+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
24 Апрель 2018, 11:27

Еңеүселәр билдәләнде

21 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып үтте. Унда урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдынғылар бүләкләнде.

21 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып үтте. Унда урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдынғылар бүләкләнде.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, уларҙың ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа эштәрендә уңыштар теләне. Рәмил Зәкәриә улы айырыуса хакимиәттең иҡтисад блогының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы. Район эшҡыуарҙарының рес-публика конкурстарында бер нисә йыл рәттән еңеү яулауҙары тап иҡтисад бүлегенең берлектәге эш һөҙөмтәһе булып тора. Район хакимиәте башлығы артабан һүҙҙе үҙенең иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллинаға бирҙе. Светлана Рәшит ҡыҙы үҙ сығышында һәр ауыл биләмәһенең былтырғы эшмәкәрлегенә төплө анализ бирҙе. Муниципалитеттарҙың эшмәкәрлеге ике тиҫтә самаһы критерийҙар менән баһалана. Ауыл биләмәһендәге эшһеҙлек кимәле, мал һаны, һалым түләү нисбәте, эшҡыуарлыҡ үҫеше, демографик күрһәткестәр, янғын, енәйәтселек торошо, хужаһыҙ объекттарҙы рәсмиләштереү, урындағы башланғыстарҙы яҡлау һәм башҡа программаларҙа ҡатнашыу һәм башҡа бик күп күрһәткестәр иҫәпкә алына. Ошоларҙан сығып, муниципаль берәмектең эффектлы эшмәкәрлеге билдәләнә. Светлана Ғөбәйҙуллина үҙенең сығышында һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙе маҡтаны, артта һөйрәлеүселәрҙе тәнҡитләне һәм етешһеҙлектәрҙе бергәләшеп бөтөрөргә саҡырҙы, нимәләргә нығыраҡ иғтибар бүлергә кәрәклеген еткерҙе. Артабан иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Ирина Небогатова слайдтар аша район

иҡтисадындағы хәл-торошто бәйән итте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға районыбыҙ хаҡында “Эшлекле донъя” тапшырыуы төшөргән кинофильм да күрһәтелде. Һуңында инде алдынғылар бүләкләнде. Барлыҡ критерийҙар буйынса һәйбәт балл йыйыуға өлгәшкән Красноусол ауыл биләмәһе (биләмә башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева) район хакимиәтенең өсөнсө дәрәжәләге Дипломы менән бүләкләнде. Көмөш Дипломға Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе (Ғаян Фәйезов) лайыҡ булды. Шулай итеп, былтырғы эш йомғаҡтары бу-йынса иң күп балл йыйыуға өлгәшкән Үтәк ауыл биләмәһенә (Фәрит Бохаров) хаҡлы рәүештә беренсе урын бирелде. Еңеүсе булған ауыл биләмәһе башлыҡтарына аҡсалата бүләктәр ҙә тапшырылды. Әйткәндәй, 20 апрелдә Өфө ҡалаһында ошондай уҡ тантаналы йыйылыш үтеп, унда республиканың иң-иң тип табылған муниципаль берәмектәре һәм хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең район вәкилдәре лә бар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы булып оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Сәлих Сәфиулла улы Йәрмөхәмәтовты республиканың иң юғары наградаһы – Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Ә инде муниципаль берәмектәр араһында уҙғарылған конкурс-та ауыл райондары араһында Красноусол ауыл биләмәһе советы “Муниципаль финанс менән идара итеү һәм муниципаль иҡтисади сәйәсәт” номинацияһында беренсе урынды яуланы. Биләмә башлығына был юғары награданы Рөстәм Хәмитов үҙе тапшырҙы. Район өсөн дә, Красноусолда йәшәүселәр өсөн дә был ҙур шатлыҡ булып тора. Район хакимиәте башлығы еңеүселәрҙе ихлас ҡотланы һәм яңынан-яңы уңыштар теләне. Артабан бер төркөм алдынғыларға төрлө наградалар тапшырылды.

Ошо уҡ көндө Красноусолда һәм район ауылдарында Урындағы үҙидара органдары көнөнә арналған байрам концерты булды, ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Халыҡ был көндө күңел асты, осһоҙораҡ хаҡҡа үҙҙәренә кәрәкле ауыл хужалығы продукцияһы һатып алып ҡыуанды. Дөйөм алғанда, Урындағы үҙидара органдары көнө ойошҡан рәүештә үтте.
Читайте нас: