+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Март 2019, 13:53

Инвестиция сәғәте

21 мартта район хакимиәтендә бизнес-идеяларға инвестицияларҙы йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте.

Ике яҡлы һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Әхмәтов әйтеүенсә, проблемаларҙы хәл итеү һәм эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек юлдары эҙләнде.

Һәр районда аҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәреү инициативаһын республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров индергәйне.

Читайте нас: