+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
25 Ғинуар 2019, 11:46

Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ: “Халыҡ өсөн эшләйбеҙ”

Уҙған йылдың ноябрь айын-да районда яңы хакимиәт башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов эш башланы. Күп гәзит уҡыусыларҙың һорауы буйынса, яңы етәксе менән таныштырыу маҡсатында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


- Фәнзил Фәйез улы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәгеҙсе.

- Мин Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында 1969 йылдың 21 майында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым райондың төрлө мәктәптәрендә директор булып эшләү сәбәпле, Төкөн ауылында башланғыс мәктәптә уҡыһам, Яңы Ҡыйышҡы ауылында урта мәктәпте тамамланым. Әсәйем химия-биология уҡытыусыһы булғанғамы, ошо фәндәрҙе үҙ иттем, мәктәп, район олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша инем.

Уҡыу йылдарынан уҡ туризм, саңғы, еңел атлетика менән етди шөғөлләндем. Спортҡа ылыҡтырғаны өсөн физкультура уҡытыусыһы Рифҡәт Мөҡәддәс улы Мәхийәновҡа рәхмәтлемен. Техника менән дә ҡыҙыҡһындым. Мәктәптә, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлағас, тәүге курстарҙа ундағы бейеү ансамбленә лә йөрөнөм.

- Ни өсөн тарихсы һөнәрен һайланығыҙ?

- Мәктәптә уҡығанда табип булырға хыяллана инем. Һуңынан фекерем үҙгәреп, документтарымды БДУ-ның тарих факультетына алып барҙым һәм бер ҙә үкенмәйем. Сөнки миңә күренекле тарихсылар, профессорҙар Н.М.Ҡолбахтин һәм Ә.З.Әсфәндийәровта белем алыу бәхете тейҙе. 1-се курстан һуң һалдат хеҙмәтенә алындым. Ике йыл ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, старшина званиеһында тыуған ил алдындағы бурысымды үтәп ҡайттым. Артабан университетта уҡыуымды тамамлап ҡуйҙым.

Мәктәп – тормош дәреслеге

- Фәнзил Фәйез улы, хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙа башланды?

- Хеҙмәт юлымды Ҡырмыҫҡалы районының З.Вәлиди исемендәге крәҫтиән хужалыҡтар ассоциацияһы рәйесенең коммерция буйынса урынбаҫары булып башланым. Бер йылдан Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан директор булдым. Мәктәп эшенә башкөллө сумып, коллектив менән берлектә төрлө яңылыҡтар индереп, ата-әсәләр менән бәйләнеште, спортты, үҙешмәкәр коллективтарҙың эшен йәнләндереп ебәрҙек. 1997 йылда инде Прибельский ауылындағы урта мәктәпкә директор итеп тәғәйенләндем. Мең ярым уҡыусы белем алған, көслө педагогик коллективы булған мәктәптә 2 йыл эшләгәндән һуң, Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһында эш башланым һәм был бүлекте 10 йыл етәкләнем. Мәғариф системаһында эшләү минең өсөн ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе булды. Ғөмүмән, был осор мине кешеләр менән эшләргә өйрәтте, тәжрибә тупларға ярҙам итте.

2009 йылда Республика Хөкүмәте Аппаратына мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙылар. Бер йылдан мәҙәниәт, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары, милләт-ара мөнәсәбәттәр, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе булып киттем.

2011 – 2018 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте баш-лығы вазифаһында хеҙмәт юлымды тыуған районымда дауам иттем. Ҙур масштаб-лы бик күп эштәр эшләнде, мәҫәлән, "Төньяҡ амурҙары"ның 100 йыллығына тарихи-мәҙәни саралар үткәреү һәм башҡалар. 2018 йылда бер ай самаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министрҙың мәҙәниәт, мәғариф буйынса урынбаҫары булып эшләнем.

Яҡшы йәшәр өсөн...

- Беҙҙең районда эш башлауығыҙға ярайһы уҡ ваҡыт үтеп китте. Ниндәй фекер тыуҙырҙы район халҡы?

- Ғафури районы менән Ҡырмыҫҡалыла эшләгәндән үк яҡшы танышмын. Бында асыҡ йөҙлө, алсаҡ, эшһөйәр, һәйбәт кешеләр йәшәй. Минең өсөн иң мөһиме – халыҡ өсөн эшләп, кешеләрҙең ышанысын яулау. Шул уҡ ваҡытта уларҙың да яҡшыраҡ йәшәргә, эшләргә ынтылышын күрәһе килә. Әле район менән танышыуым да-уам итә. Ауыл биләмәләрендә үтә башлаған халыҡ менән осрашыуҙар быға ярҙам итер тип уйлайым.

- Яҡын киләсәктә районды ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Минеңсә, ауылдарҙа пилорама, шиномонтаж, кафе, теплица йәки башҡа төрлө эш урындары, клуб, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункт-тары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булырға

тейеш. Шулай уҡ урамдарҙың яҡтыртылған, төҙөкләндерелгән, кешеләргә уңайлы йәшәү шарттарының булыуы ла мөһим. Әйткәндәй, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш башланды ла инде: районға үткән йыл аҙағында 936 яҡтыртҡыс бүленеп, Аҡкүл, Табын, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауылдарына ҡуйылды. Был эш артабан да дауам итәсәк. Ағымдағы йылда ауылдарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары үтәсәк. Ошо эштә бар халыҡ берҙәм булып, йәшәгән төбәген матурлауҙа әүҙем ҡатнашыр тип ышанам.

- Күптәрҙе яңы эш урындары булырмы тигән һорау борсой.

- Әлбиттә, беҙҙең төп бурысыбыҙ – кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Ә был туранан-тура халыҡтың эш менән мәшғүллегенә бәйле. Минең уйымса, ир-егеттәрҙең ғаиләләрен ҡалдырып Себер тарафтарына оҙайлы ваҡытҡа эшкә китеүҙәре кире күренеш. Шуға күрә әлеге көндә районға инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса эшләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ – яңы эш урындары булдырып һалымдар иҫәбенә район бюджетын 1,5 миллиард һумға тиклем еткереү. Элекке Леспромхоз, Красноусол быяла заводы нигеҙендә етештереү цехтары, йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтереү өсөн теплица асыу, район биләмәһендә 3 урында тау саңғыһы комплекстары төҙөү һәм башҡалар тураһында һөйләшеүҙәр бара. Шәхси эшен асырға теләүселәргә лә ярҙам итергә әҙербеҙ. Бюджет өлкәһендә эш урындары асыу буйынса күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында бюджет иҫәбенә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә - 10, Балалар ижады үҙәгендә - 7, мәҙәниәт өлкәһендә 13 эш урыны булдырылды.

Асыҡ форматта

- Һеҙгә ҡабул итеү көнөндә бик күп кеше килә. Күпселек ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?

- Граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү көнө шишәмбе булһа ла, башҡа көндәрҙә лә киләләр. Башлыса һорауҙар төҙөкләндереү: юлдар, яҡтылыҡ, йылылыҡ менән тәьмин итеүгә ҡағылһа, торлаҡ, ер мәсьәләләре, шәхси эш асырға теләүселәр һәм башҡа мөрәжәғәттәр ҙә күп. Төҙөкләндереүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы төрлө программалар аша, гранттарҙа ҡатнашып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа иғтибарҙы арттырып хәл итергә уйлайбыҙ. Киләһе 2-3 йыл эсендә мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлауға бәйле һорауҙар хәл ителәсәк. Яңы йыл алдынан Үҙәк район дауаханаһына 2 “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡайтарылды. Тағы ла бер автомашина мобиль ФАП итеп йыһазландырыласаҡ, ауылдарға модулле ФАП-тар ҙа ҡуйыласаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, депутатыбыҙ Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовтың тырышлығы менән Сәйетбаба дауаханаһына капиталь ремонт эшләү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Ғөмүмән, һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнелә, барыһына ла яуап бирергә тырышабыҙ. Ауыл биләмәләрендә башланған осрашыуҙарҙа халыҡтың эшлекле тәҡдимдәрен эш пландарына керетәбеҙ.

- Тығыҙ эш графигында ял итергә мөмкинселек булғанда, уны нисек үткәрәһегеҙ?

- Һирәк кенә эләккән ялымда йөҙөү, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнергә, ғаиләм менән сәйәхәт итергә яратам. Илебеҙҙең бик күп матур урындарында булдыҡ, киләсәктә Байкалды барып күрергә ине тип хыялланам. Тормош иптәшем география уҡытыусыһы, Ҡырмыҫҡалыла мәғариф бүлегендә эшләй, оло ҡыҙым табип-онколог һөнәре буйынса Мәскәүҙә ординатура үтә, икенсе ҡыҙым Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетының 4-се курсын тамамлай. Улым 7-се класс уҡыусыһы.

- Дингә ҡарашығыҙ нисек?

- Иманлы булыуҙы тәү сиратта үҙеңдең уйҙарың, эшләгән эштәреңдең изгелекле булы-уында күрәм. Тыуған ауылымда үҙемде ҡарап үҫтергән яҡын кешем – атайымдың апаһы иҫтәлегенә “Мәүә” исемле мәсет һалдырыуым менән бәхетлемен.

- Үтеп киткән 2018 йыл Һеҙҙең өсөн ниндәй булды?

- Һәр йыл һәйбәт һәм бик үк һәйбәт булмаған яҡтары менән хәтерҙә ҡала. Уҙған йыл минең өсөн һынылышлы, күп үҙгәрештәр алып килгән йыл булды. Киләсәккә ҙур, яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәргә һәм эшләргә ғәҙәтләнгән кеше булараҡ, барыһы ла яҡшы булырына иманым камил. Һүҙемде, халыҡ менән һәм халыҡ өсөн эшләйбеҙ, тип тамамлар инем.

- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Фәнзил Фәйез улы. Яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Читайте нас: