-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
12 Апрель 2019, 16:09

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн

Буруновка ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәтҡолислам улы Рәхмәтуллин 2018 йылғы эшмәкәрлеккә отчет бирҙе һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Буруновка ауыл биләмәһенә ҡараған 3 ауылда (Буруновка, Бажыҡ, Петропавловка) 227 йорт булып, уларҙа 507 кеше йәшәй. Былтыр биләмә буйынса 7 сабый донъяға килгән, 8 кеше мәрхүм булған. Ауыл хакимиәте үҙ эшен раҫланған планға ярашлы тулыһынса башҡарып сыға. 2018 йылда граждандарҙан 85 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, улар законда билдәләнгән срокта ҡаралып, тейешле ҡарарҙар сығарылған. Ауыл биләмәһе башлығы төрлө һорауҙар буйынса 31 кешене ҡабул иткән. Биләмәлә даими рәүештә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре, халыҡтың финанс грамоталылығын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла, күп балалы ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәүселәрҙең йорттарында булалар, 2018 йылда өй беренсә йөрөп, төрлө иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратылған. Помпа, янғынға ҡаршы һыҙат булдырыу өсөн һабан һатып алынған,

Сығыш яһаусы 2018 йылда бюджет үтәлеше, һалымдар хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Биләмәнең үҙ килеме 2 миллион 541 мең 788 һумлыҡ булһа, сығымдары 7 миллион 312 мең 521, 22 һум тәшкил иткән. Мәҙәниәткә 1 миллион 148 мең 169 һум, янғын хәүефһеҙлегенә 158 мең 808 һум йүнәлтелеп, тулыһынса үҙләштерелгән. Республика бюджетынан 500 мең һум аҡса инеп, шуның 197 806 һумы Бажыҡ һәм Буруновка зыяратын ҡоймалауға, юл ситтәренә ҡырсынташ һалыуға 302 194 һум тотонолған.

-Буруновка ауыл биләмәһенең муниципаль бурысы юҡ. Былтыр аҡса етмәү йәки аҡсаны һәм матди байлыҡтарҙы урлау осрағы булманы. Ауыл биләмәһе үҙен 93,66 процентҡа тәьмин итә. Эшләргә лә эшләргә әле! - тине М.Рәхмәтуллин.

Биләмә башлығы шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәтеүҙәре хаҡында ла һандар теле менән бәйән итте. Былтыр ауыл биләмәһе тарафынан байрам сараларына, атап әйткәндә, “Иң матур йорт” һәм иң яҡшы Яңы йыл иллюминацияһына 32 мең һум, 14 йәшкә тиклемге барлыҡ балаларға Яңы йыл бүләктәренә, 8 Мартҡа,

9 Майға, Халыҡ-ара ололар көнөнә ҙур ғына суммала аҡса бүленгән. Ауыл мәктәбендә 42 уҡыусы белем ала, уның базаһындағы балалар баҡсаһына мәктәпкәсә ике төркөмгә 29 бала йөрөй. Бында спорт ҡорамалдары һатып алыуға - 100 мең һум, барлыҡ балаларға ла, ниндәй социаль мөхиттән булыуына ҡарамаҫтан, витаминлаштырылған туҡланыу ойошторолған һәм был маҡсатҡа 302 100 һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ Совет ҡарары бу-йынса Яңғыҙҡайын участка дауаханаһына анализатор, алкотестер һатып алыуға 300 мең һум аҡса бүленгән, Красноусол үҙәк район дауаханаһына “Газель-Некст” автобусы һатып алып биргәндәр, йәғни бүләк иткәндәр. (Бындай ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов М.Рәхмәтуллинға рәхмәт белдерҙе. Автобус күсмә ФАП итеп йыһазландырылған).

Биләмәлә шәхси хужалыҡтарҙа аҫралған 340 баш һыйыр малының 161-е һауын һыйырҙары, ваҡ малдар һаны – 170, сусҡалар – 32, 90 баш ҡуян, ҡош-ҡорт – 1300, бал ҡорттары 45 баш. Ауыл кешеләренә сабынлыҡтар бүлеп бирелгән. Районда, шулай уҡ ҡалала уҙған йәрминкәләрҙә Тимофеевтар, Әминевтар ғаиләләре әүҙем ҡатнаша.

Һәр ҡайҙағыса бында ла иң мөһиме булып биләмәләге ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе тора. Былтыр бер ғаилә өй туйлаған. 166 йорт (70,9 %) газ яғыулығына тоташтырылған, йорттар һыу менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Биләмә башлығы быйылға пландарын да барланы. Бюджетҡа һалым түләүҙәренең инеүен арттырыу буйынса, республика Юл фонды иҫәбенә юл ситтәренә ҡырсынташ түшәү эшен дауам итеү, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса 12 контейнер майҙансығы булдырыу, ауыл магазинын биләмә балансына индереп, ремонт уҙғарыу, Буруновка һәм Бажыҡ ауылдары зыяраттарын таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәрен дауам итеү, туҡталыш янына яҡтыртҡыстар урынлаштырыу һәм башҡалар.

Көслө фермер хужалығының тос ярҙамын тойоп, һәр яҡлап уңышлы эшләп, башҡа төбәктәргә өлгө булып торған Буруновка биләмәһендә халыҡты борсоған мәсьәләләр хакимиәт тарафынан күҙ уңынан ысҡындырылмай. Шуға ла бында йәшәүселәрҙең етәкселәргә автомобиль юлдарын ремонтлау үтенесенән һәм Ә.Әбйәлилованың шәхси юҫыҡтағы ФАП-та укол һалдыра алмай аҙапланыуына, башҡортса район-республика гәзит-журналдарына яҙылып та, даими таратмауҙарына, кемгәлер ҡалдырып китеүҙәренә (“Йәшлек” гәзитен йыл башынан килтермәгәс, Талбазыға, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә шылтыратып әйткәс кенә, ҡайҙандыр ошо һандарын табып килтереп биргәндәр) зарланыуынан башҡа һорауҙар булманы.

Артабан Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһап, юлдар торошо буйынса һәм район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Хафизов биләмәләге автомобиль юлдарының респуб-лика тәғәйенләнешендәге булыуын билдәләп, аңлатма-яуаптар бирҙе.


Читайте нас: