+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
17 Август 2018, 12:39

Унда ла тора гараж, бында ла тора гараж...

Красноусолда йәшәүсе күптәр законһыҙ гараждар проблемаһы менән яҡшы таныш. Ғәҙәттә улар күп фатирлы йорттарҙың ихатаһында ҡалҡып сыға, ә был ҡаралтыларҙың бүтәндәргә күпме ҡамасау тыуҙырыуын уйлап та бирмәйҙәр.

Бынан утыҙ йылдар элек ваҡытлыса тип урынлаштырылған шул гараждар бөгөн ауыл биләмәһенең бик ҙур майҙанын биләп тора. Уларҙы һәр күп фатирлы йорт янында күрергә була: Гагарин урамындағы 54/1 һәм 54/2, Фрунзе, 35/1, 35/2, 35/3, 41/1, 45/1-се, Пугачев урамындағы 47, 49, 51-се, Карл Маркс урамындағы 20, 22-се, Ленин урамындағы 24, Совет урамындағы 9-сы йорттар артындағы гараждар, мәҫәлән.

Йыш ҡына был тирәне ауылдың саф һауала хәмер һемерергә яратыусылары эсеп ултырыр өсөн төйәк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, санкцияланмаған был ҡаралтыларҙың һәр ҡайһыһының тиерлек тирә-яғында төҙөлөш, көнкүреш, сәнәғәт ҡалдыҡтары, сүп-сар, ҡый үләндәре өйөлөп ята. Был гараждарҙың хужаларына ауылдың йәмен ебәреүҙәрен аңлап, үҙҙәренең йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереүгә тотонорға күптән ваҡыт. Гараж кооперативтары булдырып, йәки ҡупшыраҡ, күрмәлеклерәк ҡаралты төҙөп ҡуйып, проблеманы әллә ҡасан уҡ хәл итергә лә булыр ине.

2016 йылдан алып Красно-усол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы ҡушыуы буйынса төҙөлөш тәртибен боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса рейдтар уҙғарылып, бөтә санкцияһыҙ ҡаралтыларҙың хужаларына иҫкәрмәләр тапшырылды. Киләсәктә иһә, әгәр был рөхсәтһеҙ төҙөлгән ҡаралтыларҙың (гараждарҙың) хужалары уларҙы күсереп ултыртмаһа йәки һүтеп алмаһа, ауыл биләмәһе хакимиәте законһыҙ ҡаралтыларҙы һүттереүҙе һорап судҡа дәғүә ғаризаһы яҙасаҡ.
Читайте нас: