Ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов 2018 йылғы эшмәкәрлектәрен байҡап, док-лад менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, уҙған йылда ярайһы уҡ күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Имәндәш ауыл клубы, мәктәптең һыу системаһы ремонтланған, спорт майҙансығы төҙөлгән, Мораҙ ауылы юлына ҡырсынташ түшәлеп, Яңы Тайышта күпер һәм юл төҙөкләндерелгән. Ҡарағай мәктәбе биләмәһе профнастил менән кәртәләнеп, кластарҙа яҡтыртҡыстар яңыртылған. Иҫке Тайышта шишмәләр һәм зыярат кәртәләнеп буялған, ФАП һәм мәсет ҡыйығы ремонтланған. Таш-Аҫты ауылында аҫылмалы күпергә 6 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Уҙған йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса тракторға ҡар таҙартҡыс ротор, “президент аҡсаһы”на тракторға арба һәм отвал алынған. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн биләмә ауылдарында 13 майҙансыҡ эшләнгән, 2 контейнер ҡайтарылған. Биләмә башлығы бар эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, киләсәктә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.