+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
11 Май 2018, 12:37

Ауыл ихата-урамдарын ... ҡалалағыса

Республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа быйылдан “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы, күпме аҡса бүленеүе хаҡында гәзит уҡыусыларҙы таныштырыуын һорап район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Быйылғы йәй яңы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә биләмәләрҙе (ихаталарҙы) төҙөкләндереү, объекттарҙы ремонтлау буйынса күләмле генә эштәр башҡарыу күҙаллана. Уның сиктәрендә беҙ ярайһы ғына аҡсаға эйә булдыҡ. Әммә программа

айырым шарттарҙы үҙ эсенә ала. Төҙөкләндереү йүнәлешен һайлауҙың да үҙ талаптары бар.

Быйыл был программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән беҙҙең районға бүленгән 6694,8 мең һум аҡсаның 5593,6 мең һумы федераль бюджеттан, 1101,2 мең һумы республика бюджетынан. Әлегә был программала Красноусол

ауылы ҡатнашасаҡ, ә киләсәктә уға билдәләнгән критерийҙарға тап килеп, халҡы 1000 кешенән күберәк тәшкил иткән Сәйетбаба, Табын, Аҡкүл ауыл биләмәләре лә ҡушыласаҡ. Был программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсатына ярашлы, капиталь ремонт үткәрелгән күп фатирлы йорттар һанын арттырыу, күмәк халыҡ ял иткән урындарҙы – парктарҙы, яр буйҙарын төҙөкләндереү, шулай уҡ ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртеү буйынса ла пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән мөмкинлектәр асыласаҡ.

Был өҫтөнлөклө проект сиктәрендә бар иғтибар нигеҙҙә күп ҡатлы йорт ихаталарына: яҡтыртыуға, урам инфраструктураһына (эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыу һ.б.), инеү-сығыу урындарын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Уға ярашлы, Красно-усол ауылының ҡайһы бер күп фатирлы йорттарының ихата биләмәләре, атап әйткәндә, Кейекбаев урамының 50А, 50Б, Калмыков (5, 11, 13), Ленин урамының 10-сы, Урман урамының 14-се йорттары тирәһе, Пугачев (43, 45, 47,49, 51), Фрунзе (35/1), Свердлов (130/1, 130/3) урамдары төҙөкләндереләсәк. Был ихата биләмәләрендә планлаштырылған эштәргә килгәндә, ул минималь һәм өҫтәлмә теҙмәнән тора. Минималь теҙмәгә: инеү-сығыу урындарын ремонтлау (асфальтлау); сүп-сар һауыттары һәм эскәмйәләр урынлаштырыу; яҡтыртҡыстар ҡуйыу инә. Был эштәрҙе алда һанап үтелгән урамдарҙың барыһында ла башҡарыу күҙаллана. Өҫтәлмә теҙмәгә: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары булдырыу, ҡоймалау, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыу инә. Граждандар тарафынан өҫтәлмә теҙмәгә ингән эштәрҙе башҡарыуҙы һайлауҙың айырым шарттары бар, граждандарға финанс йәһәтенән йәки был эштә үҙҙәренә туранан-тура ҡатнашырға кәрәк.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә лә мөмкинлектәр аса. Бүленгән аҡсаның бер өлөшө “Йәшлек” паркындағы һәм район хакимиәте алдындағы М.Ғафури исемендәге майҙансыҡтағы өҫтәлмә эштәргә йүнәлтеләсәк. Тәүгеһендә 50 һаны эргәһендәге юлға асфальт һалыу һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу планлаштырыла. Ә һуңғыһында брусчатка түшәү, фонарҙәр урынлаштырыу, йәшелләндереү эштәрен уҙғарыу күҙаллана.

Был эштәрҙең барыһына ла проект-смета документацияһы (экспертизала), дизайн-проекттары әҙерләнеп раҫланды (Красноусол ауыл биләмәһе сайтына урынлаштырылды).

Районда быйылға планлаштырылған төҙөлөш эштәренә килгәндә, Табын ауылындағы коррекция мәктәп-интернаты төҙөлөшөн дауам итеүгә республика адреслы инвестиция программаһы буйынса бер аҙ аҡса бүленде. Красноусолда республика маҡсатлы программалары социаль фонды иҫәбенә 1000 м3 һыйҙырышлы өҫтәлмә баҫымлы һауыт-ҡоролма төҙөү һәм “Йәштәр” биҫтәһендә 1,839 километр оҙонлоҡта һыу үткәргестәр һалыу планға ингән.

“БР Ғафури районы муниципаль районының автомобиль юлдары үҫеше (2017-2019 йй.)” муниципаль программаһына ярашлы, быйыл территориаль заказ бу-йынса Красноусолда Свердлов урамындағы тротуарға, Урман, Дзержинский (урау юлдан Ҡыҙыл партизан урамына тик-лем), Леспромхоз урамдары (Курорт урамынан алып) автомобиль юлдары ремонтланасаҡ. Райондың муниципаль юл фонды буйынса “Һабантуй”, “Лубат”, “Йәштәр” биҫтәләре урамдарына, Леспромхоз тыҡрығына ҡырсынташ түшәү, Мостай Кәрим, Яңы тормош урамдары юлдарына, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына инеү-сығыу урындарына асфальт түшәү планлаштырыла.

Шулай уҡ быйыл Красноусолдағы Коммунистик урамындағы 2-се һәм 8-се авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереүҙе тамамлаясаҡбыҙ.

Элекке быяла заводы идаралығы янында Көгөш йылғаһы аша һалынасаҡ күперҙе проектлауға конкурс иғлан ителде.

Һуңғы ике йылда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарылды. Уның буйынса ауыл биләмәләрендә ярайһы ғына мөһим проблемалар хәл ителде.

Күреүегеҙсә, һәр төрлө проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы бик кәрәкле һәм халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға ыңғай йоғонто яһай, тип әйтергә кәрәк. Маҡсатлы аҡса бүленә икән, тимәк, мөмкинлектән тулыһынса файҙаланырға – һәр төрлө объекттарҙы ремонтларға, тормош кимәлен яҡшыртырға, ауылдарыбыҙҙың йөҙөн матурларға кәрәк. Был – заман талабы.
Читайте нас: