+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
25 Декабрь 2018, 13:02

Байрам алды йәрминкәһе

Шәмбе көндө Красноусолда Яңы йыл байрамдары алдынан йыл һайын уҙғарылып килгән йәрминкәгә райондың 10 ауыл биләмәһенән һәр төрлө ит, бал, һөт ризыҡтары һатыусылар килгәйне.

Шәхси эшҡыуар Илзирә Рәхмә-туллина (Йөҙимән ауылы) йүкә балы һатырға ҡуйһа, Толпарҙан килгән Динар Фәтҡотдинов һыйыр ите, бал, пихта миндектәре килтергән. Игенйылға ауылынан Айҙар Ғайсаров сусҡа ите, Ташбүкәндән Ә.Әбелғатина ҡаҙҙар, ҡаймаҡ-ҡорот, Дмитриевка ауылынан фермер И.Ғиззәтуллин йылҡы ите, Красноусолдан Марат Солтанов һәр төрлө бал, Аҡкүлдән Гөлнур Гәрәева ҡаҙ, Сәйетбабанан Лоҡмановтар ит ярымфабрикаттары, ҡаҙылыҡ, һөт-эремсек һатты. Табындан “Алиян” КФХ-һы һарыҡ ите, Красноусолдан Әйүповтар ҡаҙ, Войновканан Каревтар сусҡа, һыйыр иттәре, Таш-Аҫтынан Зәйнешевтар йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, Юрмаштан фермер Хәниф Салауатов ҡаҙ, һарыҡ ите, Табындан фермер Самвел Мартиросян һыйыр, сусҡа иттәре, Мещерякова ҡаҙ, тауыҡтар, Дарьино ауылынан Гөлшат Әхмәтйәнова ҡаҙҙар, Антоновканан А.Михайлов һарыҡ ите, ҡаҙ, бал, Яңғыҙҡайындан Әлфиә һәм Әхтәм Фәйезовтар өйрәк, ҡаҙҙар һатырға килтергән. Һәр кем үҙе теләгән ит һатып алып ҡыуанды, хаҡтар ҙа “тешләшмәне”.

Йәрминкәгә сыҡҡан халыҡ Яңы йыл байрамдары алдынан аҙыҡ-түлек туплап, ҡәнәғәт булып таралышты.


Читайте нас: