-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
20 Июль 2018, 12:40

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла янымда староста

Халыҡҡа иң яҡын торған власть кем ул? Әлбиттә, ауыл старостаһы – ауыл тотҡаһы. Ауылдаштары өсөн староста – терәк-таяныс ҡына түгел, коммуналь, социаль хеҙмәттәр, психологик һәм башҡа һорау-тәҡдимдәрҙе хәл итеүсе лә. Быларҙың барыһы ла йәмәғәт башланғысында эшләнә. Ҡауарҙы ауыл советында старосталар институты әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Улар ауыл сходында һайлана. Старосталарҙың күбеһе – абруйлы, инициативалы кешеләр, һәйбәт ойоштороусылар. Старос-таны йорт хужаһы менән сағыштырырға була. Бер яҡтан, ул үҙ биләмәһендә, йәғни “йортта” барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күреп, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, икенсе яҡтан, бында йәшәү һәйбәт һәм уңайлы булһын өсөн тырышырға һәм, өсөнсөнән, халыҡты үҙ артынан изге башланғыстарға эйәртергә тейеш. Аҡташ ауылы старостаһы йөгөн өсөнсөгә һайланған Илгиз Әбсәләмов тарта. Алда һанап үтелгән проблемалар һәм хәстәрлектәр уға яҡшы таныш. Ауыл ҙур булмаһа ла, үҙенә күрә хәл итәһе мәсьәләләр бар. Бына, мәҫәлән, халыҡтың дөйөм тырышлығы менән иҫке мәктәптең тирә-яғын тәртипкә килтерҙеләр. Староста әйтеүенсә, ауыл халҡы был эштә берҙәм, тырыш һәм әүҙем булды. Ниндәй генә эш булмаһын, барыһын да дәррәү ойоштороп, бергәләп башҡаралар. Алда тағы ла һәр йылдағыса сход уҙғарып, айырыуса мөһим булған - көтөү ойоштороу, ауылды санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү тора. Ошондай эшлекле старосталар башҡа ауылдарҙа ла бар. Мәҫәлән, Родина-Ватан ауылы старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп эшләй. Бер ойоштороу сараһы ла унһыҙ үтмәй, уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Аҡкүл ауыл советына ҡараған Татар Саскүле ауылы старостаһы Миңнеәхмәт Кинйәбулатов үҙ сиратында йәмәғәт эштәрендә айырыуса әүҙемлек күрһәтеп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған өлгөлө староста һанала. Беҙ уларға юғары баһа бирәбеҙ. Ошондай старосталар районда күберәк булһын ине.

Читайте нас: