Шулай уҡ Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә район Советының һәм хакимиәттең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Яҙғы ташҡынға ҡаршы саралар тураһында В.А.Шакиров сығыш яһап, планға ярашлы эштәр менән таныштырҙы. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ
ойоштороу, һыу үткәргес торбаларҙы таҙартыу, һыуҙың кимәлен күҙәтеү һ.б. Бөгөнгө көнгә мониторинг үткәрелгән, Юрмаш ауылы эргәһендә һыу баҫыу хәүефе булған урында тейешле эштәр башҡарылған.
Газ хужалығында хәүефһеҙлек саралары тураһында “Газпром Өфө газ бүлеүсе” предприятиеһының Салауат филиалы директоры Д.С.Шумилов һәм Ғафури участкаһы начальнигы Р.Х.Ғөбәйҙуллин сығыш яһаны.
Ф.Сыңғыҙов кәңәшмәне йомғаҡлап, алдағы көндәргә саралар планы менән таныштырҙы.