+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Февраль 2019, 11:51

Өмөттәр аҡланыр

Район хакимиәтенең ултырыштар залында граждандарҙы йәмәғәт ҡабул итеүе уҙҙы. Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан депутат Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов уҙғарҙы. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Рим Рәфис улы Әлмөхәмәтов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Динар Зәбир улы Ғәлимов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Илдус Ринат улы Йәнешев ҡатнашты.

Йәмәғәт ҡабул итеүендә депутатҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап тиҫтәнән ашыу кеше мөрәжәғәт итте.

Игенйылға ауылы старостаһы Ф.Ә.Ишморатов юл аша һыу ағыу торбалары һалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Йылдың-йылы яҙғы ҙур һыу мәлендә, күтәртелгән юлдар аша һыу ағып төшөү өсөн торбалар һалынмағанлыҡтан, урман-яландарҙан ағып килгән ҡар һыуҙары йыйылып ауылдың төньяҡ өлөшөн баҫыуы хаҡында бәйән итте ул.

Красноусолдан Л.С.Шәмсубарова элекке быяла заводы идаралығы янындағы күперҙе ремонтлауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Р.Ишмөхәмәтов был иҫке баҫма урынына өр-яңынан транспорт өсөн күпер төҙөлөшө планға индерелеүе хаҡында белдерҙе.

Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолҡан ауылынан ҡабул итеүгә килеүселәр ауылға һыу, газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Рөстәм Рифат улы был мәсьәләләрҙе өйрәнеп, артабан хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн киләһе аҙнала комиссия менән урынға барып ҡарағандан һуң, 2 аҙна эсендә яуап бирәсәге хаҡында әйтте.

Красноусолдағы К.Маркс урамындағы күп фатирлы йорт комитеты башлығы үҙе йәшәгән йортто һәм биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһен бәйән итте.

Район үҙәгенең Йәштәр биҫтәһенең 5 йорт урынлашҡан Берҙәмлек (Единство) тыҡрығында йәшәүсе Рәхмәтуллина 250 метр арауыҡтағы юлды күтәртеү, шулай уҡ газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Ҡауарҙы һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләре башлыҡтары Юлыҡ, Сәйетбаба ауылдарында йылға ярҙарын нығытыу мәсьәләһен күтәрҙе. Рөстәм Ишмөхәмәтов был эштәр бик ҙур финанс сығымдар талап итеүен билдәләп, был мәсьәләне өйрәнербеҙ, республика етәкселегенә еткерермен, тип яуапланы.

Депутатҡа шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.

Р.Р.Ишмөхәмәтов үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, ярҙамға өмөтләнеп
мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһен ентекле тыңланы, ҡайһыларына шундуҡ
яуап, аңлатмалар бирҙе, өйрәнеү талап ителгәндәрен яҙып алып, артабан
яуап бирәсәген билдәләне.
Читайте нас: