+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
28 Декабрь 2018, 13:03

Мөғжизәле Яңы йыл

Район мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балаларға Яңы йыл байрамы ойошторолдо.

Кисә тамаша залында башланып, балалар мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре менән бергә улар әҙерләгән “Көлмәгән батша ҡыҙы батшалығында Яңы йыл ығы-зығыһы” тигән мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт ҡылды.

Районыбыҙ ауылдарынан һәм Красноусолдан йыйылған балаларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлап, иң изге, матур теләктәрен еткерҙе. Артабан Яңы йыл тамашаһы фойелағы күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө биҙәктәргә төрөнгән шыршы янында дауам итте. Маскарад костюмдары кейгән балалар Яңы йыл күрке – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, өр-яңы йыл хужаһы Ҡабан һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй йырланы-бейене, рәхәтләнеп күңел асты.

Йылына бер килгән шатлыҡлы шыршы байрамы балалар өсөн икеләтә-өсләтә һөйөнөслө булды: күңелле байрамда ла ҡатнаштылар, Ҡыш бабай бүләктәрен, йәғни район хакимиәте башлығының бүләктәрен дә алдылар, ҡупшы шыршы тирәләй йырҙар йырлап әйләнделәр. Байрам сараһы балалар күңелендә иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: