Көн тәртибендә өс һорау – халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү, фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин итеү һәм энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстарға күсеү ҡаралды. Тәүге мәсьәлә буйынса Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев сығыш яһап, йыл һуҙымында был йүнәлештә башҡарылған эштәрҙе, әлеге көндәге проблемаларҙы байҡаны, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Баш табип әйтеүенсә, быйыл 10 медицина белгесе эшкә килеүгә ҡарамаҫтан, район һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында вакансиялы эш урындары бар. Быны райондың медицина уҡыу йорттарында белем алып йөрөгән студенттарҙы һәм ситтә эшләгән яҡташтарҙы “Ауыл
фельдшеры” һәм башҡа дәүләт программалары, уңайлы эш һәм йәшәү шарттары менән ылыҡтырып хәл итергә була, тине. Районда фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителеш тураһында ла А.Р.Йәнешев һөйләне. Бөгөн районда 42 ФАП-тың 39-ы эшләй. Ташбүкән, Байымбәт, Уҫман ауылдарында ФАП-тар авария хәлендә. Аҡкүл, Рус Саскүле, Татар Саскүле, Юрмаш, Ҡормантау һ.б. ауылдарҙа тейешле талаптарға тулыһынса яуап бирмәгән биналарҙа урынлашҡан. Әлегә был хәлдән яраҡлаштырылған машинала мобиль ФАП менән сығып булыр ине, тине баш табип. Фәнзил Сыңғыҙов бында район хакимиәтенең ярҙам итәсәген әйтте. Кәңәшмәлә кадрҙар мәсьәләһе лә күтәрелде, яҡын көндәрҙә респуб-лика һәм күрше өлкәләрҙәге медицина уҡыу йорттарына барырға, буласаҡ белгестәр менән осрашып һөйләшергә, районға эшкә килергә өндәргә тәҡдим ителде. Мәктәптәрҙә профориентация эшен ошо йүнәлештә алып барырға кәрәклеген дә билдәләне Фәнзил Фәйез улы.
Өсөнсө мәсьәлә – энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстарға күсеү буйынса Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева сығыш яһаны. Ошо арала Һабантуй биҫтәһендә 58 ошондай яҡтыртҡыс урынлаштырыла. Был эштәрҙе бөтә Красноусол ауылында башҡарыу өсөн проект төҙөлә, тине ул. Фәнзил Фәйез улы башҡа ауыл биләмәләрендә лә энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстарға күсеүҙе тиҙләтергә, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары территорияларын, юлдарҙы, тротуарҙарҙы яҡтыртырға ҡушты. Кәңәшмәлә шулай уҡ балалар баҡсалары, мәктәптәрҙә балаларға уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу, янғын хәүефһеҙлеге, төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.