Ултырышта уҙған йылдағы эштәргә байҡау яһап, урындағы халыҡтың көнитмеше, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәле менән Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Радик улы Бохаров үҙ сығышында таныштырҙы.
Үтәк ауыл биләмәһенә 4 ауыл – Үтәк, Туғай, Игенселәр, Иҡтисад ҡарай. Был ауылдарҙа барлығы 375 шәхси хужалыҡта 938 кеше йәшәй. Үтәктә – 588, Туғайҙа – 235, Игенселәрҙә – 105, Иҡтисад ауылында 10 кеше иҫәпләнә. 350 кеше пенсия йәшендә, 381-е эшкә яраҡлы, вахта менән 25 кеше, бюджет өлкәһендә 24 кеше эшләй. 2018 йылда 19 кеше мәрхүм булған, 3 бала тыуған.
- Ауыл биләмәһендә балаларға белем алыр өсөн 2 мәктәп бар. Үтәк һәм Туғай мәктәптәре башланғыс мәктәп статусында Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә ҡарайҙар. Яңғыҙҡайында - 30, Красноусолда - 2, Үтәктә – 18, Туғайҙа 10 бала белем ала. Туғай һәм Үтәк мәктәптәрендә балалар баҡсаһы эшләй. 16 ғаилә күп балалы, 3-әү имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә тора. Ауыл хакимиәте ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән берлектә был ғаиләләр менән даими эш алып бара. Ауыл хакимиәтенә ветерандар советы һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ла ярҙам итә. Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, ауыл советы биләмәһендә “Фәйезов”, “Мөьминов” хужалыҡтары менән бер рәттән “Р.В.Рәжәпов”, “А.Ә.Арыҫланов”, “Л.В.Латипова”, “Р.Ш.Ғиззәтуллин” шәхси хужалыҡтары теркәлгән. Улар пайсылар менән 5 йылға килешеү төҙөп, 2019 га ерҙе эшкәртә.
Ауыл биләмәһендә ҡышын урмандарҙы ҡарҙан таҙартыу, йәй айҙарында сүп түгеү урындарының таҙалығын һаҡлау ауыл хакимиәте өҫтөндә. Ауылды һыу менән тәьмин итеү буйынса Илшат Вәлиев
ойоштороусы һәм Алһыу Хафизова кассир эшен башҡара. Йыл дауамында 13 урында ремонт эшләнде, 5 йортҡа яңынан һыу тоташтырылды, 4 урынға янғын гидранты ҡуйылды. Һуңғы йылдарҙа 20-гә яҡын күп балалы ғаиләгә ер участкалары бирелде, тағы ла 7 ғаилә сиратта тора. Йыл һайын юлдарҙы ремонтлау эше башҡарыла. 2018 йылда Игенселәр ауылының Үҙәк урамында ремонт эштәре башҡарылды.
Ауыл биләмәһе территорияһын таҙалыҡта тотоу маҡсаты менән яҙҙан алып көҙгә тиклем өмәләр үткәрелә. Үтәк ауылы зыяратының 250 метры кәртәләнһә, бы-йыл урманға ҡараған яғын эшләргә кәрәк. Игенселәр ауылы зыяраты профнастил менән кәртәләнде. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында урамдар тейешле яҡтыртыла. Сүп йыйыу ҡағиҙәләренә килгәндә, Туғай, Игенселәр ауылында сүпте кешеләр үҙҙәре килтереп һалһа, Үтәк ауылында айҙың 15, 25-се көндәрендә хакимиәт тракторы урам буйлап сүп йыя һәм тәғәйен урынға һала. “ЭКО-Сити” йәмғиәте айҙың билдәле бер көнөндә алып китә.
Халыҡтың мәҙәни көнкүрешен күтәреүҙә 2 клубыбыҙ һәм Игенселәр ауылында халыҡ йыйылыр урын бар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшенә килгәндә, һәр йылдағыса традицияға әүерелеп киткән байрамдар үткәрелә. Китапхана әүҙем эшләй. "Ләйсән", "Серҙәштәр", балалар ансамблдәре эшләп килә, балалар өсөн түңәрәктәр ойошторола. Туғай ауылы клубында йылытыу торбаларын, Үтәк мәҙәниәт йортонда тәҙрәләрҙе алыштырыу эштәре тора.
Ауылда медицина хеҙмәте күрһәтеү буйынса Үтәк һәм Туғай ФАП-тары эшләп килә. Улар тарафынан барлыҡ профилактик саралар уҙғарыла, ауырыуҙарға беренсе ярҙам күрһәтелә. Бөгөнгө көндә медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында 73 бала, 65 инвалид. Үтәк ФАП-ына һыу үткәреү һәм канализация эштәре тора.
Почта элемтәһе эшенән халыҡ ҡәнәғәт. Мөдир булып Әлиә Әбелғәйерова эшләй, Туғай, Игенселәр ауылдарында эшләгән Лилиә Фәтҡуллинаның эшенә лә барыһы ла риза.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҙған йылда беҙҙең биләмә буйынса 1 янғын осрағы булып, урындағы янғын һағы хеҙмәте ойошҡан рәүештә, ваҡытында килеп, ут таралыуға юл ҡуйманы.
Ауыл биләмәһендә 13 эшҡыуар – Фәнил Сәлихов, Алик Арыҫланов, Сәлимә Рәхмәтуллина, Ғәли Фәйезов, Әлиә Сәмиғуллина, Руслан Рәжәпов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Ирина Рәхмәтуллина, Әлфиә Фәйзуллина, Ләйсән Латипова, Риф Мөьминов, Рауил Ғафаров, Айрат Богданов урмансылыҡта, ағас материалдары эшкәртеүҙә, ауыл хужалығында, көнкүреш тауарҙары һатыуҙа, тимерселек, йәнлекселек өлкәһендә уңышлы эшләйҙәр.
Ауылдаштарыбыҙ араһында күп мал тотоусыларҙан Үтәктән Рауил Маликов, Динар Камалов, Наил Маннанов, Туғайҙан Фәнзил Рәхмәтуллин, Рим Йәрмөхәмәтов, Игенселәрҙән Раил Сабитов, Хәлит Мәхмүтовты атап китергә була.
Тәртип һаҡлау буйынса полиция майоры Айҙар Әмирханов яуаплы. Оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың тормошон еңеләйтеү өсөн 2 социаль хеҙмәткәр эшләй.
Ауыл биләмәһе эшен ойоштороуҙа ауыл старосталарының роле ҙур. Бына бер нисә йыл инде Үтәктә Ишбулды Ғиззәтуллин, Туғайҙа Фәнил Сәлихов, Игенселәрҙә Камил Әсфәндийәров ауыл халҡын борсоған һорауҙарҙы, кәңәштәрҙе улар еткерә.
Уҙған йылда Советтың 25 ултырышы булып, унда 75 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың күпселеге Үтәк ауыл биләмәһе Уставына төҙәтмәләр индереү, төрлө программаларҙы ҡарау, тормош шарттарын яҡшыртыу тураһында һәм ауыл биләмәһе тирә-яғын тәртиптә тотоу, эштәрҙе башҡарыуға аҡса бүлеү мәсьәләләре булды. Ауыл Советы депутаттарының эшенә килгәндә, ниндәй эш буйынса мөрәжәғәт итһәм дә, депутаттарҙың һәр береһе һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр, тик әүҙемерәк булыуҙарын ғына теләр инем, - тип тамамланы үҙ сығышын Фәрит Радик улы.
Шулай уҡ Үтәк ауылы менән Ишембай районы Ишем ауылы араһындағы юлды асфальтлап бөтөүҙә, Туғай, Игенселәр ауылдарында үҙәк һыу үткәргес булдырыу, Туғай-Йәнырыҫ ауылдарын тоташтырған юлды тейешле торошта тотоу һәм ваҡытында ҡарҙан таҙартыу, Үтәк ауылы һыу үткәргесенә капиталь ремонт уҙғарыуҙа (ул республика программаһына ингән), Туғай ауылының Тауаҫты урамына етәрәк Егән йылғаһы ярҙарын нығытыу йәки йылғаның юлын үҙгәртеү эштәрен башҡарыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтан биләмә башлығы ярҙам һораны.
Үтәк мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге тураһында директор Әлфиә Фәйзуллина тулыраҡ таныштырып, алдағы пландары менән уртаҡлашты.
Йыйылышты район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов дауам итеп, ҡыҫҡаса райондың хәл-торошо менән таныштырҙы, һуңғы арала башҡарылған эштәрҙе барланы, пландар менән дә уртаҡлашты. Апрель өмәләренә дәррәү сығырға саҡырҙы. Сығышының һуңында Фәнзил Фәйез улы һорауҙарға яуап бирҙе. Ауыл халҡы автобус йөрөмәүенә, Яңғыҙҡайын дауаханаһына барып-ҡайтыу транспортһыҙ кеше өсөн уңайһыҙ булыуына, Игенселәр, Туғай
ауылдары халҡы эсәр һыуҙың сифатына, Егән йылғаһы ярын нығытыу, телефон бәйләнешенең насарлығына, эскелек, эшһеҙлек проблемаларына зарланды.
Үтәк ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Йыйылыштан һуң район етәкселеге һәм белгестәре шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы.