Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Рәжәп улы Әбелғужин ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышын асҡандан һуң, төп доклад менән сығыш яһаны. 2018 йылдағы эшмәкәрлектәрен байҡап, урындағы халыҡтың көнитмеше менән таныштырҙы.
- Ҡауарҙы ауыл биләмәһенә ҡараған 4 ауылда 2147 кеше йәшәй. Уларҙың 365-е пенсионер, эшкә яраҡлы 1302 кешенең 111-е бюджет өлкәһендә, 78-е вахта ысулы менән ситтә эшләй, 12 кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Ауылдар халҡын 12 сауҙа нөктәһе, 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 2 почта хеҙмәтләндерә. Биләмәлә 2 ауыл мәҙәниәт йорто һәм 1 клуб эшләй. 2 мәктәптә (Ҡауарҙы урта һәм Юлыҡ төп дөйөм белем биреү) 249 бала уҡый, мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны – 109. Дүрт ауылға 10 пилорама бар, шуларҙың 6-һы Ҡауарҙы ауылында урынлашҡан, - тине Райфат Рәжәп улы.
Биләмә башлығы артабан йыйылышта ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһе һәм советының эшмәкәрлеге, бюджет үтәлеше, килем-сығымдар менән дә таныштырҙы.
- Былтыр ауыл советы бюджеты 4 миллион 534 мең һум тәшкил итте. Хөкүмәттән бүленгән 500 мең һум аҡсаның 300 мең һумы юлдарҙы ремонтлауға, атап әйткәндә, Аҡташ ауылының Үҙәк урамына, Ҡауарҙы ауылының Гагарин һәм Морат урамдарына ҡырсынташ түшәүгә тотонолдо. Ҡалған аҡсаға юл билдәләре, генератор һәм подшипниктар һатып алынды, “Аныҡ эштәр” проекты ғәмәлгә ашырылды, - тине сығыш яһаусы.
Райфат Рәжәп улы сығышын йомғаҡлап, Юлыҡ ауылының әүҙем ғаиләләренең береһе - тыуған ауылдарын үҫтереүгә тос өлөш индереп, ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүсе, 2018 йылда “Өлгө ал!” республика конкурсында 3-сө урын яулаған Суфия менән Рәхимйән Юлыҡовтарҙы сәхнәгә саҡырып, Маҡтау грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ Юлыҡ ауылы старостаһы Таһир Юлмөхәмәтовты ла бүләкләп үтте. Район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизовҡа һүҙ бирелеп, ул Ҡауарҙы ауыл биләмәһе белгесе Гөлшат Ғәлиуллинаны Советтың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Артабан 6-сы округ депутаты, “Хәләл-Еҙем” кооперативы етәксеһе, Һабай ауылынан Фәнил Басиров кооперативтың эшмәкәрлеге менән таныштырып, билмән цехына ҡорамал һатып алыныуын, бинаға һыу, яҡтылыҡ үткәрелеп бөтһә, эште башлаясаҡтары, халыҡтан һыйыр ите (һимеҙ) ҡабул итәсәктәре хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ мал һуйыу цехы асыу уй-пландары менән дә уртаҡлашты. Юлыҡ ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе Суфия Юлыҡова башҡарылған эштәрҙе барланы. Район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдинов райондағы эпизоотик хәлгә байҡау яһаны, ветеринария өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Ауыл биләмәһендәге ултырышты район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов йомғаҡлап, был төбәктә алсаҡ, эшлекле кешеләр йәшәүен, шулай уҡ уҡымышлы һәм күренекле шәхестәр сығыуын билдәләп үтте. Шуларҙан – йәнтөйәктәренә ярҙамдары өсөн Фәнил Хажигәрәй улы менән Фаяз Харис улы Мәжитовтарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, ауыл биләмәһе башлығы Ҡауарҙы ФАП-ын ремонтлауҙа район хакимиәте ярҙам итһә, Фаяз Мәжитов “Ашығыс ярҙам” автомашинаһы һатып алып бирергә вәғәҙәләүен белдерҙе.
Ф.Сыңғыҙов ауыл биләмәһендә хәл итәһе мәсьәләләрҙең күплеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙың иң мөһимдәренә туҡталды: Ҡауарҙы мәктәбен ремонтлау, компьютерҙар менән тулыландырыу, ауылдың бай тарихын сағылдырған музей булдырыу, китапхананы тергеҙеү, Ҡауарҙы-Максим Горький автомобиль юлын төҙөп бөтөү (ниндәй ҙә булһа программаға индереп), туризмды үҫтереү, Аҡташ ауылында эсәр һыу, газ үткәреү һәм башҡалар.
Һабай ауылында әүҙем халыҡ йәшәй, тине Фәнзил Фәйез улы биләмәнең һәр ауылындағы проблемаларға туҡталып. “Хәләл-Еҙем” кооперативына ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Район башлығы шулай уҡ кооперативтар эшен йәнләндереп, экологик йәһәттән таҙа продукциялар әҙерләү, төрлө йүнәлеш буйынса кооперативтар асыу тәҡдимдәрен еткерҙе. Ауыл клубы реконструкцияға мохтаж булыуын әйтте. Юлыҡ ауылындағы күперҙе ремонтлауҙы март аҙаҡтарына тамамлау бурысын ҡуйҙы, Еҙем йылғаһы ярҙарын нығытыу эштәрен алып барыу, магазиндарҙың тышҡы йөҙөн матурлау, бөтә республикаға билдәле “Юлыҡ” ТОС-ының тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашыу, Еҙем-Ҡаран ауылы боролошонда юл ситтәрен ағастарҙан таҙартырға кәрәклеген әйтте. Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе буйынса Ҡауарҙыла 90 яңы яҡтыртҡыс ҡуйылып, артабан биләмәгә ҡараған барса ауылдарҙа ла бағана аша ҡуйыласағын әйтте. Яңы йылдан көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы реформаһына күсеү менән бәйле, Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә сүп-сар йыйыу өсөн 4 майҙансыҡ (барыһы 10-ау буласаҡ) булдырылыуын билдәләп үтте. Ф.Сыңғыҙов иң ҙур – эскелек проблемаһына туҡталып, был яманлыҡҡа ҡаршы көрәште башланыҡ, һеҙҙең ярҙам менән уны тамырынан ҡороторға кәрәк, тине. Һәм Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылдарында легаль булмаған алкоголле эсемлектәр һатыусы 10 кешенең (3-һе был насар шөғөлөн туҡтатҡан) исем-шәрифен уҡып ишеттерҙе. Фәнзил Фәйез улы шулай уҡ йыйылыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән дә таныштырҙы. “Бер төптән, бергә, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләйек, иҫән-һау булайыҡ!”, тип тамамланы сығышын Ф.Сыңғыҙов.
Халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы етәкселеккә еткерҙе. Юлыҡ ауылы старостаһы Т.Юлмөхәмәтов мәктәп ҡыйығын яңыртыу, мәҙәниәт йортон ремонтлау, ТОС-ҡа бер штат биреү мәсьәләһен күтәрҙе, ауылдарға тигеҙ ҡарарға кәрәклеген, ошо уҡ ауыл депутаты Ф.Сәфәрғолов юлдарҙы автогрейдер таҙартһын ине тигән теләген белдерҙе. Ҡауарҙы ауылынан Р.Насиров ауыл биләмәһендә 5-6 бала тәрбиәләгән 10 әсә “Әсәлек даны” миҙалы ала алмауға зарланды, М.Нәзиров үҙ эшеңде асыу, эшҡыуарлыҡҡа тотоноу тәҡдимен әйтте, Аҡташ ауылынан М.Иҙрисов ауылдың атамаһын яҙып элеү, Еҙем йылғаһы ярын нығытыу, һыу, газ, туҡталыш мәсьәләһен күтәрҙе, Аҡташ мәктәбен “Ағинәйҙәр” ойошмаһына биреүҙәрен дә һоранылар. И.Әбсәләмов иҫке мәсет бинаһын һүтергә кәрәклеген әйтте. Һабайҙан Ф.Басиров клубты ремонтлау, мәҙәни усаҡты музыкаль аппаратура менән тәьмин итеү, туҡталышты тергеҙеү мәсьәләһенә туҡталды.
Күтәреп сығылған мәсьәләләрҙең урында хәл итерҙәйҙәренә район һәм биләмә башлыҡтары шундуҡ яуап бирҙе, өйрәнеүҙе талап иткәндәре контролгә алынды.
Халыҡ менән етәкселек араһындағы ентекле, емешле һөйләшеү һуңында ҡарар
ҡабул ителде һәм ошоноң менән Ҡауарҙы ауыл Советы депутаттарының асыҡ
ултырышы үҙ эшен тамамланы.