-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Октябрь 2018, 14:34

Асыҡ тыңлау үтте 23 окт

23 октябрҙә 11.00 сәғәттә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы муниципаль районының түбәндәге хоҡуҡи акт проекттары буйынса асыҡ тыңлау үтте:

23 октябрҙә 11.00 сәғәттә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы муниципаль районының түбәндәге хоҡуҡи акт проекттары буйынса асыҡ тыңлау үтте:

III кварталда БР Ғафури районы муниципаль районының бюджет үтәлеше тураһында отчетты раҫлау тураһында; Башҡортостан Республикаһы Ғафури ра-йоны Красноусол ауылы, Чернышевский урамы, 2-се йорт, Кейекбаев урамы, 19-сы йорт, 1-се фатир; Аҡкүл ауылы, Эшсе тыҡрығы, 5-се йорт адрестары буйынса урынлашҡан ер участкаларында төҙөлөшкә рөхсәт ителгән иң сикке үлсәмдәрҙән ситләшергә рөхсәт биреү тураһында.

Асыҡ тыңлауҙа райондың 102 гражданы ҡатнашты.

Муниципаль хоҡуҡи-норматив акттар проектын тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы тарафынан түбәндәге ҡарар ҡабул ителде:

1. Асыҡ тыңлауға сы-ғарылған БР Ғафури районы муниципаль районының хоҡуҡи-норматив акт проекттарын, тотош алғанда, хупларға һәм уларҙы ра-йон Советы һәм хакимиәте ҡарауына тәҡдим итергә.

2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын Ғафури районы МР Советы һәм хакимиәтенә тапшырырға.

3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Г.ПЕТРОВА,

асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу бу-йынса комиссия рәйесе, муниципаль район Советы депутаты.


Читайте нас: