+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Ғинуар 2019, 16:45

Яуаплылар билдәләнде

14 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Тәүҙә Ф.Ф.Сыңғыҙов республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәнең төп мәсьәләләрен байҡаны. Артабан райондағы криминоген хәл тураһында штаб начальнигы А.Р.Хәбибуллин сығыш яһап, 1–13 ғинуар осорона мәғлүмәт бирҙе. Район биләмәһендәге эпизоотик хәл-торошҡа ветстанция начальнигы Ф.Һ.Зәйнетдинов анализ яһаны. Малдарға ғына түгел, кешеләр һаулығы өсөн дә хәүефле йоғошло мал ауырыуҙарын иҫкәртеү сараһы булараҡ, хужалыҡтарҙа малдарҙы чиплауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Г.Ғ.Мирхәйҙәрова сығыш яһаны. Ауыл биләмәләре төркөмдәрендә бирелгән һәр һорауға ваҡытында яуап биргәндә, эш һөҙөмтәлерәк буласаҡ, тине ул. 19 ғинуарҙа үтәсәк Крещениеға әҙерлек хаҡында социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Р.Й.Салауатов мәғлүмәт бирҙе.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов кәңәшмәне йомғаҡлап, күп халыҡ йыйыласаҡ сараға ныҡлы әҙерлек кәрәклеген билдәләне, яуаплы ойошмалар етәкселәренә хәүефһеҙлеккә иғтибар йүнәлтергә ҡушылды. Кәңәшмәлә башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Читайте нас: