Ултырышта биләмәнең былтырғы эшмәкәрлеге менән Толпар ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко үҙ сығышында таныштырҙы.
Ауыл биләмәһендәге ике ауыл-да – Толпарҙа 82 хужалыҡта 282 кеше, Ереклелә 4 хужалыҡта 12 кеше йәшәй. Уларҙың 157-һе хеҙмәткә яраҡлылар, 42-һе – пенсионерҙар. Күп балалы 7 ғаиләлә 22 бала тәрбиәләнә, имен булмағандар исемлегендә тороусылар юҡ. 50 бала мәктәптә уҡый, 16 бала балалар баҡсаһына йөрөй. 26 кеше бюджет өлкәһендә, 46 кеше вахта ысулы менән ситтә эшләй. Ауыл халҡы нигеҙҙә үҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында, йәғни мал аҫрап, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Биләмәлә 240 баш һыйыр малы, 106 баш ат, 98 баш ваҡ мал, 200 баш ҡош-ҡорт аҫрала, умарта күстәре 700 баш иҫәпләнә. Демографик хәлгә килгәндә, былтыр ауыл биләмәһендә 4 сабый донъяға килһә, үлем осраҡтары булмаған.
- Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелде. Республика бюджетынан бүленгән 300 мең һум аҡсаға Толпар ауы-лы зыяратын кәртәләү өсөн материалдар һатып алынды. Форсаттан файҙаланып, был эштә өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, депутаттарға (Ф.Ф.Сөләймәнов, А.Х.Шәйәхмәтов) рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - ти биләмә башлығы. – Шулай уҡ юл билдәләре һатып алып урынлаштырыуға 96 мең һум аҡса тотонолдо, 44 мең һумға урам яҡтыртҡыс фонарҙар, 78 мең һумға янғынға ҡаршы ҡулайлама һәм утын өйөмө өсөн япма төҙөүгә материал һатып алдыҡ.
Хакимиәт һәр төрлө, атап әйткәндә, “Аныҡ эштәр” һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаларында ҡатнаша. 2018 йылда программаның тәүгеһе буйынса ауыл клубына 40 мең һумға музыка ҡорамалдары һатып алынды.
Биләмә башлығы быйылға пландары менән дә уртаҡлашты. Тау урамындағы шишмәне төҙөкләндереүгә 85 мең һум аҡса йәлеп итергә уйлашалар. Шулай уҡ “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, бөгөн ауылда иң актуаль булған клубты ремонтлау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, мәктәп ҡыйығына ла ремонт талап ителә, проект-смета документацияһы әҙерләнә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктын да яңыртырға кәрәк. Тағы ла бер хәл итеүҙе талап иткән проблема - урман фондындағы ерҙәрҙе ауыл биләмәһе иҫәбенә күсереү мәсьәләһе асыҡ килеш ҡалыуын билдәләп, В.Локоленко нисәмә тапҡыр документтар Иҡтисади үҫеш министрлығына раҫлатырға ебәрелеүен, шулай уҡ сираттағы тапҡыр Мәскәүгә ебәрелеп, әле яуап көтөүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙың (2 нөктә) был эшмәкәрлеген туҡтатыу мәсьәләһе хәл ителмәй ҡалыуы әйтелде.
Артабан район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һүҙ алып, сараға йыйылыусыларҙы райондағы хәл-торош менән таныштырҙы. Район етәксеһе Толпар ауыл мәктәбен йылытыу, ҡыйығын йүнәтеү мәсьәләһен ҡарау, мәктәп уҡыусыларын Красноусол гимназияһына ташыу өсөн тулы приводлы автобус алыуға заказ бирелеүе, ауыл халҡы өсөн “Газель-вездеход” автобусы, Ерекле ауылында йәшәүселәр һорауы буйынса “Ваз-буханка” алыу буйынса эштәр алып барылыуы, ауыл хакимиәте менән ФАП-ты ла берләштереп, яңы клуб төҙөү, Ташлы ауылында мәктәпте ремонтлап, интернат булдырып, ошо төбәктәге яҡын-тирә ауылдар уҡыусыларын бында уҡытыуҙы ойоштороу уй-пландары менән уртаҡлашты. Фәнзил Фәйез улы халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Ауыл халҡы төҙөлөш өсөн ер участкалары бүленмәүгә, участкаларға документтар бирелмәүенә, кәрәҙле телефон бәйләнеше булмауға, йылғаның ярҙы (Яр буйы урамы янында) йыуыуына, мал зыяраты, урамдарҙың ҡайһыларында яҡтыртҡыстар (Үҙәк урамдың осонда) булмауға, ауыл осонда автобусҡа боролоу өсөн урын юҡлығына, ауылда хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса район эске эштәр бүлегенең эшләп еткермәүенә зарланды. Ауыл мәктәбендә урта кластарҙы тергеҙеү, мәсет төҙөү, районда әҙерләүҙәр контораһы, һөт заводы булдырыу, бүреләрҙе аулау, Ҡуйлытамаҡ турбазаһын кәртәләп алыу мәсьәләһен күтәреүселәр ҙә булды. Осрашыуҙа шулай уҡ “Еҙем” тәбиғәт паркы директоры Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин һәм уның урынбаҫары Илдар Ильяс улы Яҡупов сығыш яһап, халыҡты борсоған һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
Һорауҙарға яуап алынғандан һуң, Толпар ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы. Йыйылыштан һуң, ра-йон етәкселеге, белгестәр халыҡтың шәхси һорауҙарына яуап бирҙе.