+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Февраль 2019, 13:01

Һәр мәсьәлә мөһим

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Уҙған аҙналағы криминоген һәм янғындарға бәйле хәл-торош тураһында отчет тыңлағандан һуң, бәлиғ булмағандар комиссияһының эше менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.М.Кирамова сығыш яһаны. Ул ауыл биләмәләре башлыҡтарына ауыр тормош хәлендәге, имен булмаған һәр ғаиләне ныҡлы контролдә тоторға, уларҙың ихтыяждарын, мохтажлыҡтарын белергә, ярҙам итергә саҡырҙы. Был эштә һәр һорау, һәр проблема мөһим, шуны оноторға ярамай, тине.

Кәңәшмә һуңында Фәнзил Сыңғыҙов төҙөкләндереү мәсьәләләренә, башлыса
ауыл урамдарында юлдарҙы, йорт, ихата алдарын, балалар, спорт
майҙансыҡтарын, обелиск, һәйкәлдәрҙе ҡарҙан таҙартыуға туҡталды. Районда
күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлау буйынса дәүләт программаһына
ингән 12 подъезды йөрөп сығыуы, уларҙа ниндәй эштәр башҡарыласағы
тураһында ла мәғлүмәт биреп үтте. Шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн
түләүҙәр, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге һорауҙар ҙа иғтибарҙан
ситтә ҡалманы. Район етәксеһе яңы мәғариф бүлеге начальнигы
Р.Ғ.Солтанморатов һәм административ комиссия секретары О.В.Кулинич менән
таныштырҙы.Кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Читайте нас: