+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
16 Ғинуар 2019, 13:04

Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыу


бындай форматтағы осрашыу 12 ғинуарҙа иң ҙур башҡорт ауылы - Сәйетбабала булды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселегендә уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, район Советының яңы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов, районыбыҙҙың өс тиҫтәгә яҡын ойошма-учреждениелары начальниктары, белгестәренән торған мәғлүмәт төркөмө ҡатнашты.

Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһенең 27-се саҡырылыш Советының 71-се ултырышы асыҡ тип иғлан ителгәндән һуң, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙовҡа бирелде. Фәнзил Фәйез улы үҙенең район менән етәкселек итеүҙең 2 айлыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһаны.

-Бөгөнгө көндә урамдарҙы яҡтыр-тыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса эш бара, бының өсөн бюджеттан сығымдар бүленде. Республикала иң күбе – 936 дана яҡтыртыу лампочкалары алдыҡ. Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Табын, Аҡкүл биләмәләре ауылдары бағаналарына урынлаштырыласаҡ. Әле Сәйетбабала 56 энергия һаҡлағыс лампочка (барлығы 194 дана) ҡуйылып, ғинуар аҙағына тулыһынса урынлаштырылып бөтәсәк. Ә биләмәнең бүтән ауылдарына (7) килгәндә, йыл аҙағына бөтәһе лә яҡтылыҡ менән тәьмин ителәсәк. Яҡтыртыу программаһына ярашлы бүленгән 4 миллион 965 мең һумды алда әйтелгән барлыҡ ауыл биләмәләренә, шулай уҡ Красноусол ауыл биләмәһенә (район үҙәгендә 130 лампочка урынлаштырылды) яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ. Быларҙан тыш мәктәптәр, балалар баҡсалары, клубтар биләмәләренә, уларға ингән урындарға урынлаштырыласаҡ, - тине район башлығы.

Артабан Фәнзил Сыңғыҙов 2019 йылдан сүп-сар йыйыуҙың яңы системаһы мәсьәләһенә туҡталып, Сәйетбаба ауылында был йәһәттән 2 сүп-сар йыйыу майҙансығы булдырылыуын, ул 5-әүгә еткереләсәген әйтеп үтте. Ҡыш көнө төбәк операторы сүп-сарҙы айына бер тапҡыр йыйып алып китһә, йәйгеһен иһә йышыраҡ буласаҡ. 2019 йылдың 1 ғинуарына район буйынса барлығы 63 сүп түгеү урыны булып, улар тулыһынса бөтөрөләсәк һәм йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтары Красноусолға ташыласаҡ.

Ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыуға килгәндә, эштәр йәһәтерәк барһын өсөн коммуналь хужалыҡҡа барлыҡ ҡоролмалары менән яңы “Т-150” тракторы һатып алынды, ошо көндәрҙә ҡайтырға тейеш. Шулай уҡ “МТЗ”-лар алырға уй бар. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығына “Башкиравтодор”ҙан яңы булмаһа ла 3 “КамАЗ” алынды, тағы ла берҙе бирергә уйлашалар. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на килгәндә, Сәйетбаба ауыл биләмәһе халҡы “МТЗ-82” һатып алыуға тауыш биргән, ул үтер, тип уйлайым, әгәр ҙә үтмәһә, көтөргә башҡаса хәл юҡ, сапҡыслы, көрәкле тракторҙы үҙебеҙҙең көс менән быйыл аласаҡбыҙ, тине Ф.Сыңғыҙов.

Сығыш яһаусы шулай уҡ эскелек мәсьәләһенә лә туҡталды. Ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш башланыуын, Сәйетбабала спиртлы эсемлек һатыусыларҙың (12 кеше) бик күп булыуын билдәләп үтте. Лицензияһыҙ эшләгән сауҙа нөктәләренә штрафтар һалынған. 2019 йылда бөтөн хәмер һатыуҙарҙы тамырынан ҡороторға кәрәклеген белдерҙе. Был тәңгәлдә ауыл халҡынан, барлыҡ йәмәғәтселектән, дин әһелдәренән, ағинәйҙәрҙән ярҙам һораны район башлығы.

Ауылдағы янғын хәүефе тыуҙырған ташландыҡ йорттар буйынса эш алып барырға кәрәклеге әйтелде. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә туҡталып, Фәнзил Фәйез улы яңы йыл алдынан депутатыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов саҡырыуы буйынса эш сәфәре менән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелиндың килеүен иҫкә алды. Ул Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһын ҡарап сыҡҡандан һуң, министрлыҡ ярҙамы менән ремонт эшләү мәсьәләһе хәл ителде, йылдың тәүге яртыһында уның ҡыйығы һәм тәҙрәләре яңыртыласаҡ, икенсеһендә иһә эске эштәре башҡарыласаҡ һәм йыл аҙағына ремонтты тулыһынса тамамлау күҙаллана. Дауаханала ятып дауаланыуға 10 койка асыу хаҡындағы мәсьәләгә әлегә яуап юҡ, тине ул. Районға һоралған 3 “Ашығыс ярҙам” (барлыҡ медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған) автомашинаһының икәүһе ҡайтарылыуын, шуның берәүһе Сәйетбаба амбулаторияһына тапшырылыуын белдерҙе. Район бюджеты иҫәбенә быйыл 3 мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләргә уйлашабыҙ, улар барлыҡ ауылдар буйынса ла йөрөп, халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Районыбыҙҙа бөгөн 20 табип етешмәй. Райондың баш табибы менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыусы Ғафури студенттары менән осрашып, уларҙы нисек тә булһа районға эшкә ҡайтарыу мәсьәләһе күтәрелде. Был йәһәттән төрлө программалар булдырып, Курорт ауылындағы балалар баҡсаһын ремонтлап, унда 26 фатир, бүлмәләр эшләргә тигән уйҙар бар, тине. Шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән “Ғафури оҙаҡ йәшәүсеһе” район программаһын әҙерләү хаҡында әйтеп үтте.

Мәғариф өлкәһенә килгәндә, Ф.Сыңғыҙов районыбыҙҙың 2 мәктәбенә (Красноусолдағы 2-се һәм Йөҙимән) яңы автобус алыныуын билдәләп үтте. 2019 йылда Толпар ауылы балаларын йөрөтөү өсөн вездеход алырға заявка бирелгән.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Ғафури районы биләмәһендә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы “Еҙем” геопаркы асылды, 10 штат булдырылды.

Һүҙен йомғаҡлап, Фәнзил Сыңғыҙов Еҙем-Ҡарандан башлап Сәйетбаба яҡтарында нисәмә йылдар бында бер нимә лә сәселмәй, 15 меңгә яҡын ерҙәр буш, сүп баҫып ятыуын билдәләп, халыҡ үҙе теләһә, бергәләп эшкәртеү сараһын күрергә, иген үҫтерергә кәрәклеген әйтте.

Йыйылышта 2018 йылға отчет доклады менән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин сығыш яһаны. Ул былтырғы эшмәкәрлектәренә, биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, 2019 йылға пландары менән уртаҡлашты.

- Беҙҙең Сәйетбаба ауыл биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Биләмәлә барлығы 1039 хужалыҡта 2348 кеше йәшәй, шуларҙың 529-ын – пенсионерҙар, 1691-ен – эшкә яраҡлы йәштәгеләр, 265-ен – мәктәпкәсә йәштәге балалар, 321-ен уҡыусылар тәшкил итә. 2018 йылда ауыл биләмәһендә 29 бала донъяға килһә, 28 үлем осрағы теркәлгән, - тип сығышын башланы А.Сәйфуллин. – Ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 5 миллион 334 мең 830 һумлыҡ булды һәм башлыса дотациянан торҙо. Бюджетҡа төп килем һалымынан – 768, 7 мең һум, мөлкәт һалымынан – 37, 8 мең һум, НДФЛ-дан – 55,1 мең һум, нотариаль эштәр өсөн дәүләт пошлинаһынан – 30 мең 160 һум һәм 34 мең һум ҡуртым түләүҙәренән тулыланды. Шулай уҡ хәрби иҫәпкә хөкүмәт тарафынан 239,8 мең һум, ауылдарҙы йәмләү һәм юлдарҙы төҙөкләндереүгә 500 мең һум аҡса бүленде.

Хөкүмәттән бүленгән 500 мең һум аҡсаның 169 мең 912 һумы – Сәйетбаба ауылының Дәминевтар урамы юлын ремонтлауға, 45 678 һумы – Юбилей, 26 950 һумы – Йәштәр тыҡрыҡтарын, 49 138 һумы – Үҙәк, 97 219 һумы – Октябрь урамдарын, 29 225 һумы Йөҙимән ауылында Ҡаҙан урамы юлын ремонтлауға, ауылдарҙағы обелискыларҙы матурлау өсөн материалдар һатып алыуға һәм башҡа эштәргә сарыф ителде, - тине сығыш яһаусы. – Әйткәндәй, былтыр Ҡаранйылға ауылы янында карьер булдырылып, был үҙ сиратында юлдарҙы ремонтлауҙа, төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам булып тора, сөнки карьер үҙебеҙҙә үк булғас, ҡом-ҡырсынташ ташыуға ла сығымдарҙы ныҡлы кәметә. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән 50 мең һум аҡсаға Ҡолҡан ауылы клубына йылытыу ҡоролмаһы һатып алып урынлаштырылды, 100 мең һумға Йөҙимән ауылы балалар баҡсаһы бүлмәләре иҙәненә ДСП һәм линолеум түшәлде.

Район хакимиәте тарафынан да былтыр байтаҡ ҡына финанс ярҙамы күрһәтелеүен дә билдәләп үтте хакимиәт башлығы. Мәҫәлән, ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү схемалары өсөн район бюджетынан 56 мең һум, һыу скважиналарына паспорттар эшләтеүгә 40 мең һум, урамдарҙы яҡтыртыу өсөн ҡоролмаларға аҡса бүленгән. Бөгөнгө көнгә Сәйетбаба ауылы урамдарына тәғәйенләнгән 194 лампочканың 56-һы ҡуйылған, башҡа ауылдарҙы яҡтыртыу бу-йынса проект-смета документтары эшләнеп, уларға ла лампалар ҡуйыласаҡ.

Сығыш яһаусы Сәйетбаба ауылында эшләп килгән сыр етештереү цехын телгә алып үтте. Радик Салауат улы Йосопов етәкселегендә уның эшселәре төрлө тарафтарҙа уҙғарылған йәрминкәләргә сығарырлыҡ сыр әҙерләп, предприятиены республика кимәлендә танытты. Былтыр улар ауыл осондағы өр-яңы бинала эшләй башланы, - тине А.Сәйфуллин. – Лоҡмановтар ғаиләһе лә күптән инде ит продукцияһы ярымфабрикаттары менән танылыу яуланы. Ҡаранйылға ауылы янында йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарыбыҙ, депутатыбыҙ Әхмәт Мәүлембирҙе улы Аҫылбәков та ауылдаштарына эш урындары булдырып, был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы менән биләмәбеҙҙе төрлө тарафтарға танытты. Ул ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәрендә лә, төрлө мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә лә һәм башҡа эштәрҙә лә тос ярҙам күрһәтә.

Шәхси хужалыҡтарға килгәндә, ауыл биләмәһендә эшләп, донъя көтөп, мал тотоп, йәшелсә үҫтереү менән мәшғүл булған 928 хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙа яңы тыуған быҙауҙары менән 1806 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 856 һауын һыйыры аҫрала, ваҡ малдар һаны – 1916, аттар – 409, ҡош-ҡорт – 4570, бал ҡорттары 5200 баш.

А.Сәйфуллин ауыл биләмәһендә торлаҡ төҙөлөшөнөң йылдан-йыл үҫеүен, былтыр 13 йорт (757 кв.м.) сафҡа инеүен билдәләп үтте. Кешеләрҙең йорттарында ҡалалағыса барлыҡ уңайлы шарттар булдырырға тырышыуын, әммә ҡайһы саҡ яуаплылыҡты тойоп етмәүҙәренә, хакимиәттең рөхсәтенән, белгестәрҙең кәңәшенән башҡа торбаларға зыян килтереү осраҡтары булыуға ризаһыҙлығын белдереп, һағыраҡ булырға саҡырҙы.

Сығыш яһаусы шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәгә байҡау яһаны, эскелек, пай ерҙәре, хужаһыҙ объекттар, экология, янғын мәсьәләләренә лә туҡталды.

Айрат Әхиәт улы 2019 йылға пландары менән дә уртаҡлашты: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының 2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхите” проекты буйынса Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто янында спорт һәм балалар майҙансыҡтары менән парк булдырыу, шулай уҡ бина алдындағы майҙанды төҙөкләндереү (эскәмйәләр урынлаштырыу, урам фонарҙары ҡуйыу, клумбалар яһап, сәскәләр ултыртыу) күҙ уңында тотола. Шулай уҡ “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ауыл биләмәһенә яңы трактор алыу проекты менән ҡатнашалар. Традицияға ингән “Урам байрам”дары йолаһын дауам итеү һәм башҡалар. Быйылғы йылда иң төп, күмәкләп башҡараһы эштәребеҙҙең береһе – баҫыуҙарыбыҙҙа сүп үләндәре үҫтермәү. Пай ерҙәрен ҡуртымға алырға килһәләр, бергәләп, уйлап, кәңәшләшеп эш итһәк ине. Пайсылар бынан ары был мәсьәләгә етди ҡараһындар ине, тине сығышы һуңында Айрат Сәйфуллин.

Артабан Сәйетбаба һайлау округы буйынса район Советы депутаты Әхмәт Мәүлембирҙе улы Аҫылбәковҡа һүҙ бирелеп, башҡарылған эштәре хаҡында отчет тотто, быйылға пландары менән уртаҡлашты. Район ветеринария хеҙмәте начальнигы Фаил Һиҙиәт улы Зәйнетдинов Сәйетбаба ауыл биләмәһендә 3 ветеринар табип эшләүен билдәләп үтте, малдарға бирка-чиптар ҡуйыу һәм башҡа яңы ҡағиҙәләр хаҡында, берәҙәк эттәр мәсьәләһен бәйән итте.

Артабан ауылдар халҡы үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы район етәкселегенә еткерҙе. Ҡаранйылғанан килгән вәкил ауылға газ үткәреү, юлдар мәсьәләһен күтәрҙе. Район хакимиәте башлығы асфальт юл вәғәҙәләмәйем, ә ауылдар тирәһендә карьерҙар булдырып, ҡомташ һалып күтәртергә ярҙам итербеҙ, тип яуапланы, ә өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап иткән газ мәсьәләһе яҙып алынды. Берәүҙәрҙе халыҡ малды күп аҫрап та һөттө осһоҙ хаҡҡа (10 һум менән) алыуҙары, бәрәңгене бөтөнләй ҡабул итмәүҙәре, ә итте ситтән килеп, осһоҙға ғына һатып алып китеүҙәре борсой. Күп балалы ғаиләләргә (Сәйетбабала 65 ғаилә) ер бүлеү, спорт залын спорт инвентарҙары (тишек туптан башҡа бер нәмә лә юҡ, тип белдерҙеләр), мәҙәни усаҡты музыкаль аппаратура менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде. Фәнзил Фәйез улы Сәйетбаба

ауылы мәҙәниәт йортонда күп функциялы үҙәк асырға йыйыныуҙары, проект-смета документацияһы әҙерләй башлауҙары хаҡында белдерҙе. Ж.Кейекбаев исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбенең артҡы яҡ кәртәләре терәүҙә тороуына зарланыусылар булды, янғын һүндереү автомашинаһының иҫкереүе хаҡында, мәҙәниәт йортона бильярд ҡуйыу тәҡдиме лә әйтелде. Үҙәк, Мәктәп урамдарын һыу баҫҡанлыҡтан, Өйә йылғаһы ярҙарын нығытыу, мәсет янында транспорт ҡуйыу урыны, биләмәһен яҡтыртыу мәсьәләһе күтәрелде. Туғай ауылына газ үткәреү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иттеләр. Йөҙимән

ауылынан вәкилдәр ике күперҙең авария хәлендә булыуына, ҡыш көнө юлдар таҙартылмауға, клуб булмауға зарланды, шулай уҡ ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдарын үткәреү теләге еткерелде, Әсәлек капиталына күрше ауылдарҙан өй һатып алыусылар буйынса контроль булдырыу тәҡдиме әйтелде. Имәнлек ауылы урамы юлдары яҙлы-көҙлө үткеһеҙгә әйләнеүе, ҡарҙан таҙартылмауы бәйән ителһә, Уҫман ауылында клуб асыу мәсьәләһе күтәрелде, шулай уҡ был иң соҡорло-саҡырлы ауылда ҡыш көнө лә юл юҡ, йәй көнө лә кереп булмай, тип билдәләп, фельдшер-акушерлыҡ пунктына өлкән йәштәгеләр юлһыҙлыҡтан барып етә алмай, өҫтәүенә, ҡалҡыуыраҡ урында урынлашҡанлыҡтан күтәрелә алмай аҙапланыуын һәм юлдарҙы ныҡлап ремонтлаһындар ине, тип үтенестәрен еткерҙеләр. Имәнлек ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреүҙе, ауыл осона автобус туҡталышына яҡын бағанаға яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт иттеләр. Сәйетбаба мәктәбенең биология уҡытыусыһы яҙлы-көҙлө Өйә йылғаһы буйҙарына ауыл хакимиәте менән берлектә ағас ултыртыу тәҡдимен еткерҙе. Район етәкселегенә был төбәк халҡының һорауҙары бик күп булды. Ф.Сыңғыҙов ҡайһыларына шундуҡ яуап бирҙе, хәл итеү талап ителгәндәре яҙып алынды.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды. Ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы. Йыйылыш тамамланғас та ауыл кешеләре ҡайтырға ашыҡманы, район етәкселеге һәм белгестәр шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итеү уҙғарҙы, тап бында үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүселәр ентекле яуап-

тар алды ла инде. Осрашыуҙың быйылғыһы һәр кем өсөн емешле һәм файҙалы булыуы менән айырылды, кешеләр ҡәнәғәт булып таралышты.
Читайте нас: