+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
30 Март 2019, 13:02

Депутат менән осрашыу

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте йортонда район Советы депутаты Илдар Фәрит улы Иҙрисов менән осрашыу үтте.

Кешеләр күп йыйылмаһа ла осрашыу бик эшлекле булды. Башлыса һорау-яуаптар, тәҡдимдәр һәм әңгәмә рәүешендә алып барылды. Бигерәк тә ветерандар Р.Ә.Насиров, Р.М.Бәширов, хакимиәт башлығы Р.Р.Әбелғужин урындағы ФАП торошо һәм киләсәге менән ҡыҙыҡһындылар. Ундағы ремонт эштәре, дарыухана асыу оҙаҡҡа һуҙылыуы һәм илебеҙ Президенты В.В.Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән һуң ауылға оло йәштәге табиптарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген дә ҡаранылар. Электр энергияһы һәм ҡаты ҡалдыҡтарға түләү буйынса аңлашылып етмәгән урындар ҙа ситтә ҡалманы. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 75 йыл тулыуға ҡарата һуғышта ҡатнашыусыларға арналған стендты тулыландырыу, тағы ла тыл хеҙмәткәрҙәренә, Афғанстан, Чечнялағы бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәм 1812-1814 йылдарҙағы I Ватан һуғышында икешәр миҙал алған ауылдаштар исемлеген дә өҫтәгәндә патриотик тәрбиәнең бер өлөшө булыр ине тигән фекер менән килешеп, Илдар Фәрит улы был тәҡдимде өйрәнеп, хәл итеү юлдарын эҙләйәсәгенә ышандырҙы.


Читайте нас: