+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Декабрь 2018, 12:46

Хәүефһеҙлеккә – төп иғтибар

Кисә, 17 декабрҙә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Райондағы криминоген хәл бу-йынса полицияның штаб начальнигы А.Р.Хәбибуллин сығыш яһап, рөхсәтһеҙ алкоголле эсемлектәр һатыуға килтереүсе 2 осраҡ асыҡланып, 700 л спиртлы эсемлек тартып алыныуы һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Район биләмәһендәге янғын хәле тураһында 74-се янғын часы начальнигы В.В.Отмахов һөйләне. Күпселек янғындар мейес һәм йылытыу ҡоролмаларын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында сыға тип билдәләне һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары ваҡытында айырыуса иғтибарлы булырға, пиротехника ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә “Теп-ловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.Афанасьев байҡау яһап, предприятиеның хәл-торошо менән таныштырҙы. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу менән шөғөлләнәсәк “ДворЭкоСервис” ЯСЙ-е вәкиле сығыш яһаны.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов кәңәшмәне йомғаҡлап, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, учреждениелар, ойошмалар, предприятиелар, хужалыҡтар етәкселәренә байрамдарҙы хәүефһеҙ үткәреү өсөн ныҡлы эшләргә күрһәтмә бирҙе. Шулай уҡ кәңәшмәлә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Читайте нас: