Сәйетбаба ауыл Советы депутаттарының 6 мартта үткән киңәйтелгән ултырышында ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Төп – 2017 йылға отчет доклады менән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин сығыш яһаны.
Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа барлығы 1050 хужалыҡта 3081 кеше йәшәй, шуның 530-ын – пенсионерҙар, 1639-ын - эшкә яраҡлы йәштәгеләр, 337-һен - мәктәпкәсә йәштәге балалар, 329-ын уҡыусылар тәшкил итә. Былтыр ауыл биләмәһендә 36 бала донъяға килһә, 34 үлем осрағы теркәлгән.
Ауыл биләмәһендә ауыл хакимиәте һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы булған “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Сәйетбаба урта һәм Йөҙимән дөйөм белем биреү, был мәктәптәрҙә балалар баҡсалары, аҙ комплектлы Ҡаранйылға башланғыс мәктәптәре, 1 дауахана, 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 1 ауыл мәҙәниәт йорто, 2 ауыл клубы, 2 китапхана, 1 почта бүлексәһе, 1 музей, 1 Һаҡлыҡ банкы филиалы, 1 янғын һағы посы эшләп килә. Уларҙа барлығы 157 кеше эшләй, шулай уҡ биләмәлә 25 шәхси эшҡыуар теркәлгән, 20 бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттарында һәм 5 крәҫтиән-фермер хужалығында 41 кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Биләмәлә шулай уҡ 15 магазин һәм киоск, 3 пекарня, 1 сыр етештереү цехы, 1 кафе, 9 пилорама эшләй.
- Ауыл биләмәһенең 2017 йылғы бюджеты 4 миллион 555 мең 716 һумлыҡ булды һәм 81% дотациянан торҙо. Шулай уҡ хәрби иҫәпкә хөкүмәт тарафынан 240 мең һум, ә ауылдарҙы йәмләү һәм юлдарҙы төҙөкләндереүгә 500 мең һум аҡса бүленде. 2 миллион 253 мең һумы дотация. 500 мең һум аҡсаның 98 мең һумы Сәйетбаба ауылының Партизан, Мәктәп, Кейекбаев урамдары юлдарын ремонтлауға, 246 меңе - ауылға ингән ерҙәге ҡоймаларҙы төҙөкләндереүгә, 50 меңе - урамдарҙы яҡтыртыуға электр кәрәк-яраҡтары, 29 мең 995 һумы - хәүефһеҙлек буйынса юл билдәләре һатып алыуға, 53 мең 665 һумы - Уҫман ауылында юл ремонтлауға, 6210 һумы ауылдарҙағы обелискыларҙы матурлау өсөн материалдар һатып алыуға һәм башҡа эштәргә сарыф ителде, - тине биләмә башлығы.
Район хакимиәте тарафынан да былтыр байтаҡ ҡына финанс ярҙамы күрһәтелеүен билдәләп үтте сығыш яһаусы. Мәҫәлән, карьерға документ эшләтеү өсөн район бюджетынан 15 мең һум, юл билдәләренә - 53 мең һум, газ менән тәьмин итеү схемаһы алыуға 80 мең һум аҡса бүленгән. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән 98 мең 331 һум аҡсаға Ҡаранйылға ауылындағы Жәлил Кейекбаев Йорт-музейы ҡыйығы алыштырылған һәм 50 мең һумға һыу башняһына насос һатып алынған.
Айрат Сәйфуллин ауыл биләмәһендә эшләп, донъя көтөп, мал тотоп, йәшелсә үҫтереү менән мәшғүл булған 928 хужалыҡ иҫәпләнеүен билдәләп үтте. Шәхси хужалыҡтарҙа 2100-ләп баш һыйыр малы, шул иҫәптән 856 һауын һыйыры аҫрала, ваҡ малдар һаны – 1795, аттар – 378, ҡош-ҡорт 3570 баш, 5200 баш умарта иҫәпләнә.
Сығыш яһаусы ауыл биләмәһендә ҡайҙандыр көтөп ятмай, ә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән булдыҡлы, эшһөйәр ғаиләләрҙе лә барлап үтте. Улар: Сәйетбабанан Зәлиә менән Фәйез Фәйзуллиндар, уларҙың улдары Илшат менән Илфат Фәйзуллиндар, Хәйҙәр Сөләймәнов, Вәсил Йәмилев, Йөҙимәндән Әбсәләмовтар, Ғәбдиевтар, Әхтәмовтар ғаиләләре халыҡты аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә, Уҫманда Искәндәровтарҙың магазины эшләй, Ҡаранйылғала Айгөл Суфиянова икмәк-бәлештәр бешереүҙе башлап ебәргән.
Сәйетбаба ауылында эшләп килгән сыр етештереү цехын да айырым телгә алды сығышын дауам итеп биләмә башлығы. Радик Йосопов етәкселегендәге цехта әҙерләнгән Сәйетбаба сыры билдәлелек яулай бара. Әлеге мәлдә ауыл осонда яңы бина төҙөлөшө барыуын, уларҙың халыҡтан һөт йыйыу эшен әүҙемләштереп, сыр етештереүҙе арттырырға, күберәк кешегә эш урындары булдырырға иҫәп тотоп эшләүҙәрен билдәләп үтте.
-Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан Сәйетбабанан Лоҡмановтар ғаиләһе ит продукцияһынан етештергән ярымфабрикаттар менән танылыу яуланы, Марс Фәйзуллин икмәк бешереүҙән тыш, баҫыусылыҡ менән дә шөғөлләнә, быйыл да пайсыларҙан бер ни тиклем ерҙе ҡуртымға алып, сәсеү эшен ойошторорға ниәтләй. Шулай уҡ Йөҙимән ауылында Гөлнар менән Илгиз Вәғизовтар ҙа айырыу-са тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы алып баралар: ҡуртымға ер алып, һыйыр малдары үрсетәләр. Илгиз Әбсәләмов та ҡуртымға пай ере алыуға килешеү төҙөшөп, иген сәсергә ниәтләй, тине ул.
Ҡаранйылға ауылы янында йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәков әүҙем эшмәкәрлек алып барып ҡына ҡалмай, ә ауылдаштарына эш урындары булдырыуы маҡтауға лайыҡ. Район Советы депутаты булараҡ та, ул ауыл биләмәһендәге төҙөкләндереү эштәрендә, төрлө мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә лә ҙур ярҙам күрһәтә.
Сығыш яһаусы шулай уҡ социаль өлкә, мәҙәни тормош, төҙөлөш, пай ерҙәрен рәсмиләштереү хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Айрат Әхиәт улы 2018 йылға пландары менән дә уртаҡлашты: квартал һайын республика бюджетынан бүленгән финанс ярҙамды Ҡаранйылға, Сәйетбаба, Ҡолҡан ауылдары юлдарын өлөшләтә төҙөкләндереүгә, Йөҙимән ауылында юл хәрәкәтен ойоштороу проектын алыуға йүнәлтеү күҙаллана. “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, Йөҙимән ауылы мәктәбендәге балалар баҡсаһы бүлмәләре иҙәненә ДСП менән линолеум түшәү, Ҡолҡан ауылы клубында йылытыу системаһын алыштырыу ҡаралған. 2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхите” проекты бу-йынса Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто янында спорт һәм балалар майҙансыҡтары менән парк булдырыу, шулай уҡ бина алдындағы майҙанды төҙөкләндереү (эскәмйәләр урынлаштырыу, урам фонарҙары ҡуйыу, клумбалар яһап, сәскәләр ултыртыу) күҙ уңында тотола. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ла үҙ проекттары менән ҡатнашырға иҫәп тоталар. Былтыр Ҡаранйылға ауылы янында карьер булдырыу буйынса эш башланған, документтар Өфөгә Экология министрлығына ебәрелгән, улар юллап алынһа, бындағы ҡом-ҡырсынташтың юлдарҙы ремонтлауға, төҙөкләндереүгә файҙаланыласағын билдәләп үтте. Быйыл халыҡтан һөт йыйыуҙы
ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр булып, былтыр һөт йыйыу менән шөғөлләнгән Ришат Рахманғолов, Миндулла Ғәлләмов, Илгиз Вәғизовтар был эште дауам итәсәк. Шулай уҡ сыр етештереүселәрҙең дә яңы бинала эш башлау менән халыҡтан 4 мең килограмм һөт ҡабул итеү мөмкинлеге бар.
Биләмә башлығы А.Сәйфуллиндың сығышынан һуң, 1-се һайлау округы депутаты, Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Рәхмәтуллинаға һүҙ бирелеп, ул былтыр, ниһайәт, ауылда һыу мәсьәләһе хәл ителеүе хаҡында белдерҙе. Һәм йәнә бер һорау - бушап ҡалған балалар баҡсаһы бинаһын клуб итеп үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһен күтәрҙе. Район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков, Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин башҡарылған эштәр хаҡында отчет тотто, проблемаларҙы барланы. Ҡаранйылға ауылынан Ғәлиә Вәлиева биләмәләге проблемаларға туҡталып, үҙенең тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерҙе. Ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһын ремонтлау, күҙ врачы (окулист), күҙҙе ҡарау өсөн заманса технологиялар, дарыухана мәсьәләләрен күтәрҙе. Медицина өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға Үҙәк район дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Хәкимйән Сәфәрғолов шундуҡ яуап бирҙе. Шулай уҡ йылғаның ярҙы йыуыуынан йорт-ҡаралтылар зыян күрмәҫ элек уны нығытыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды. “Ғафури һөтө” кооперацияһынан вәкил Сәйетбаба төбәге халҡынан һөт йыйыу мәсьәләһенә аңлатма бирҙе.
Барлыҡ сығыштарҙан һуң, осрашыуҙы йомғаҡлап, район
хакимиәте башлығы Р.З. Бохаровҡа һүҙ бирелде. Рәмил Зәкәриә улы райондың уҙған йылғы уңыштарын барланы. Сәйетбаба ауылына килгәндә иһә, ерҙәрҙең буш, сәселмәй ятыуына йөрәк һыҡрай, тине ул. Киләсәккә белемле кадрҙар әҙерләү өсөн мәктәптәрҙең ролен билдәләп, уҡытыусыларҙың уҡыусыларға төплө белем биреүгә яуаплы ҡарауҙарын теләне. Ауыл хужалығында эшләргә теләүселәргә мөмкинлектәр ҙә, дәүләттән ярҙам да ҙур булыуын белдереп, ерҙәрҙе эшкәртергә, эшҡыуарлыҡҡа, продукция етештереүгә тотонорға кәрәклегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ кооперативтарға берләшеү хаҡында аңлатма бирҙе.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2017 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды. Ауыл советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ошоноң менән үҙ эшен тамамланы.