Ҡасандыр республикала дан тотҡан “Родина” агрофирмаһы үҙгәртеп ҡороу ваҡытында үҙ-үҙен алып ҡалырға көсө ҡалмай тарҡалғас, барыһы ла “олигархтар” ҡулына күсте. Үҙ ауылдары өсөн бөтә көсөн түккән хеҙмәт кешеләре эшһеҙ ҡалып, һәр береһе үҙ өйөнә бикләнде. Родина ауылы кешеләре ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй ҡаңғырҙы. Йыйылыштар, сходтар урамда үтә торғайны. Шул ваҡытта ауыл кешеләре староста итеп Фәүзиә Ҡотлогилдинаны һайлап ҡуйҙы һәм яңылышманы. Ул был эшкә үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойоп тотондо. Уның тырышлығы менән клуб тергеҙелде, медпункт һәм почта үҙенең йылы урындарын тапты.
Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы шулай уҡ ауылда Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе лә булып тора. Бындағы 12 апай-әбей ауылдың төп көсө. Бер байрамды ла улар күҙ уңынан ысҡындырмайҙар, башҡорт халҡының йолаларын, мәҙәниәтен сағылдырған кисәләр ойошторалар, “Йәншишмә” балалар төркөмөн дә булдырҙылар.
Яҙмам геройы 60 йәшендә шиғырҙар яҙа башлаған ижади күңелле кеше лә. Ул күңелендә урғылып сыҡҡан шиғырҙарын Интернетҡа ҡуя бара. Үҙенең “Сәсән тауышы” төркөмө лә бар, үҙ көсө менән алты китап сығарҙы.
Әүҙем старостабыҙ эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса ла һәр саҡ әңгәмә алып бара. Барыбыҙҙы бергә йыйып “Беҙ ауылыбыҙҙы үҙебеҙ һәм бөтәбеҙ бергә сәскә атыусы төбәккә әйләндерә алабыҙ”, - ти ул. Киләсәктә лә ауылыбыҙ һәм районыбыҙ үҫешендә үҙенең яңынан-яңы өлгөлө эштәре, төплө маҡсаттары менән беҙҙе ҡулға-ҡул тотондороп атлатһын, йәшәтһен тип теләргә генә ҡала старостабыҙға.
Айгөл ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире.