+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
17 Ғинуар 2019, 18:37

Тағы ла ҡалдыҡтар тураһында

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһын күҙалланы. Әлегә тиклем түләүҙәр тораҡтың 1 кв.м.-ҙан сығып иҫәпләнһә, яңы йылдан улар кеше башына ҡарап түләтеләсәк.

- Яңы система коммуналь түләүҙәрҙең артыуына килтерәсәк, - тине К.Толкачев, - бигерәк тә ауылда йәшәүселәр өсөн һиҙелерлек буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ҡалдыҡтар өсөн тарифтар һәм нормативтар мәсьәләһе формаль рәүештә ҡаралған. Артыҡ юғары күрһәткестәр алынған. Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты яҡшырмаған осраҡта, граждандар күберәк сумма түләргә тейеш түгел. Тораҡ пункттарҙың категорияһы һәм ҡалдыҡтарҙың ысынбарлыҡта йыйылған күләме иҫәпкә алыныуы мотлаҡ.

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 20 декабргә тик-лем был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул итергә тейеш. Шулай уҡ Константин Толкачев 2019 йылды яңы системаға күсеү осоро тип билдәләргә һәм ташламаларға хоҡуғы булған граждандарҙың даирәһен киңәйтергә тәҡдим итте. Был үҙ сиратында түләүҙәрҙең яйлап артыуына һәм социаль ризаһыҙлыҡты булдырмаҫҡа, санкцияланмаған сүплектәрҙең барлыҡҡа килмәүенә булышлыҡ итәсәк.

Бөгөнгө көнгә республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһы һәм уның электрон моделе төҙөлгән, һәр береһендә үҙ төбәк операторы эшләйәсәк 5 зона билдәләнгән.
Читайте нас: