+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
2 Апрель 2019, 18:42

Өмәләр башлана

Район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙов үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы предприятиеларының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында “Ғафури мәғлүмәт-консультация биреү үҙәге” директоры Ю.А.Родионов сығыш яһаны.


Хужалыҡтарҙың әҙерлеге ҡәнәғәтләнерлек, минераль ашламалар алына, орлоҡ етә, оҙаҡламай уларҙы ағыулау эшенә тотонасаҡбыҙ, бөтәһе 450 т яғыулыҡ кәрәк, әлеге көнгә 200 т алынған, үҙ техникабыҙ менән сәсеү эштәрен атҡарып сығырбыҙ тип ышанам, тине ул.

Иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Р.Р.Әхмәтов районда үтә башлаған “Инвестиция сәғәте” тураһында мәғлүмәт бирҙе. Унда үҙ эшен асырға теләүсе эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү юлдары ҡаралыуы, хакимиәттең бизнесты үҫтереү тәҡдимдәрен ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫар Д.З.Ғәлимов экологик өмәләр үткәреү планы менән таныштырҙы.

Фәнзил Фәйез улы кәңәшмәне йомғаҡлап, алда торған эштәрҙе барланы, предприятие, ойошмаларҙы өмәләргә ентекле әҙерләнергә һәм ойошҡан рәүештә үткәрергә саҡырҙы.

Читайте нас: