+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
5 Апрель 2019, 17:07

Ташҡын осорона әҙербеҙ

Яҙ етеү менән районыбыҙҙа ташҡын темаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелә. Һәр йылдағыса һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауылдар халҡына уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һаҡланыу сараларын күрергә, һәр төрлө хәлдәргә әҙер торорға кәрәк. Яҙғы ташҡынға әҙерлек хаҡында район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Вадим Айрат улы Шакиров һөйләй: -Район хакимиәте ҡарарына ярашлы яҙғы ташҡын осорон имен-аман үткәреп ебәреү буйынса саралар планы эшләнеп, махсус комиссия төҙөлдө.

Юрмаш ауылы эргәһендә Еҙем боҙон ҡарайтыу мәле.
Юрмаш ауылы эргәһендә Еҙем боҙон ҡарайтыу мәле.
Ташҡын осорона әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләһе комиссия ултырышында ентекле ҡаралды. Билдәле булыуынса, район биләмәһендәге Аҡкүл күлендә гидротехник ҡоролма урынлашҡан. Район хакимиәте белгестәре, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары вәкилдәре менән берлектә ҡоролманың торошо тикшерелде, унда инеү юлдары, һыуҙы йыйыу һәм ағыҙыу ҡоролмалары боҙҙан таҙартылды, боҙҙан һаҡлау ҡоролмалары ремонтланды һәм ул яҙғы ташҡын осорона тулыһынса әҙер.

2018 йылдың йәйендә үҡ ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Сәйетбаба ауылында Мәндем йылғаһының үҙәне турайтылғайны.

Башҡортостан метеорология станцияһынан алынған күҙаллауҙар буйынса быйылғы ташҡын осоронда 7 ауыл, атап әйткәндә Мораҙ, Ҡаранйылға, Туғай, Имәндәш, Һабай Ҡыҙылъяр ауылдарында 39 йортто һыу баҫыуы ихтимал. Бөгөнгө көндә урындағы ауыл биләмәләре хакимиәттәре был ауылдар халҡы араһында аңлатыу эше алып бара.

Иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын, шулай уҡ юлдар, шул иҫәптән ауылдарға инеү юлдарын һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай.

Һыу баҫҡан урындарҙан халыҡты эвакуацияларға тура килгән осраҡта кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 5040 урынға иҫәпләнгән 22 пункт, ташыу өсөн 20 автобус әҙерләнгән. Район биләмәһендәге һәр ауылда ҡала-ара һәм кәрәҙле телефон бәйләнеше бар.

Йылғаларҙа боҙ тығынын иҫкәртеү маҡсатында Юрмаш ауылы тәңгәлендәге 300 метр самаһы аралыҡта Еҙем йылғаһы боҙо ҡарайтылды. Шунлыҡтан шартлатыу эштәре көтөлмәй. Табын ауылында Ағиҙел, Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһында һыу кимәле көн һайын тикшерелә.

Хәлде күҙ уңында тотоу өсөн составында 4 кеше һәм бер техника булған оператив төркөм булдырылып, эш графигы төҙөлдө. Әлеге көндә һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар даими контролдә тотола.


Читайте нас: