+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Апрель 2019, 13:38

Маҡсатыбыҙ - бер төптән эшләү

Ауыл биләмәһе хакимиәте – урындағы халыҡтың йәшәү кимәлен тәьмин итеүсе орган. Бөгөн урындарҙа был тәңгәлдә эштәр нисек ойошторолған? Ауыл биләмәһе башлығының эшмәкәрлеге нимәгә ҡайтып ҡала? Ниндәй проблемалар бар һәм улар нисек хәл ителә? Һөнәри байрамдары уңайынан һәм ошо тәңгәлдә тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы ХӘСӘНОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы, һеҙҙең биләмәлә урындағы үҙидара эше нисек ойошторолған, старосталарға ниндәй бурыстар йөкмәтелгән?

- Биләмәлә урындағы үҙидараны атҡарыуҙың башында ауыл Советы тора. Ауыл Советында ҡабул ителгән ҡарарҙар, хоҡуҡи-норматив акттар башҡарма власть – ауыл хакимиәте кимәлендә ғәмәлгә ашырыла. Хакимиәттең эшмәкәрлеге ауыл старосталары, урындағы йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып барыла. Старосталар һәм депутаттар минең төп, ныҡлы ярҙамсыларым һәм барыһына ла ҙур рәхмәтлемен. Ауыл Советында 10 депутатыбыҙ эшләп килә. Улар үҙ округтарында халыҡ менән мөһим эштәр башҡаралар. Айырыуса Фирҙәүсә Ғәзизова, Эльвира Шәрипова, Марс Рафиҡов, Альбина Ибраһимова халыҡтың төп терәк-таянысы булып торалар. Ауыл старосталары иһә власть менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыу ролен уңышлы үтәйҙәр. Был йәһәттән Бәләкәй Үтәш ауылы старостаһы Нәзир Шәриповты, Үзбәктән Фәрғәт Ғәлинды, Ҡыҙылъярҙан Рафил Сәғитовты, Баҡраҡтан Илвир Әхмәҙуллинды, Яңы Еректән Алексей Ивановты билдәләп үтергә була. Тап уларҙың тырышлығы һәм ныҡышмаллығы менән ауылдарҙа ҙур эштәр башҡарыла, барлыҡ саралар ҙа уларҙың ярҙамы менән үтә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларынан: ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, ағинәйҙәр әүҙем эшләп килә. Айырыуса Үзбәк һәм Еҙем-Ҡаран ветерандар

ойошмалары рәйестәре Йомабикә Башарова менән Мәрйәм Кейекбаева үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.

- “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың төп принциптары тураһында” 131-се Федераль закондың төп асылы – урындағы проблемаларҙы халыҡ менән бергәләп хәл итеү. Был йәһәттән һеҙҙең биләмәлә эштәр нисек тора?

- Эйе, беҙ 131-се Федераль законға таянып эшләйбеҙ. Аҙна һайын шишәмбе көндө урындағы етәкселәр, депутаттар, ауыл старосталары менән берлектә йыйылып, улар менән һәр ауылдың проблемаларын уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Һәр мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә тырышып эш итәбеҙ, үтәлешен тикшерәбеҙ, алдағы аҙнаға пландар ҡорабыҙ. Байрамдарҙы ла, башҡарылаһы эштәрҙе лә бергә атҡарып сығабыҙ. Ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм тәртипкә килтереү, йәшелләндереү буйынса эштәр – шәмбе өмәләре бара. Бөгөн ошо һәм башҡа төрлө кимәлдәге саралар халыҡ менән берҙәм рәүештә эшләнә. Ауыл биләмәһендәге посадкаларҙы тәртиптә тотоу ҙа планға ингән. Әлеге мәлдә уларҙы таҙартыу, тәртипкә килтереү эштәрен алып барабыҙ, барлыҡ ауылдарҙың да халҡы бик әүҙем һәм ихлас ҡатнаша. Уларҙың тырышлығы менән ике көндә 4 посадканы таҙартып сығып киләбеҙ. Ағинәйҙәр, ветерандар советының ярҙамы ҙур, улар менән ауылдарға сығып та, ауыл тирәһендәге, паркта булған эштәрҙе лә бергәләшеп башҡарабыҙ.

Депутаттар, старосталар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән берлектә имен булмаған ғаиләләрҙә, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләрҙә, пенсионерҙар янында булып, уларҙың проблемаларын бергәләп хәл итеп, ярҙам итергә тырышабыҙ. Һәр ауылда өй беренсә йөрөп янғын хәүефһеҙлеге, янғын иҫкәрткестәренең көйлө эшләүе буйынса профилактик эштәр алып барыла. Эскелек мәсьәләһенә килгәндә, хәҙер кешеләр аңлай башланы, был насар ғәҙәт менән мауығыусылар юҡ, тип әйтергә була. Уҙған йылдарға ҡарағанда быйыл халыҡ төҙөкләндереү эштәренә ныҡлап тотондо. Шулай уҡ эскелек менән шөғөлләнеүсе ғаиләләрҙең кәмеүе, йәғни әсәйҙәрҙең (барыһы ла күмәк балалылар), ниһайәт, эскелектән арынып, эшләй башлауы, шулай уҡ дөйөм эштәрҙән дә ситтә ҡалмауы, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуы шатландыра.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ла эш алып барабыҙ һәм был йүнәлештә мәҙәниәт йорто, музей, почтаның ҡоймаларын яңырттыҡ, ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә дауахана, ауыл хакимиәте биләмәләре кәртәләп алынды. Ҡыҙылъяр, Үтәш, Үзбәк, Баҡраҡ ауылдарында күперҙәр яңыртылды. Был эштәрҙең барыһы ла ауылдар халҡының күмәк көсө, тырышлығы менән башҡарылды.

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса трактор һатып алырға уйлашабыҙ. Ауыл биләмәһендә техниканың булмауы бик күп эштәрҙе башҡарыуға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға ла уны алыуға ирешһәк, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, ярҙамы уғата ҙур буласаҡ, айырыу-

са ҡыш көнө урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡанда. Шулай уҡ беҙ “Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иттек, йәғни эштәребеҙҙе тәҡдим иттек һәм еңеп сығырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

- Халыҡтың көнкүреше нисек, ни тиһәң дә һеҙҙә дөйөм хужалыҡ күптән тарҡалды, эре предприятиелар ҙа юҡ.

- Биләмәләге ауылдарҙа тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. Бөгөн ауыр булһа ла халыҡ үҙ аллы йәшәргә өйрәнде, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйбеҙ. Ауылдарҙа эш урындарының аҙ булыуы ғына күңелде ҡыра, әлбиттә. Йүнселдәр үҙ эшен – крәҫтиән-фермер хужалыҡтары асты, өҫтәмә эш урындары булдырҙы. Ә быйыл

крәҫтиән-фермер хужалығы асырға уйлашыусыларҙан Баҡраҡ ауылынан Альбина Ибраһимова ғаиләһе (кафе асырға ла йыйыналар), Лилиә Күскилдина, Ибраһимдан Рөстәм Садиҡов, эшләп килгән фермерҙар Еҙем-Ҡарандан Рөстәм Йомағолов грант алып, хужалығын иркенәйтергә планлаштыра, Үзбәктән Юлай Ғәйнуллин, Оло Үтәштән Венер Башаров тырышып, матур ғына эшләп йөрөйҙәр. Улар миҫалында башҡалар ҙа үҙ эштәрен асырға уйлашырҙар, тип өмөтләнергә ҡала.

- Киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.

- Быйыл Үзбәк мәктәбенең 100 йыллығы. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә биләмәгә 100 мең һум аҡса йүнәлтелә ине. Һәм юбилей уңайынан беҙҙең эштәребеҙгә ҡарап бүленгән 300 мең һум аҡсаға мәктәптең ике тышҡы ишеген, балалар баҡсаһы яғынан тәҙрәләрҙе алыштырырға уйлашабыҙ. Ә хакимиәт бюджеты иҫәбенә мәктәптең ҡоймаһын яңыртыу, шулай уҡ клубҡа ремонт эшләү уй-пландары менән йәшәйбеҙ. Һәм тағы ла бик күп эштәр ҡаралған.

- Урындағы үҙидара көнөн нисек уҙғарырға планлаштыраһығыҙ?

- 6 апрелдәге шәмбе өмәһен 5 ауылда сәй табыны, туҡландырыу ойоштороп, концерт менән үткәреп ебәрҙек. 27 апрелдә лә йәнә 5 ауылда шулай итеп үткәрергә йыйынабыҙ. Урындағы үҙидара көнөн беҙ йыл да бик матур итеп йәрминкәләр, байрам концерттары менән ойоштора килдек. Быйыл иһә был датаны биләмәләге 4 ауыл клубын бергә йыйып, республиканың 100 йыллығына арнап, район кимәлендәге ҙур сара итеп уҙғарырға, тигән пландабыҙ. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды, депутаттарҙы, ауыл старосталарын Урындағы үҙидара көнө айҡанлы ҡотлайым, ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бер төптән, ярҙам ҡулы һуҙып эшләүебеҙҙе теләйем.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: