациент ҡабул ителгән, теш табибы 660 кешене дауалаған, көндөҙгө стационарҙа 382 кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Шулай уҡ биләмәләге урта мәктәптә (директоры Р.З.Насиров) 15 уҡытыусы 143 уҡыусыға белем һәм тәрбиә бирә. “Сулпан” балалар баҡсаһына 40 бала йөрөй. Биләмәләге ауыл мәҙәниәт йорто (етәксеһе Ә.З.Моратшин) халыҡтың мәҙәни ялын ойоштора, балаларға төрлө түңәрәктәр үткәрә, драма театры һәм һәүәҫкәр артистарҙың сығышын әҙерләй. “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә клубҡа 2016 йылда газ үткәрелде, былтыр ҡыйығы ремонтланды, быйыл инеү урыны һәм балкон төҙөкләндереләсәк. Шулай уҡ башҡа төҙөкләндереү эштәренә, һыу һәм газ үткәреүгә, юлдар торошона, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын компостлауға ҙур иғтибар бүленәсәк, - тип тамамланы сығышын биләмә башлығы.

Докладтан һуң Ленин исемендәге колхоз етәксеһе Р.В.Мөьминов, 74-се янғын часы начальнигы В.Отмахов сығыш яһаны. Артабан район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа һүҙ бирелде. Ул ауыл биләмәһе эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. “Һеҙҙә уңған, булдыҡлы халыҡ йәшәй. Йылдан-йыл хаҡы арта барған ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Ит-һөт ризыҡтары етештереү, мәҫәлән, сыр эшләү цехтары асыу ҡулығыҙҙан килә торған эш, продукцияғыҙҙы һатыу ҙа һеҙгә проб-лема түгел тип уйлайым,” – тине ул һәм кооперативтарға берләшеүҙең ыңғай яҡтары тураһында аңлатып үтте.

Йыйылыш һуңында ҡарар ҡабул ителде һәм Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының сираттағы асыҡ ултырышы үҙ эшен тамамланы.
Читайте нас: