-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Апрель 2019, 13:42

Старостабыҙ шәп

Кем йылмайып, шәп итеп атлап килә тиһәм, ФәүзиәҠотлогилдина - старостабыҙ булып сыҡты. Йә тегендә, йә бында саҡыралар үҙен. Бармаған ере, кермәгән тишеге юҡ, ана, яңы ғына Өфөгә Сәсәндәр йыйынына ла барып ҡайтҡан. Бүләкләп, грамота биреп ҡайтарғандар үҙенә. Саҡырырҙар ҙа шул, уның ҡулынан килә! Әле бына үткән йәй көнө ауылыбыҙҙың 90 йәшен үткәрҙеләр, уны ла бит ул әллә ҡайҙан соҡоп килтереп сығарҙы. Бигерәк тә күңелле булды, бар ауыл байрам итте.

Фәүзиә балалар менән тел тураһында әңгәмә, шағирҙар һәм сәсәндәрҙең тыуған көндәрендә шиғыр кисәләре үткәрергә, олоһон-кесеһен йыйып башҡортса концерт ойошторорға, хатта урманға сығып, шунда уҡ шиғыр сығарып, йырлап-бейеп, элекке уйындарҙы уйнап ҡайтырға ла өлгөрә. Беҙҙең ауылда һуғышта ҡатнашыусыларға һәйкәл юҡ ине. Шул эште лә башлап, Еңеүҙең 70 йыллығына 41 кешенең исеме яҙылған бына тигән обелиск ҡуйылды. Ҡойоларҙы, шишмәләрҙе таҙарттырып исемдәрен дә яҙҙырып ҡуя ул. Тормош иптәше Әнүәр һәр эшендә ярҙам итә. Ул балта оҫтаһы, төҙөүсе. Яҡшы ғаиләлә яҡшы балалар үҫә тигәндәй, балалары ла тәртипле, ярҙамсылдар. Хәҙер уларҙың ете ейән-ейәнсәре бар.

Баҫҡан ерендә ут сығарырҙай кешене, халыҡ белеп староста итеп һайлағандыр. Фәүзиәнең артынан бер төркөм ағинәйҙәр ҙә йөрөй. Хәҙер кемуҙарҙан ишек алдарында сәскә үҫтерә башланылар. Фәүзиә-Алтынбикәбеҙ ауылдаштарға клуб булһын тип тә әҙ йүгермәне, тәки 2 ҡатлы элекке конторҙы клуб итеп алып ҡуйҙыҡ. Халыҡ өсөн тип йөрөгәс, һүҙе үтә, хужалар ҙа тыңлайҙар үҙен. Ағинәйҙәргә йыйылырға бүлмәбеҙ ҙә бар, репетициялар яһайбыҙ, йома һайын йыйылып, доғалар уҡыйбыҙ. Онотола төшкән башҡорт халҡы йолаларын тергеҙәләр беҙҙең ауыл ағинәйҙәре.

Үҙе яҙа, үҙе йырлай, үҙе китап сығара минең әхирәтем. Уның мәғәнәле, фәһемле, тормошсан шиғырҙары бик оҡшай. Бар ерҙә лә өлгөр старостабыҙға уңыштар, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.

Фәнүзә ЛАТИПОВА.
Родина-Ватан ауылы.


Читайте нас: