+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
17 Ғинуар 2019, 18:22

Коррупция, “Инцидент” һәм башҡалар тураһында

Кисә, 3 декабрҙә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Районда коррупцияға ҡаршы программаның нисек эшләүе тураһында район хакимиәтенең юридик һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Э.Ю.Фәхретдинов сығыш яһаны. Граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәре менән эшләүсе “Инцидент” проекты менән хакимиәттең мәғлүмәт-аналитик эш секторы етәксеһе Г.Ғ.Мирхәйҙәрова таныштырҙы. Барлыҡ ауыл биләмәләренең социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмдәре һәм һәр биләмә башлығының үҙ сәхифәһе булырға те-йеш. Әлеге көнгә был системала район буйынса 30 мөрәжәғәт теркәлгән. Уларҙың күпселеге хәл ителгән дә инде. Был йәһәттән Красноусол, Табын ауыл биләмәләре хакимиәттәре оператив эш һөҙөмтәләре күрһәтә, тип билдәләне Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Район биләмәһендә алкоголле эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше тураһында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллина мәғлүмәт еткерҙе. Ул ағымдағы йылда районда ошо йүнәлештә 67 административ протокол төҙөлөүе, һәр ауыл биләмәһендә күпме законһыҙ алкоголле эсемлектәр һатыу урыны барлығын әйтте. Ошо уҡ мәсьәләне дауам итеп, полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы И.Х.Кинйәбулатов сығыш яһаны. Ул ауыл биләмәләре башлыҡтарын тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы, эске эштәр бүлегенә бирелгән мәғлүмәттә халыҡты эскелек һаҙлығына батырыусыларҙың исем-фамилиялары менән бергә йәшәгән адрес-тарын да күрһәтеүҙәрен һораны.

Фәнзил Фәйез улы законһыҙ рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе иң күп һатыу урындары теркәлгән биләмә башлыҡтарына был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар итергә, эскелеккә ҡаршы көрәшкә бар йәмәғәтселекте күтәрергә, ҡәтғи саралар күрергә кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ кәңәшмәлә янғын хәүефһеҙлеге һәм кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән башҡа көнүҙәк һорауҙар ҙа ҡаралды.
Читайте нас: