-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Март 2019, 13:07

Таҙалыҡ һәм тәртип булырға тейеш

Район етәкселегенең урындарҙа халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Уның сираттағыһы Ташлы ауылында үтте. Был ауыл биләмәһендәге осрашыуға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, төрлө предприятие, ойошмалар етәкселәре һәм биләмәгә ҡараған Ташлы, Мәндем, Яңы Семеновка ауылдары халҡы йыйылды. Осрашыу ауыл клубында үтте.

Башта ауыл биләмәһе башлығы Урал Мөхәмәт улы Вәзиров уҙған йылдағы эштәргә байҡау яһаны, урындағы халыҡтың көнитмеше, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне.

- Ташлы ауыл биләмәһендә 5 ауыл иҫәпләнһә, шуларҙың өсәүһендә – Ташлы, Мәндем, Яңы Семеновкала ғына йыл әйләнәһенә кеше йәшәй. Демографик хәл шатланырлыҡ түгел. Йыл буйына 5 кеше тыуһа, 14 кеше үлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төбәк халҡы тәбиғәттең матур урынында йәшәһә лә, ғүмер оҙонлоғо менән маҡтана алмай. Бында уртаса ғүмер оҙайлығы 55-56 йәштән артмай. Бының төп сәбәбе булып төрлө ауырыуҙар һәм эскелек тора, - тине ауыл хакимиәте башлығы. – “Үлем менән һатыу итеүсе” кешеләр менән дә көрәште көсәйттек. Быға тиклем 12 нөктә билдәле булһа, әле 4-әү ҡалған. Киләсәктә уларҙан бөтөнләй арынырбыҙ тип уйлайым.

Ауыл биләмәһендә Мәндем ауылында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының филиалы – башланғыс мәктәп һәм Ташлыла Красноусолдың 1-се мәктәбе филиалы - 9 йыллыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Ике мәктәп бинаһында ла бар уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн 25 урынлыҡ төркөм булдырылған. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике клуб эшләй.

Был биләмәлә йәшәүселәрҙең бер өлөшө таш сығарыу карьерында, һыу ҡойоу цехында, йәй көнө “Ҡояшлы” ял лагерында эшләп аҡса тапһа, 48 кеше вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп етеш тормошта көн итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатын-ҡыҙҙар советының, Мәндем ауылында ағинәйҙәрҙең әүҙемлектәрен билдәләп үтергә була.

2018 йылда төҙөкләндереүгә (783 мең һум) ҙур иғтибар бүлеп, юлды тотоу һәм йүнәтеү (330 мең һум), янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү (223 мең һум), һыу үткәргестәрҙе ремонтлау (158 мең һум) буйынса байтаҡ эшләнде. 2019 йылда ла төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәрҙе планға индергәнбеҙ.Үҙәк һәм Яр буйы урамдарындағы юлды, Мәндем, Ташлы ауылдарындағы зыяратты кәртәләп алыу, клубтарҙа ремонт, Мәндем ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ 2020 йылда Ташлы ауылының барлыҡҡа килеүенә 115 йыл һәм башланғыс мәктәптең 110 йыллығы була. Алда торған мәртәбәле байрамдарға әҙерлекте бөгөндән, тирә-яғыбыҙҙы төҙөкләндереү эшенән башларға кәрәк, - тип тамамланы үҙенең сығышын Урал Мөхәмәт улы. Сығышының һуңында ул һорауҙарға яуап бирҙе.

Йыйылышты район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов да-уам итеп, ҡыҫҡаса районда һуңғы арала башҡарылған эштәрҙе барланы, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. “Алла бирһә, бер нисә йыл эсендә бар ауылдарҙа ла бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылып, урамдар яҡтыртыласаҡ. Әле район буйынса 68 сүплек урыны булһа, 13-өн бөтөрҙөк, йыл һуҙымында барыһы ла бөтөрөләсәк”, - тине Фәнзил Фәйез улы.

- Ташлы фельдшер-акушерлык пунктына 585 кеше ҡарай. Бер йәшкә тиклемгеләр 5 кеше, 14 инвалид. Уларҙы бит ҡабул иткәндә ҡарап, кемгәлер укол һалғандан һуң көтөп торорға ла тура килә, ә шарттар юҡ. ФАП-ҡа кисекмәҫтән ремонт кәрәк, - тине Ташлының утыҙ йылға яҡын хеҙмәт стажы булған фельдшер-акушеркаһы М.Ғ.Ниғмәтуллина һүҙ алып.

- Бында мәктәп 1995 йылда төҙөлгән. Ул ваҡытта 600 бала уҡыһа, бөгөн - 50 бала. 10 уҡытыусы эшләй, 5-әүһе юғары категориялы. Уҡыу сифаты һәйбәт. Балаларҙың 24-е олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәпте һаҡлап ҡалырға кәрәк, капиталь ремонт талап ителә, - тине Красноусолдың 1-се мәктәбе (Ташлы 9 йыллыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе - уның филиалы) директоры Галина Викторовна Пет-

рова үҙенең сығышында.

Халыҡтың етәкселеккә биргән һорауҙарында иң күбеһе сүп-сарҙы йыйыу, уға түләү буйынса килеп тыуған һорауҙар булһа, ФАП-ҡа, мәктәпкә ремонт һорап, мал тотоп та етештерелгән продукцияны һата алмау, ауылда

Интернет булмауы һәм карьерға эре йөк машиналары йөрөү өсөн икенсе, урау юл һалыу кеүек проб-лемалар күтәрелде. Бирелгән һорауҙарҙың барыһы ла ауылдың киләсәге, йәшәйеше өсөн һәм кисектермәй хәл итеүҙе талап иткән, халыҡты борсоған һорауҙар ине.

Күтәреп сығылған мәсьәләләрҙең урында хәл ителерҙәйҙәренә район һәм биләмә башлыҡтары шундуҡ яуап бирҙе, өйрәнеүҙе талап иткәндәре контролгә алынды.

Йыйылыштан һуң район етәкселеге һәм белгестәре шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы.
Читайте нас: