Бельский ауыл биләмәһе эреле-ваҡлы 5 ауылды (Игенйылға, Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш, Цапаловка, Краснодубровка) үҙ эсенә алып, барлығы 480 йорт иҫәпләнә, уларҙа 834 кеше йәшәй. Ауыл биләмәһе буйынса 343 гектар сабынлыҡ, 894 гектар көтөүлек һәм 1995 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәпләнә. 484 кешенең пайға хоҡуғы булһа, шуларҙың 336-һы үҙҙәренә тейешле ер участкаларын рәсмиләштергән. Пай ерҙәрен алыуҙан бөтөнләй баш тартыусылар ҙа бар. 2015 йылдан алып был ерҙәрҙе “Восход-СТ” ЯСЙ-е 15 йылға ҡуртымға алып эшкәртә. Халыҡтың күп өлөшө үҙҙәренең шәхси хужалығы иҫәбенә генә йәшәй. Иң күп малды Марсель Рәхмәтуллин менән Марат Кәримов аҫрай.
Юнир Зиннур улы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып төҙөкләндереү тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, былтыр был тәңгәлдә биләмәлә уҙғарылған эштәргә туҡталды. Игенйылға ауылында Мәктәп һәм Йәштәр урамдары юлдары өлөшләтә ремонтланған, Үҙәк урам юлы күтәртелгән һәм бындағы парк кәртәләп алынған, Ҡотлоғужа ауылында парк һәм шишмә биләмәһе төҙөкләндерелгән, Цапаловка ауылында тыҡрыҡҡа ҡомташ түшәлгән, ауыл биләмәһе һәм янғын һүндереү депоһы ҡыйығы яңыртылған, “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә Ҡотлоғужа ауылы клубының ҡыйығы профнастил менән ябылған, музыка аппаратураһы һатып алынған һәм башҡа эштәр башҡарылған.
Ауыл биләмәһе башлығы төп иғтибарҙы кисекмәҫтән хәл итәһе проблемаларға йүнәлтте. Ике фельдшер-акушерлыҡ пунктына, Игенйылға ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт талап ителә. Һуңғыһы буйынса “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, ауыл халҡының өлөшләтә ярҙамы менән был мәсьәләне хәл итергә уйлашалар. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса Ҡотлоғужа ауыл клубының тәҙрәләрен яңыртыу, тамаша залына креслолар һатып алыу планлаштырыла. Шулай уҡ быйыл Ҡотлоғужала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыу күҙаллана, ошо уңайҙан ауылда төҙөкләндереү эштәре дауам ителәсәге хаҡында билдәләп үтте.
Ю.Әхмәров янғын хәүефһеҙлеге саралары, эшҡыуарҙар, мәҙәни-социаль объекттар эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Фекер алышыуҙарҙа сығыш яһаған Игенйылға ауылынан Зилә Сәйетбатталова, Ҡотлоғужа ауылынан 3-сө округ депутаты Марат Кәримов көнитмештәре һәм эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы.
Артабан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа һүҙ бирелеп, сараға йыйылыусыларҙы райондағы хәл-торош менән таныштырҙы. Район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Зилә Сәйетбатталованы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте.
Төбәк халҡы Яңы Ҡарамыш ауылында йылға ярҙарын нығытыу, ауылдың иң сикке булыуын, артабан юл булмауын белгертеп юл билдәһе ҡуйыу, Цапаловка ауылына төшөү урынын, был ауыл янындағы туҡталышты күсереү, Краснодубровка-Родина ауылдары араһындағы юлды ремонтлау, Игенйылғаға автобус маршруты асыу, асфальт юл һалыу, Ҡотлоғужа ауылында урам аша үткән шишмә йырҙаһын үҙгәртеү кеүек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе. Умартасыларҙың ҡайһыларының бал ҡорттарын ситкә сығармай, кеше йәшәгән урында тотоуҙарына зарландылар, районға карпат тоҡомло бал ҡорттарын индереү буйынса закондың үтәлеше менән ҡыҙыҡһындылар, уларҙың урындағы башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын ҡоротоуына үҙ дәғүәләрен белдереүселәр булды. Шулай уҡ урындарҙа электриктар булмауына, пай ерҙәрен арендалаусының һалым да түләмәүен, ерҙәрҙе файҙаланған өсөн халыҡ менән иҫәпләшмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Красноусолдың йөҙө булған автовокзалда һәм баҙар биләмәһендә бәҙрәф һәм тәртип булдырыу мәсьәләһен хәл итеү тәҡдимен дә еткерҙеләр.