-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
12 Апрель 2019, 14:57

Үҙ хужалыҡтары иҫәбенә йәшәйҙәр

Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Викторович Иванов былтырғы эшмәкәрлектәренә отчет тотто. Биләмәләге 5 ауылда йәмғеһе 455 йортта 823 кеше йәшәй. Былтыр ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарылған.

Мәҫәлән, 500 мең һум аҡсаның 200 мең һумы Мораҡ ауылында Йәштәр, Мәктәп, Баҡса юлдарын ремонтлауға, 100 мең һумы Мораҡтағы Шоссе урамына, Ҡарлы ауылындағы Үҙәк урамға юл билдәләре ҡуйыуға, 200 мең һумы Мораҡта урам яҡтыртҡыстарын ремонтлауға тотонолған. “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, 100 мең һумға Мораҡ социаль-мәҙәни үҙәктең инеү урынына ағымдағы ремонт үткәрелгән. Был проект буйынса быйыл да эштәр дауам итеп, ауыл мәктәбенең ингән урынын ремонтлау күҙаллана. Ағымдағы йыл башынан көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса яңы системаға күсеү йәһәтенән Мораҡ ауылының Шоссе урамында, Ҡарлы, Дмитриевка ауылдарында контейнер майҙансыҡтары урынлаштырылған. Йәнә Красный октябрь, Новотроевка, өҫтәп Мораҡ ауылында ла майҙансыҡтар булдырыу планлаштырыла.

Биләмәлә йәшәүселәрҙең күпселеге үҙенең хужалығы иҫәбенә көн күрә: мал аҫрай, бал ҡорттары үрсетә, йәшелсә-емеш үҫтерә. Биләмә башлығы биш һәм унан да күберәк мал аҫраусыларҙан Моисей Алексеев, Петр Садаев, Владислав Килдебаев, Илья Алексеев, Андрей Павлов, Сергей Романов, Егор Тимофеев һәм башҡаларҙы атап үтте.

Ауыл биләмәһенең 2019 йылғы пландарына килгәндә, биләмәне төҙөкләндереү, Мораҡ ауылын кәртәләп алыу, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы ремонтлау, фермер хужалыҡтарын үҫтереү, шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын арттырыу, имен булмаған ғаиләләр, “хәүеф төркөмө”нә ҡараған граждандар менән эште көсәйтеү, легаль булмаған спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш һәм башҡалар. Шулай уҡ биләмә башлығы йыйылыусыларға эттәрен бәйләү, сүп-сарҙы бары тик контейнер майҙансығына ғына тоҡтарҙа килтереп түгеү, йәшәгән урындарға яҡын баҡсала тиҙәк, япраҡ, үләнде яндырмау һәм ҡарауһыҙ ҡалдырмау үтенесен белдерҙе, һәр төрлө сараларҙа (зыяраттарҙы тәртипкә килтереүҙә, һәйкәл янында уҙған митингыға, концерттарға килеүҙәрен һораны) ҡатнашыуҙарын теләне. Һәм депутаттарға, эшҡыуарҙарға, шулай уҡ биләмәлә тәртип булдырыуға һәм башҡа эштәргә үҙ өлөшөн индергән кешеләрҙең барыһына ла берҙәмлектәре, аңлап эш итеүҙәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Осрашыуҙа Мораҡ ауылында Мостовая, Йәштәр, Заречная урамдарында һыу булмауға зарландылар. 6-сы округ депутаты, Мораҡ мәктәбе директоры С.Романов 4 ауылдан 13 уҡыусыны мәктәпкә ташыу (ата-әсәләр шәхси транспортында йөрөтә) мәсьәләһен күтәреп, “Газель” автобусы менән тәьмин итеүҙәрен һораны.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн килеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм йыйылыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы.

-Бер төптән булып, бергә эшләһәк, йортоғоҙҙо, тирә яғығыҙҙы матур, тәртиптә тотһағыҙ – беҙгә шул оло ярҙам, ә башҡаһы, урындарҙа бирелгән һорауҙар, күтәрелгән мәсьәләләр береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, улар өйрәнелә, тикшерелә, һәм, әлбиттә, тейешле сараһы ла күреләсәк, - тип йомғаҡланы был биләмәләр халҡы менән осрашыуҙы район етәксеһе.
Читайте нас: