-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
24 Июль 2018, 12:39

Йорт ихаталары төҙөкләндерелә

2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был өҫтөнлөклө проект сиктәрендә биләмәләрҙе (ихаталарҙы) төҙөкләндереү, объекттарҙы ремонтлау буйынса күләмле генә эштәр башҡарыласаҡ. Программаға ярашлы, беҙҙең районға 6694,8 мең һум аҡса бүленеп, 5593,6 мең һумы – федераль бюджеттан, 1101,2 мең һумы республика бюджетынан.

Был өҫтөнлөклө проектҡа ярашлы, Красноусолда күп ҡатлы йорттарҙың ихата биләмәләре һәм йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә башланы ла инде. Атап әйткәндә, был исемлеккә Кейекбаев урамының 50А, 50Б йорттары ихаталары, Калмыков (5, 11, 13), Ленин (10), Урман (14), Пугачев (43, 45, 47, 49, 51), Фрунзе (35/1), Свердлов (130/1, 130/3) урамдары индерелде.

Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә килгәндә, “Йәшлек” ял паркындағы 50 һаны юлына асфальт һалыу һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу, ра-йон хакимиәте алдындағы М.Ғафури исемендәге майҙансыҡта брусчатка түшәү, фонарҙәр урынлаштырыу, йәшелләндереү эштәре планлаштырылған.

Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыуҙа подрядсылар - йорт ихатаһы биләмәләрен төҙөкләндереүгә “Башкир-

автодор” АЙ-һенең ра-йон юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, йәмәғәт урындарына “Ингстрой” ЯСЙ-е яуаплы.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев әйтеүенсә, экономияланған аҡсаға, йәки аукционда кәмерәк хаҡ билдәләнеү менән бәйле, өҫтәлмә рәүештә Гагарин урамының 54/1 һәм 54/2 күп фатирлы йорттарының ихата биләмәләрен төҙөкләндереү ҙә күҙаллана. Әлеге мәлдә уның буйынса проект документацияһы экспертиза үтә.
Читайте нас: