+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
2 Апрель 2019, 18:40

Таҙартайыҡ, йыйыштырайыҡ

Муниципаль район хакимиәте райондың тораҡ пункттары биләмәһендә санитар-экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында районда 2019 йылдың 6 апреленән 11 майына тиклем тораҡ пункттар биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик өмәләр уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ҡарарға ярашлы, ауыл биләмә-ләре башлыҡтарына, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәренә профсоюз комитеттары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә уларға беркетелгән эш урындарын, етештереү биналарын, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарын, ихата, урамдарҙы, тораҡ пункттар биләмәһен, юлдарҙы, ауыл биләмәләрен тейешле тәртипкә килтереү сараһын күрергә; парк, баҡса, йорт яны биләмәләрен, тораҡ пункттарҙы таҙартыу, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни ял, физкультура һәм спорт объекттары биләмәһен төҙөкләндереү буйынса экологик өмәләр уҙғарыуҙы тәьмин итергә; сәләмәт тормошҡа, экологик мәҙәниәткә арналған күмәк саралар уҙғарыуҙы күҙ уңында тоторға.

11 майға тиклем һәр аҙнаның шәмбе-һендә, көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем 2-14-77 факсы буйынса экологик өмәләр сиктәрендә башҡарылған эштәр хаҡында муниципаль район хакимиәтенә мәғлүмәт бирергә тәҡдим ителә.

Ойоштороу комитетына 11 майға тиклем санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса ауыл биләмәләрендә баш-ҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, район

хакимиәте башлығына тапшырырға. Район гәзиттәренә өмәләр барышын һәм йомғаҡтарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртырға кәрәк. Ҡарарҙың үтәлешен күҙәтеү Муниципаль район

хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Д.З.Ғәлимов, А.М.Кирамова һәм "Ғафури мәғлүмәт-консультация биреү үҙәге" Муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Ю.А.Родионовҡа йөкмәтелә.
Читайте нас: